Көнсығыш Азия | |
---|---|
Географик төбәк | |
47°12′37″ с. ш. 102°50′52″ в. д.HGЯO | |
Илдәр | |
Халҡы | 1 616 547 247 кеше (2023)[1] |
Көнсығыш Азия Викимилектә |
Көнсығыш Азия (ҡыт. 東亞, 东亚, кор. 동아시아, япон. 東アジア, монг. Дорнод Ази) — Азияның көнсығыш өлөшө, донъяның географик, сәйәси, этномәҙәни төбәге.
Төбәктең майҙаны — 11 839 074 км².
Көнсығыш Азия Тымыҡ океанға йәнәшә ята, Япон, Көнсығыш-Ҡытай һәм Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе тарафынан йыуыла. Төбәккә юғары сейсмик әүҙемлек хас. Көнсығыш өлөшөндә климат муссонлы, миҙгелле-дымлы, тайфундар, һыу баҫыуҙар йыш ҡабатлана. Көнсығыш Азияның океандан йыраҡ ҡына урынлашҡан Монголия һәм Тибет, кеүек өлөштәрендә климат ҡырыҫыраҡ, шуға ярашлы континенталь һәм таулы. Төбәктең иң эре дәүләттәре булып Ҡытай Халыҡ Республикаһы һанала.
Көнсығыш Азия төбәгенә түбәндәге илдәр инә:
Физик-географик яҡтан Монголия, төньяҡ-көнбайыш Ҡытай (Синьцзян, Тибет, Эске Монголия, Цинхай, Сычуандың көнбайышы һәм Ганьсуҙың төньяғы) Үҙәк Азияға ҡарай.
Бөгөнгө көндә төбәктең иң ҙур иҡтисадтары - Ҡытай һәм Япония. Матбуғатта Ҡытай Халыҡ Республикаһы йыш ҡына, шул иҫәптән иҡтисади аспектта ла юғары хакимлыҡ (сверхдержава) статусына дәғүә итеүсе булараҡ телгә алына[2]. Көньяҡ Корея, Гонконг һәм Тайвань 1960 йылдарҙан алып Азия финанс көрсөгөнә тиклем бик юғары иҡтисади үҫеш темптарын күрһәткән Азия юлбарыҫтары тип йөрөтөлә. Ҡытай, Япония һәм Көньяҡ Корея - донъя автомобилдәрен етештереүсе иң ҙур илдәр иҫәбендә.
Азия илдәре ауыл хужалығының төп продукцияһы - ул дөгө, сәй, джут, тәбиғи каучук, мамыҡ, шәкәр ҡамышы, арахис, рапс, соя, копра, тропик һәм субтропик емеш-еләктәр, тәмләткестәр һәм башҡалар. Көнсығыш Азия илдәре донъяла иң ҙур дөгө етештереүселәрҙән һанала. Миҫал өсөн, Ҡытай дөгө ярмаһын етештереү буйынса донъялағы тәүге биш ил иҫәбенә инә. Ҡытайҙа йыл һайын 190 миллион тоннаға яҡын продукция етештерелә. Азияла бөтә донъяла етештерелгән дөгө ярмаһының 90 % етештерелә.
Көнсығыш Азияның көнбайыш өлөшө нефткә һәм тәбиғи газға бай, Кытайҙа һәм Монголияла байтаҡ, шул иҫәптән молибден, вольфрам, аҡ ҡурғаш кеүек металдар сығарыла.
Төбәктә халыҡ һаны 1,618 миллиардтан ашыу кеше, 21,8 % йәки бөтә донъя халҡының биштән бер өлөшөнән күберәге тәшкил итә, төбәккә донъяла иң күп халыҡ йәшәгән ил - Ҡытай ҡарай. Шул уҡ ваҡытта төбәктә кешеләр тигеҙ таралып ултырмаған. Ҡытайҙың көньяҡ-көнсығышында, Тайванда, Корея ярымутрауында, Японияла халыҡ ныҡ тығыҙ ултырған. Киреһенсә, Монголияла һәм Ҡытайҙарҙың көнбайыш райондарында сүл һәм тауҙар өҫтөнлөк иткән ҡаты тәбиғәт шарттары арҡаһында халыҡ һаны күпкә аҙ.
Этник составы төрлөлөгө менән айырылып тора. Хань, япон һәм корейҙар Көнсығыш Азияның иң эре милләттәре булып тора. Көнсығыш Азияла сино-тибет, рюкю-япон, төрки (уйғыр һәм ҡаҙаҡ телдәре), монгол, тай-ҡадай, мяо-яо һәм австронезий (Тайвань аборигендары телдәре) тел ғаиләләре, шулай уҡ айырым корей һәм айн телдәре таралған.
Төбәктә төрлө диндәрҙең йоғонтоһо һиҙелерлек. Был тәү сиратта б. э. т. VI—V быуаттарҙа Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән конфуцианлыҡ сығанағы. Һуңғараҡ бында Һиндостандан буддизм үтеп инә, даосизм (Кытай) һәм синтоизм (Япония) кеүек урындағы культтар үҙ әһәмиәтен һаҡлай. Төбәктә шулай уҡ Европа сауҙагәрҙәре һәм миссионерҙары менән бергә төрлө конфессияларға ҡараған христианлыҡ булған, мәҫәлән, Японияла беренсе тапҡыр португалдар килеүе менән христианлыҡ барлыҡҡа килгән.
Көнсығыш Азия илдәре халҡы (Монголиянан тыш) Ер шарындағы дөйөм донъя ҡартайыуы (Африка Сахараһынан көньяҡтараҡ биләмәләренән тыш) процесында һәм шулай уҡ демографик көрсөк кеүек бер нисә илдә, Европа һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияның бер нисә иле халҡы (Сингапур һәм Таиланд кеүек) менән бер рәттән, халыҡтың иң юғары уртаса йәшенә һәм Ер шарында халыҡтың иң тиҙ ҡартайыуына дусар булған. Әммә Европа, Көнсығыш Азия илдәренән айырмалы рәүештә, йыш ҡына ҡатыраҡ иммиграция сәйәсәтенә эйә була, был уларға Европа илдәрендәге кеүек үк халыҡтың тәбиғи ҡартайыу процестарын, үлемен һәм халыҡтың тәбиғи кәмеүен, шулай уҡ халыҡтың уртаса йәше артыуы һөҙөмтәһендә тотҡарлап булмай.[3][4][5][6][7][8][9]
Көнсығыш Азия Викимилектә | |
Көнсығыш Азия Викияңылыҡтарҙа | |
Көнсығыш Азия Викигид |