Ларса

Ларса
Рәсем
Культура Шумер
Дәүләт  Ираҡ[1]
Административ-территориаль берәмек Ди-Кар[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Карта
 Ларса Викимилектә

Боронғо Ике йылға араһы
Ларса батшаларының исемлеге, Хаммурапи идаралығының 39-сы йылы. Лувр.

Ларса —  Боронғо Месопотамияның көньяғындағы ҡала  һәм дәүләт, хәҙерге Телль-эс-Сенкере (Ираҡ). Ларса  Евфраттың Итурунгаль менән ҡушылған ерендә урынлашҡан була.

Иң эре шумер  номдарының  (территориаль берәмек) береһе һаналған  Урук составына ингән һәм Ҡояш аллаһы Утуға табыныу үҙәге булған. Стратегик йәһәттән уңайлы урында ултырған  Ларса  беҙҙең эраға тиклем  II  мең йыллыҡ башында — Урҙың III династияһы ҡолатылғандан һуң  — үҙ аллы сәйәси әһәмиәткә өлгәшә һәм төбәктә гегемония алыу өсөн көрәшкә ҡушыла. Ларса ҡарамағында булған өлкәнең сиктәре  Ниппурға тиклем етә.

Беҙҙең эраға тиклем XXI быуаттың аҙағында Месопотамияға көнбайыш семит көтөүсе ҡәбиләләре  амориҙар баҫып инә. Юлбашсылар араһынан Напланум  исемле берәү шумерҙарҙың бәләкәй генә Ларса ҡалаһын буйһондора  (ҡала быға тиклем Месопотамияла ниндәй ҙә әһәмиәткә эйә булмай) һәм үҙен батша тип иғлан итә.

Беҙҙең эраға тиклем XIX быуат башында Ларса һәм уның төп көнәркәше Исин  күсмә көнбайыш семит ҡәбиләләре булған амориҙар баҫҡынына дусар була. Амори династияһы ваҡытында Ларса ҡыҫҡа ваҡытлы сәйәси һәм иҡтисади күтәрелеш кисерә: эре шумер мәҙәни үҙәге булған Ниппурҙың жрецтары хатта уның хакимы  Нур Адад  (1865—1850 до н. э.) хөрмәтенә литургик гимн да сығара — бындай хөрмәт  уға тиклем   Ур менән Исин батшаларына ғына эләгә. Ларсала кирбестән батша һарайы төҙөлә, һуғарыу селтәре яҡшыртыла.  Ларса  Бабил менән уңышлы һуғыштар алып бара,  Ниппурҙы ала һәм  Тигр буйында йоғонтоһон киңәйтмәк була.

Әммә, беҙгә килеп еткән сығанаҡтарға ҡарағанда, Ларсаның тәүге батшалары үҙ ҡалаһынан ситтә әллә ни ҙур абруйға эйә була алмай.  

Ларса беҙҙең эраға тиклем 1932 йылда   Гунгунум батша ваҡытында күтәрелә башлай. Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1924 йылда  «Шумер һәм Аккад батшаһы» тигән титул ала.  Лагаш менән Ур ҡалалары ла уға буйһона.

Ләкин Ике йылға араһында Ларсаның  гегемонлығы  50 йыл самаһы ғына дауам итә.

Беҙҙең эраға тиклем 1830-сы йылдарҙа Ларсаның бөлөүе башлана, был хәл Бабил батшалығының көсәйеүе һәм күрше ҡала-дәүләттәр менән һуғыштар әүҙемләшеүенә бәйле.   


  1. 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.