Маккензи (йылға)

Маккензи
ингл. Mackenzie
Маккензи бассейны
Маккензи бассейны
Характеристика
Оҙонлоғо 1738 км
Бассейн 1 805 200 км²
Һыу сығымы 10 700 м³/с
Һыу ағымы
Инеше Оло Ҡолдар күле
 · Координаталар 61°11′37″ с. ш. 117°20′52″ з. д.HGЯO
Тамағы Бофорт диңгеҙе
 · Координаталар 69°11′52″ с. ш. 135°01′19″ з. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Бофорт диңгеҙе

Ил Канада Канада
Маккензи (йылға) (Канада)
Точка
Точка
— инеше, — тамағы
Маккензи Викимилектә

Макке́нзи (ингл. һәм франц. Mackenzie — «ҙур йылға») — Канаданың иң ҙур йылғаһы.

Оҙонлоғо 1738 км. 1789 йылда йылғаны тәү башлап тикшергән сәйәхәтсе Александра Маккензи хөрмәтенә аталған.

Ҡышҡы Маккензи

Маккензи йылға системаһының суднолар йөрөү юлдарының (Атабаска йылғаһындағы Уотеруэйстан Төньяҡ Боҙло океандың Бофорт диңгеҙе яр буйындағы Тактояктук портына тиклем) дөйөм оҙонлоғо 2200 км тәшкил итә.

Йылға буйындағы иң ҙур тораҡ пункттар: Аклавик, Инувик, Форт-Норман, Форт-Провиденс һәм Норман-Уэлс.

Иң ҙур ҡушылдыҡтары: Пил, Лиард, Оло Айыу, Арктик-Ред-Ривер, Каркаджу, Рут, Маунтин, Хэр-Индиан.

Маккензи йылғаһы Оло Ҡолдар күлендә башлана. Йылға бассейнына шулай уҡ Канаданың Вулластон, Клэр, Атабаска һәм Оло Айыу күлдәре инә. Тамағында уртаса һыу сығымы ≈10 700[1] м³/с тәшкил итә, был күрһәткес буйынса Төньяҡ Америкала Миссисипинан[1] ҡалып икенсе урында биләй.

Канаданың үҙәк һәм төньяҡ райондарында йылғалар һәм күлдәр 5-тән 9 айға тиклем боҙ менән ҡаплана. Маккензи сентябрь — октябрьҙә туңа һәм май-июньдә асыла[2].

  1. 1,0 1,1 Atlas of Canada.
  2. Макензи (река) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә