Мамығүлән (лат. Puccinéllia, рус. Бескильниц)— ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты[3].
Һабағы төҙ, нескә, бейеклеге 30—60 см. Япрағы төрөлгән нескә йәки яҫы тупаҡланған. Аҫҡы сәскә тәңкәләре ярылы, тупаҡ йәки киртләсле. Ваҡ 2—8 сәскәле башаҡтар һепертке сәскәлектәренә йыйылған. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июнь—августа өлгөрә.
Яҡынса 120 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: Гаупт мамығүләне, гигант мамығүлән, оҙон тәңкә мамығүлән, аралы мамығүлән һәм нескә мамығүлән. Күп йыллыҡ үлән, ярайһы уҡ тығыҙ булған кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә.Галофиттар. Татырлы болондарҙа, тоҙло тупраҡта үҫә; Гаупт мамығүләне — юл буйҙарында, торама пункттарҙа үҫкән һирәк осраусы ситтән килтерелгән үҫемлек. Мамығүлән Башҡортостандың Урал аръяғында, Башҡортостандың Урал алдының(Бүздәк, Дәүләкән, Миәкә райондары) дала зонаһында үҫә. Мал аҙығы үҫемлектәре, рудераль үҫемлектәр.
- Кречетович В. И. Род 177. Бескильница — Atropis Rupr. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редакторы тома Р. Ю. Рожевиц и Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1934. — Т. II. — С. 460—494. — 778 + XXXIII с. — 5175 экз.
- Цвелёв Н. Н. Род 98. Бескильница — Puccinellia Parl. // Злаки СССР / Отв. ред. Ан. А. Фёдоров. — Л.: Наука, 1976. — С. 493—512. — 788 с. — 2900 экз.
- Бескильница: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт. (Тикшерелеү көнө: 12 август 2012)