Мария фон Эбнер-Эшенбах | |
Marie von Ebner-Eschenbach | |
Тыуған урыны: |
Траубек-Цдишлавиц замогы Кромержиж янында |
---|---|
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Баронесса Мария фон Эбер-Эшенбах (унда. Marie Freifrau von Ebner Eschenbach; ҡыҙ фамилияһы Дубская; 13 сентябрь 1830 йыл — 12 март 1916 йыл) — Австрия яҙыусыһы, драматург, уға XIX быуат яҙған психологик романдары һәм повестары ҙур популярлыҡ килтергән.. Иң танылған эше— "Мирское дитя" (1887) романы. Шулай уҡ үҙ цитаталары менән билдәле[1].
Мария фон Эбер-Эшенбахты ҡыҙында немец мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләгән үгәй әсәһе ҡарап үҫтергән. Был һөйөү Марияның киләсәк яҙмышын хәл иткән. Күп милләтле Моравиялағы атаһының ауылдағы йортонда һәм Венала үҫкәндә үк ул Моравия крәҫтиәндәренең һәм Австрия аристократтарының тормошон күҙәтеүе арҡаһында үҙ әҫәрҙәренә уларҙы бик яҡты сағылдырған[2].
18 йәшендә ул хәрби инженер булып эшләгән барон Э-гә кейәүгә сыҡҡан. Веналағы Бург-театрының йоғонтоһо аҫтында ул үҙенең яҙыусылыҡ көсөн драматургияла һынап ҡараған, тик уның Карлсруэла ҡуйылған "Maria Stuart in Schottland" (1860)трагедияһы ҙур уңышҡа ирешмәгән; уның артынан "Marie Roland" (1867), "Doctor Ritter" (1872) һәм "Männertreue" (1874) комедияһы баҫылып сыҡҡан[2].
"Erzählungen" (1875) пьесаһы яҙыусының һәләтен ныҡ асҡан, шулай уҡ "Dorf - und Schlossgeschichten" (1883) пьесаһы ла хаҡлы рәүештә Марияны немец яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙары араһында уны беренсе урынға сығарған. Тыумышы һәм тормошҡа ҡарашы менән ысын аристократ ҡатын-ҡыҙ яҙыусыһының әҫәрҙәренә тормошто объектив һүрәтләү менән бер рәттән нескә юмор ҙа хас булған.[2].
Күрһәтелгән әҫәрҙәрҙән тыш, "Gesammelte Schriften" (1892 г., 6. т.) Э.йыйынтығына "Aphorismen" (1880), "Parabeln, Märchen und Gedichte" (1892), "Dorfund Schlossgeschichten" (1888) яңы серияһы, "Das Gemeindekind" (1888) һәм "Unsühnbar" (1890) повестары ингән. Баҫма тулы түгел: уға "Ein kleiner Roman" (1889) һәм күп кенә һуңғы осорҙа яҙған хикәйәләре инмәй ҡалған. ЭСБЕ нигеҙендә , иң яҡшы хикәйәләре ошолар: "Jakob Szela", "Die Unverstandene auf dem Dorfe", "Er lässt die Hand küssen", "Lotti, die Uhrmacherin", "Nach dem Tode", "Wieder die Alte", "Die Freiherrn von Gemperlein", "Oversberg", "Die Kapitalistinnen", "Zwei Komtessen", "Glaubenslos", "Rittmeister Brand", "Bertram Vogelweid"[2].
Әҙ-әҙләп уның тормошто күҙәтеүҙәр даирәһе киңәйгән, ул шулай уҡ буржуазия менән танышҡан һәм уларҙы әҫәрҙәрендә һүрәтләгән; шулай уҡ ялсыларҙың да төрлө типтағы киң галереяһы яҙыусының ижадында ҙур урын биләгән. Эбер-Эшенбахтың иң мөһим өҫтөнлөгө — хикәйәләү оҫталығы; хикәйәнең хәрәкәте— уның төп маҡсаты; айырым характерҙар, уратып алған мөхит, характерҙарҙың күңел торош хикәйәне яҙыуҙа уға хеҙмәт итә. Донъяға идеалистик ҡарашлы, оптимист яҙыусыла йәмғиәттәге ҡаршылыҡтарҙы ,ғәҙелһеҙлектәрҙе сағылдырыу бик тә көслө[2].
рус телендә беренселәрҙән булып Эбер-Эшенбахтың түбәндәге әҫәрҙәре баҫылып сыҡҡан: «Питомец общины» («Вестник иностранной литературы», 1892); «Примерный ученик» («Кн. Нивы», 1899, № 5); «Ученик первого разряда» («Русская мысль», 1900, № 10); «С отличием» («Русский вест.». 1901, № 9); «Мирское дитя» (1897); «Клятва» («Живоп. обозр.», 1898, № 3); «Сжечь не распечатывая»; «Старая собака»; «Первенец» («Русский вестник», 1901, №№ 11—12)[2]. Изображена на почтовых марках Австрии 1966 и 1991 года.