Марк Килбургер | |
ингл. Marc Kielburger | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
социаль эшҡыуар, менеджер, йәмәғәт эшмәкәре, балалар хоҡуғы өсөн көрәшеүсе |
Балалары |
2 |
Наградалары һәм премиялары |
|
Марк Килбургер Викимилектә | |
Марк Килбургер[1] (ингл. Marc Kielburger; 1977 йылда, Канадала тыуған) — канада социаль эшҡыуары, менеджер, йәмәғәт эшмәкәре, публицист, балалар хоҡуғы өсөн көрәшеүсе, ҡустыһы Крейг Килбургер менән бергә, Балаларға азатлыҡ ойошмаһына һәм Me to We нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе (ингл. Free the Children)[2].
Марк Килбургер 1977 йылда Канадала тыуған.
Ул шәхси колледждарҙа уҡыған: Collège Jean-de-Brébeuf Торонтола (Канада) һәм Neuchâtel Junior College Невшателдә (Швейцария)[3].
Марк Гарвардский университетының халыҡ-ара бәйләнештәр һөнәрен уңышлы тамамлай. Родс стипендияһын алғас, Килбургер Оксфордский университетын хоҡуҡ өлкәһе дәрәжәһендә тамамлай.
Шул ваҡытта Крейг ҡустыһы, Пакистандан ҡоллоҡтан ҡасҡан Икбал Масих малай тураһында ишетеп,[4][5][6][2][7], үҙенең классташтарын балалар ойощмаһы төҙөргә өгөтләй, һыңыраҡ ул ойошма бөтә донъяға билдәле «Балаларға азатлыҡ» ойошмаһына әүерелә (ингл. Free the Children)[4].
Тәүге уңыштарҙан һуң ойошманың эштәре килеп сыҡмай һәм финастары тиҙ аҫҡа тәгәрәй[8]. Улар ҡуртымға алынған офистарҙан китеп, ата-әсәләренең әйәнә ҡайтырға тура килә[8]. Шул ваҡытта Крейгка ағаһы ярҙамға килә[8].
Марк ауыр ваҡытта ҡустыһының башланғыстарына ярҙам итергә була, Уолл-стриттағы тәҡдимдән баш тарта һәм ойошманың нигеҙ һалыусыһы булып сығыш яһай[7][8].
Шул ваҡыттан башлап, ағалы-ҡустылы бергә социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлайҙар.
2008 йылда Марк ҡустыһы Крейг менән бергә Me to We ойошмаһын төҙөйҙәр, уның эшмәкәрлеге социаль әһәмиәтле проекттары тормошҡа ашырырға һәм экологик таҙа аҙыҡ-түлекте пропагандалау була[6]. Me to We килемдең яртыһын «Балаларға азатлыҡ» ойошмаһына ярҙамға ебәрәләр, икенсе өлөшөн компанияны үҫтереүгә йүнәлтәләр[6].
2010 йылдың 7 апрелендә генерал-губернатор Марк Килбургерҙы Канада ордены менән бүләкләй — Канаданың юғары дәүләт дәрәжәһен ала[9][2].
Марк Королева Елизаветта II Бриллиант юбилей медален ала[10].
Марк Килбургер бер нисә университеттың хөрмәтле докторы, шул исәптән: Карлтон[11], Гуэлф[12], Капилано[13] һәм башҡалар.
Марк Килбургер Роксанне Джоялға өйләнгән (ингл. Roxanne Joyal), Free the Children һәм Me to We проекттарының идара итеүсеһе[7][14], уларҙың ике балаһы бар.
Марк бала саҡында регби менән шөғөлләнә, һәр йәй һайын спорт лагерында ял итә[15]. Гарвардта уҡығанда ла ошо спорт төрө менән шөғөлләнә[15].