Матнакаш (әрм. մատնաքաշ) — әрмән милли икмәге[1][2] төрлө сорт бойҙай ононан[3][4][5] ҡалын оҙонса формалы йәки эске йомшаҡ ере һығылмалы эре тишекле һәм ҡаты тышлы булған күмәстәр.
Матнакаш әсетелгән ҡамырҙан бешерелә. Әҙерләү ваҡытында ҡамыр күләме буйынса нығыраҡ артһын өсөн.бер нисә тапҡыр баҫыла. Әҙер булып бөтөп барғанда, ҡамырҙың өҫтөн һыуҙа башареп алынған он менән һылайҙар, түңәрәк йә оҙонса формалағы күмәс килеп сығырлыҡ итеп һуҙалар, бармаҡтар менән ябыҡ һыҙыҡ барлыҡҡа килтерәләрһәм урталыҡҡа ҡарай арҡыры параллель һыҙыҡтар үткәрәләр[6]. "Матнакаш" һүҙе "маты" — бармаҡ һәм "кашел" — һуҙыу тигән әрмән һүҙҙәренән хасил булған һәм уны "бармаҡ менән һуҙылған" тип тәржемә итергә була[7].
Матнакаш тонирҙарҙа (Таулы Ҡарабах, Сюник өлкәһе) һәм под мейестәрендә (пур) ( Лорий өлкәһе, Тавуш өлкәһе) бешерәләр. Оҙаҡ ваҡыт үҙенең тәмен юғалмаған лаваштан айырмалы рәүештә, матнакаш һаҡлау өсөн тәғәйенләнмәгән, уны бары бер нисә көн генә һаҡларға була[8].
Әрмәнстанға 1960 йылда ике тапҡыр килгән Америка рәссамы Рокуэлл Кент матнакаштың тәме менән һоҡланыуын белдергән[9]. Әрмәндәрҙең был икмәк төрөн Рәсәйҙә йыш ҡына "лаваш", тип атап хаталаналар, ә лаваштың үҙен "йоҡа лаваш" тиҙәр — был дөрөҫ түгел, оҙон икмәкте "матнакаш" тигән үҙ исеме менән атау дөрөҫ булыр ине.