Мелиссанти | |
грек. Μελισσάνθη грек. Ήβη Κούγια-Σκανδαλάκη | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған көнө | 7 апрель 1907 |
Вафат булған көнө | 9 ноябрь 1991 (84 йәш) |
Һөнәр төрө | шағир, журналист, яҙыусы, уҡытыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мелиссанти (грек. Μελισσάνθη, псевдоним Єва Кугія-Скандалакі / грек. Ήβη Κούγια - Σκανδαλάκη; 8 апрель 1910[2], Афина — 9 ноябрь 1991) — грек педагогы, журналисы һәм яҙыусыһы. [3] Ҡайһы бел сығанаҡтар буйынса 1990 йылда үлгән. [4] Уның исеме Ivi йәки Hebe ; уның фамиляһы ла Koúyia йәки Koughia булып яҙылғаны осрай.[3]
Ева Кугия-Скандалаки 1910 йылда Афинала тыуған, бала саҡтан музыка, рәсем төшөрөү, бал һәм классик бейеү сәнғәтен өйрәнгән. 1923 йылдан 1924 йылға тиклем Швейцария санаторийына урынлаша һәм унда туберкулёздан дауалана.[2]
Афина институттарында француз, немец һәм инглиз телдәрен өйрәнә[4]. Һуңынан Афина мәктәптәрендә француз телен уҡыта башлай. Шул уҡ ваҡытта гәзит һәм әҙәби журналдар өсөн тәнҡит мәҡәләләрен яҙа. 1932 йылда грек Яннис Скандалакисҡа (грек. Ιωάννη Σκανδαλάκη) кейәүгә сыға.[2]
Мелиссанти псевдонимы менән билдәле булған Ева Кугия-Скандалаки 1991 йылда вафат була, ҡайһы бер сығанаҡтар 1990 йылда вафат булған тип тә бирә.
Мелиссантиның «Phōnes entomou» («Бөжәктәр тауыша») тигән беренсе шиғырҙар йыйынтығы 1930 йылда нәшер ителә. Дөйөм алғанда ул ун йыйынтыҡ нәшер итә. «Ta poiimata tis Melissanthis 1930-1974» («Стихи Мелиссанти шиғырҙары») тигән китап 1976 йылда ғына баҫыла. « O mikros adhelfos» («Бәләкәй ҡустым») тигән балалар пьессаһы өсөн Сикиаридио премияһына лайыҡ була. Сит ил шағирҙары Роберт Фрост , Эмили Дикинсон[2] и Райнер Мария Рильке шиғырҙарын грек теленә тәржемә итә. [4]
Уның иртә поэзияһы дини темаларҙан илһам ала, һуңыраҡ яҙылған шиғырҙары экзистенциаль концепциялар йоғонтоһонда яҙыла. [4]