Милек —
Милек хоҡуғы — әйберҙәрҙең айырым кешеләрҙеке һәм коллективтарҙыҡы булыуын нығытыусы хоҡуҡи нормалар тупланмаһы.
Рәсәй граждан хоҡуҡиәтендә субъектив милек хоҡуғы өс хоҡуҡтың — эйә булыуға, файҙаланыуға, эш итеүгә хоҡуҡлылыҡтың — берлеге тип ҡарала.[7]
Милек хоҡуғына эйә булыу нигеҙҙәре беренселгә (милек хоҡуғы тәүләп барлыҡҡа килә) һәм икенселгә бүленә. Милек хоҡуғы түбәндәге осраҡтарҙа барлыҡҡа килә:
Күсемһеҙ мөлкәткә милек хоҡуғы был мөлкәтте теркәткәндән һуң барлыҡҡа килә.
Милек хоҡуғы мөлкәт башҡа кешегә күскәндә, милексе үҙ мөлкәтенән баш тартҡанда, мөлкәт һәләк булғанда йә юҡ ителгәндә туҡтатыла.
Ҡануниәт айырым осраҡтарҙа милек хоҡуғын мәжбүри туҡтатыуҙы ла күҙҙә тота. Бындай осраҡтарға милексенең бурыстарын ҡаплатыу, национализациялау, конфискациялау, реквизитлау, ер участкаһын дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарға мәжбүри һатып алыу, ҡануниәтте боҙоп файҙаланылған ер участкаһын тартып алыу, хужалыҡһыҙ тотолған мәҙәни ҡиммәттәрҙе һәм тейешенсә аҫралмаған йорт хайуандарын мәжбүри һатып алыу инә.
Дәүләт милке йәки муниципаль милек һатып та, бушлай хосусилаштырыу һөҙөмтәһендә лә тапшырыла ала.
Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы (17-се статья) һәр кешенең үҙе генә лә, башҡалар менән бергәләп тә мөлкәткә эйә була алыу хоҡуғын күҙаллай, ләкин бер кем дә мәлкәтенән мәхрүм ителергә тейеш түгел. Шуның менән милек хоҡуғы төп кеше хоҡуҡтары иҫәбенә индерелә.
Милек хоҡуғын юридик яҡлау граждан хоҡуҡиәтенең төп бурыстарының береһе булып тора. Милек хоҡуғын граждан хоҡуҡиәте яҡлауы судтар аша тормошҡа ашырыла.
Бынан тыш, милеккә ҡаршы енәйәттәргә (урлау, талау, баҫып алыу, мутлашыу, үҙләштереү, туҙҙырыу, көслөк менән алыу) ҡарата хөкөм язалары ҡулланыла.
Милексе үҙ милкен енәйәтсел тамшаныуҙарҙан йоҙаҡ, сейф, кәртә, һаҡ сигнализацияһы, һаҡсылар (ҡарауылсылар) ҡулланып үҙе һаҡларға хоҡуҡлы.
Милек субъекты | Милек төрө |
---|---|
кеше йә йорт хужалығы | шәхси йә хосуси милек |
кешеләр төркөмө | коллектив, кооператив, акционер, дәүләт йәки йәмәғәт милке |
башҡа | сакраль (аллаға бағышланған) милек[8] |
СССР-ҙа кешенең кешене эксплуатациялауына юл ҡуймау маҡсатында етештереү саралары шәхси милектә була алманы.
Физик шәхестең милек хоҡуғы закон буйынса сикләнергә мөмкин (наркотик саралар әйләнеше, ҡорал һ.б.). Милек хоҡуҡтары күләме шулай уҡ кешенең хоҡуҡи һәләтлелегенә (йәш сикләүе, психик ауырыуҙар) һәм субъект хоҡуғына ла (граждан, сит ил гражданы булыу йә гражданлығы булмау) бәйле. Тик физик шәхестәр генә мөлкәтен васыят буйынса тапшыра ала.
Юридик шәхестәр коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошма булырға мөмкин. Юридик шәхестәрҙең хоҡуҡ үҙенсәлектәре:
Коммерция ойошмаһы ҡатнашыусылары түбәндәгеләргә хоҡуҡлы:
Хеҙмәт продукттары, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, валюта ҡиммәттәре, аҡса, башҡа төр күсемле һәм күсемһеҙ мөлкәт милек объекты булып тора.[9] Объекттар:
Милек хоҡуҡтарының йөкмәткеһе ике төшөнсәне эсенә ала — субъектив милек хоҡуғы һәм объектив милек хоҡуғы.
Объектив милек хоҡуғы — статик хәлдәге милектең мөнәсәбәттәрен көйләүсе бөтә нормалар тупланмаһы. Субъектив хоҡуҡ — милексе эйә булған хоҡуҡтар йөкмәткеһе.
Милек хоҡуғы түбәндәгеләргә хоҡуҡлы итә: