Мэри Пикфорд | |
Mary Pickford | |
Исеме |
Глэдис Луиза Смит |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Санта-Моника, АҠШ |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актриса |
Карьераһы |
1909—1933 |
IMDb | |
Мэри Пикфорд Викимилектә | |
Мэ́ри Пи́кфорд (ингл. Mary Pickford; 8 апрель 1892 йыл — 29 май 1979 йыл), тыумыштан Глэ́дис Луи́за Смит — Канадала тыуған билдәле кино һәм театр актёры, United Artists кино компанияһын ойоштороусыларҙың береһе. Тауышһыҙ кино легендаһы. «Оскар» премияһына эйә булыусы (1930). Шаян ҡыҙҙар һәм йәтимәләр ролдәре менән билдәле, карьераһының аҙағында ғына «өлкән» ролдәргә күсә. 250 тирәһе фильмда төшкән.
Буласаҡ актриса 1892 йылдың 8 апрелендә Торонто ҡалаһында донъяға килгән, Глэдис тип исем ҡушҡандар. Атаһы Джон Чарльз Смит — Бөйөк Британиянан Канадаға күсеп килгән протестант- методистар улы. Төрлө урында эшләй, эскелек менән мауыға, 1898 йылда мейеһенә ҡан һауыуҙан үлеп ҡала. Әсәһе Шарлотта Хеннесси сығышы менән ирланд католиктары ғаиләһенән, тегенсе булараҡ аҡса эшләй. Глэдистың кесе ҡустыһы Джек һәм һеңлеһе Лотти, актрисаның псевдоним фамилияһын алып, шулай уҡ актёр булып китә. Методист һәм католик сиркәүҙәрендә суҡындырыла. Шунда уҡ икенсе исеме — Мари — барлыҡҡа килә.
Ире үлеп ҡалғас, Шарлотта, ғаиләһен туйҙырыр өсөн пансион аса. Йәшәүселәрҙең кәңәше буйынса өҫтәмә аҡса эшләү өсөн урындағы Princess Theatre театрында балалар менән уйнай башлайҙар. Шулай итеп 1900 йылдың 8 ғинуарында 7 йәшлек Глэдистың «Көмөш король» постановкаһында уйнай башлай. Тамашала Көньяҡ Африкалағы һуғышта ҡатнашырға саҡырылған Канада һалдаттары була[1].
Смиттар ғаиләһе 6 йыл буйы водевилдәр, мелодрамаларҙа уйнай. 1901 йылдың көҙөндә Буффалоға сығып китәләр, һәм төрлө театр компанияларына эшләп, 5 йыл буйы Америка буйлап гастролдәрҙә йөрөйҙәр. 1907 йылда 15 йәшлек Глэдис продюсер Дэвид Беласко менән осрашып, «Вирджиниянан Уоррендар» пьесаһында[2] икенсе пландағы роленә өлгәшә, һәм аҙнаһына 25 долларлыҡ эш хаҡын ала. Беласко кәңәше буйынса Мэри Пикфорд псевдонимын ала[3] һәм 3 декабрҙә Бродвейҙа беренсе сығышын яһай. Пьесаның авторы Уильям ДеМилль булған, уның ағаһы Сесил Б. ДеМилль, буласаҡ билдәле кинорежиссер, шулай уҡ унда уйнай.
«Вирджиния Уоррендары» 1908 йылдың октябрендә, 380 тамашанан һүң, сәхнәнән алына, Мэри эшһеҙ ҡала. Ул театрҙы өҫтөнөрәк сәнғәт донъяһы итеп күрһә лә, 1909 йыл башында Biograph Studios киностудияһына мөрәжәғәт итә. Режиссёр Д. У. Гриффит актрисаға һынау үткәреп, оҡшата, шул уҡ көндә уның ҡатнашлығында ҡыҫҡа метражлы кинола төшөрә. Мэри таһыллығы менән арбай, һәм аҙнаһына 10 доллар самаһы эш хаҡына өлгәшә (башҡа актерҙарға эш хаҡы ике тапҡырға әҙерәк түләнә). 1909 йылда ул актрисаны 50-нән ашыу фильмда төшөрә. Сөнки ул ваҡытта бер ҙур кәтүк кино пленкаһы — 12 минутлыҡ самаһындағы фильм — сценарийһыҙ тигәндәй эшләнә.
1910 йылдың ғинуарында Гриффит труппаһын Нью-Йорктан Лос-Анджелесҡа күсерә. Мэри әүҙем эшләй, тамашасы уны алтын бөҙрә сәсле ҡыҙ тип атай.
1910 йылдың декабрендә Мэри Гриффиттан китә һәм Томаса Х. Инстың IMP Company киностудияһына күсә, аҙнаһына 175 долларлыҡ гонорар ала. Фильмдарҙың сифаты хәүефкә һалғас, контрактты өҙөүҙәрен һорап, судҡа мөрәжәғәт итә. Судта еңеп, Majestic Film Corp. компанияһында эшләй башлай, эш хаҡы аҙнаһына 225 долларға тиклем арта. Кинокомпания режиссёр итеп тормош иптәшен, актёр Оуэн Мурҙы алһа ла, эштәре барып сыҡмай, һәм 1912 йылда актриса кире Гриффитҡа әйләнеп ҡайта. Гәзиттәрҙә бәләкәй Мэриның исеме йышыраҡ күренә башлай[4]. Тамашасы һөйөүөн Пикфорд ихласлығы, бөтә күңелен биреп уйнауы менән ялмап ала[5][6].
1913 йылдың ғинуарында Пикфорд сәхнәгә кире ҡайта, Беласконың «Һылыу шайтанҡай» спектаклендә уйнай (ҙур булмаған ролде унда тауышһыҙ киноның балҡып килгән йондоҙо Лиллиан Гиш уйнай). Беласко уға аҙнаһына 250 доллар түләргә риза була. Һуңынан продюсер Адольф Цукор Пикфордҡа пьеса буйынса кино төшөрөргә тәҡдим итә. Мэри риза була һәм Famous Players кинокомпанияһы менән контракт төҙөп, Гриффитты бөтөнләй ташлап китә. 1914 йылда Пикфорд ҡатнашлығында ете тулы метражлы фильм төшөрөлә, шул иҫәптән «Дауыл иленән Тэсс» мелодрамаһы (Гриффитта иһә ул ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙа ғына төшә). Сквоттер ҡыҙы роле уның карьераһында төп урынды алып тора. Шул ваҡыттан алып Пикфорд төшкән фильмдар ҙур уңыш ҡаҙана, гәзиттәр ҡыҫылыштан һаҡланыу өсөн урындарҙы иртәрәк алыу кәңәш итә[7].
Пикфорд һәм Цукор хеҙмәттәшлеге бик уңышлы булып сыға. Дүрт йыл эсендә егерменән ашыу тулы метражлы фильмда төшөп, тамашасылар һөйгән ысын «йондоҙға» әйләнә[8]. Билдәлелек менән бер рәттән эш хаҡы ла арта: 1916 йылға ҡарай аҙнаһына 2 мең доллар һәм прокаттан сыҡҡан табыштың яртыһын ала.
Шул ваҡытта уның актерлыҡ даирәһе тулыһынса формалаша. Пикфордтың бәләкә буйы, һөйкөмлө йөҙө, бөҙрә сәстәре рөлдәренә тап килә. Күбеһенсә йәтимдәр, ярлы йәш ҡыҙҙар, тормош тарафынан үгәйһетелгәндәр ролдәрен уйнай. Был персонаждар тамашасы күңелендә хуплау, ынтылыш таба.
Пикфорд һәләтле, үҙенсәлекле кеше булып сыға. 1916 йылда үҙенең Mary Pickford Company кинокомпанияһын ойоштороп ебәрә. Үҙ ҡарамағына ролдәр, режиссерҙар, икенсе план актерҙарын һайлау, фильмдарҙың реклама компанияларын раҫлау, монтажлау буйынса фекерен әйтеү хоҡуғы булған. Шуның арҡаһында эшләүе уңайлы булған төшөрөү группаһын төҙөй. Режиссёр Маршалл Ниланды һәм оператор Чарльз Рошерҙы эшкә ала. Гонорар күләме аҙнаһына 10 мең долларға тиклем арта[9], шулай уҡ Пикфорд прокат килеменең яртыһын алған.
Йылдан йыл актрисаның даны арта бара. 1917, 1918 йылдағы иң билдәле картиналары: «Ырыу ғорурлығы», «Бәләкәй принцесса», «Диңгеҙҙәр йондоҙо», «Саннибрук фермаһынан Ребекка» и «Бахыр бәләкәй бай ҡыҙыҡай».
1919 йылдың башында Пикфорд, Дуглас Фэрбенкс, Чарли Чаплин һәм Д. У. Гриффит бергә United Artists кинокомпанияһын төҙөйҙәр, ул фильмдарҙы тамашасыға сығарыу менән генә эш итә.
United Artists кинокомпанияһының ойоштороусыһы, продюсер булараҡ, Пикфорд кино индустрияһының иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарына әйләнә.
1922 йылда актриса үҙенең 8 йыл элек төшкән «Дауыл иленән Тэсс» мелодрамаһының ремейкында төшә. Унан һуң ҙур хыялын тормошҡа ашырырға теләп, балалар амплуаһынан ҡотолорға уйлай: Пикфордҡа утыҙ йәш тула, ул ҡыҙҙар-үҫмерҙәр ролдәренән арый, әкренләп улар моданан да сыға башлай[10]. 1923 йылда немец режиссёр Эрнст Любичты саҡырып, уның «Розита» исемле мелодрамаһында төшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур декорациялар, прессалағы уңышҡа ҡарамаҫтан, фильм алдағы картиналарға ҡарағанда, уңышһыҙыраҡ була.
Тамашасы уны өлкән ролдәрҙә ҡабул итмәгәс, Пикфорд кире балалар амплуаһына ҡайта. 1924 йылда сыҡҡан «Хэддон-Холлдан Дороти Вернон» тарихи фильмында йәш ҡыҙҙы, «Бәләкәй Анни Руни» трагикомедияһында (1925) — ун ике йәшлек шуҡ ҡыҙҙы, «Турғайҙар» драмаһында(1926) — үҫмер йәтимде уйнай. Шуға ҡарамаҫтан, 1927 йылда актрисаға 35 йәш тула, «Минең һөйгән ҡыҙым» мелодрамаһында өлкән ролде уйнай.
1928 йылдың мартында Пикфордтың әсәһе шештән үлеп ҡала, һәм актриса юғалтыуҙы ауыр кисерә. Шул уҡ йылда балалар ролдәренән арыныу өсөн, алтын сәстәрен ҡырҡып ташлай. Был ваҡиға гәзиттәрҙең беренсе биттәренә эләгә.[11]
1929 йылда тауышлы кино төшөрөлә башлай. 1927 йылдың «Ҡылансыҡ» пьесаһын төшөрөүгә хоҡуҡ ала, Норма Безант исемле һылыуҡай һәм уның һөйгәне тураһында трагик тарих. Тамашасы фильмды дәррәү ҡабул итә, ә Пикфорд Норма роле өсөн беренсе һәм берҙән-бер «Оскар» премияһын ала. Критиктар фильмға һалҡын ҡарайҙар.[12]
Пикфордтың башҡа картиналары ҙур уңыш ҡаҙанмай, шуға карьераһын тамаларға ҡарар итә һәм башҡа кинола төшмәй.
Халыҡтың сикһеҙ ышанысы менән ҡулланғас, Пикфорд төрлө шәфҡәтлек акцияларында ҡатнаша. 1918 йылда Беренсе донъя һуғышы ваҡытында актриса Дуглас Фэрбенкс, Чарли Чаплин, Мэри Дресслер[13] менән берлектә хуғыш ихтыяждарын ҡаплар өсөн хәрби заём облигацияларын алыуға халыҡты әйҙәй.
1921 йылда Пикфорд Фэрбенкс, Чаплин, Гриффит менән бергә Мохтажлыҡ кисергән киноактерҙарға ярҙам фонды төҙөй, һәм вице-президенты була.
1927 йылда Пикфорд абруйлы голливудлылар менән Америка кино сәнғәте академияһын төҙөй.
Шулай уҡ ауырыуҙар янына госпитальдәргә йөрөй. 1949 йылда өсөнсө ире Чарльз Роджерс һәм дуҫы Малкольм Бойд менән Pickford-Rogers-Boyd телерадиокомпанияһын төҙөйҙәр.
Киноға төшмәгәндә ла, Пикфордтың билдәлелеге һаҡлана. 1940-сы йылдарҙа продюсерлыҡ менән шөғөлләнә, «Йоҡла, һөйгәнем» драмаһын (1948 йыл) һәм «Бәхетле мөхәббәт» (1949) комедияһын сығара. Шәхси тормошо еңелдән булмай. Бер нисә йыл эсендә бер-бер артлы яҡын туғандарын юғалта. 1928 йылда әсәһе үлеп ҡала, 1933 йылда — ҡустыһы Джек, 1936 йылда — һеңлеһе Лотти.
Тәрбиәгә алған балалары, иртә ҙурайып, уҙ тормошон көтә башлайҙар. 1960-сыйылдар уртаһында, бүлмәһенән сыҡмай, башҡалар менән телефонда ғына аралаша. 1976 йылда Пикфордты кинематографты үҫтереүҙәге ҙур өлөшө өсөн «Оскар» менән бүләкләйҙәр, һәм кино төшөрөү төркөмө уның кыҫҡа рәхмәт һүҙен төшөрөп ала.
Үлеменән алда Канаданың гражданлығын яңырта. Мэри Пикфорд мейегә ҡан һауыуҙан 1979 йылдың 29 майында 87 йәшендә үлеп ҡала. Калифорнияның Форест-Лаун зыяратында ерләнә.
1930 йылда Мэри Пикфорд «Кокетка» фильмындағы роле өсөн «Оскар» премияһына лайыҡ була. 1976 йылда кинематографты үҫтереүе өсөн Киноакадемия тарафынан бүләкләнә. Уның иҫтәлегенә йондоҙо 6280, Голливуд бульварындағы Голливуд «Дан аллеяһында» асалар.
Мэри Пикфорд Викиөҙөмтәлә | |
Мэри Пикфорд Викимилектә |
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |