Мәкруһ | |
Алдағы | Ниәт |
---|---|
Менән бәйләнештә | Qlapsk Islam[d] |
Нимә менән тоташа | Udwan[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | Мөстәхәб |
Мәкруһ (ғәр. مكروه; рус. Макрух) — фиҡһ буйынса харамға яҡын ғәмәл ([1]. Мәкруһтың ике төрө бар: харам тиерлек тәхриман-мәкруһ һәм еңелерәк — тәнзиһан-мәкруһ. Ике төр мәкруһтан да тыйылыу Аллаһыға яраҡлы тип, тик тәхриман-мәкруһ ҡылыуы ғына гонаһ тип һанала[1].
«Мәкруһ» һүҙенең мәғәнәһе Ҡөрьән иңгән замандан бирле үҙгәргән. IX быуат уртаһына тиклем терминология-хөкөм (рөхсәт ителгәнлек баһаһы) әле формалашмаған, һәм «мәкруһ» һүҙе ҡәтғи тыйылған ғәмәлдәрҙе билдәләү өсөн ҡулланылырға мөмкин булған[2].
Төрлө мәҙһәбтәрҙә (хоҡуҡ мәктәптәре) харам, мәкруһ тип һаналған нәмәләр тураһында төрлө фекерҙәр бар. Өс сөнни мәҙһәбтә (мәлики, ханбали, шәфиғи) Ҡөрьәндә йәки сәхих-хәҙистә тыйылған ғәмәлдәр мөхәддистәр сылбырының күпме булыуына ҡарамаҫтан, харам тип һанала, хәнәфи мәҙһәбтә бер генә тапшырыусылар сылбырынан килгән хәҙистәр менән тыйылған ғәмәлдәр мәкруһ категорияһына ҡарай[1].
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |