Мөхәммәт Мәккәлә

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хира мәмерйәһе

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Мәккәлә йәшәү осоро Мөхәммәт тыуғандан алып (571 йыл) Мәҙинәгә Һижрәт ҡылғанға тиклем булған. Был осорҙа пәйғәмбәргә рисәләт килә һәм тәүге Ҡөрьән аяттары иңдерелә башлауы тураһында белдерә.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр 570 йылда Мәккәлә ҡорайыштар ҡәбиләһе Бәнү Һәшим (Һәшимиҙар) ырыуында тыуған. Атаһы Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип улдары тыуғанға тиклем үк вафат була, ә әсәһе, Әминә бинт Үәһәб балаһы алты йәшендә сағында вафат була. Мөхәммәт олатаһы Ғәбд әл-Моталлип ҡарамағында тәрбиәләнә, ә олатаһы үлгәндән һуң, Мөхәммәткә һигеҙ йәш булғанда, атаһының туғаны Бәнү Һәшим ырыуының яңы башлығы Әбү Талипҡа тәрбиәгә тапшырыла[1].

Бөтә һәшимиҙәр кеүек үк, Мөхәммәттең ағаһы Әбү Талип сауҙа менән шөғөлләнә, әммә уның ғаиләһе артыҡ бай булмай. Мөхәммәткә 12 йәш тирәһе булғанда, Әбү Талип уны үҙе менән Бүсрәгә (Көньяҡ Сүриә) сауҙа сәфәренә ала. Бусрәлә ул Баһира тигән монахты осрата, тегеһе улар араһында пәйғәмбәр барлығын хәбәр итә[2].

Ун биш йәшенән Мөхәммәт үҙ аллы тормош башлай. Бер ни тиклем ваҡыт ул мәккәләрҙең һарыҡтарын көтә һәм каруандарҙы йыһазландырыуҙа ҡатнаша. Мөхәммәт алышта (яҡынса 590 йылда) ҡатнаша[3][4].

Мөхәммәттең дини эшмәкәрлеге уға ҡырҡ йәш тулғанда башлана (исламда — пәйғәмбәрлек миссияһы, рәсүл миссияһы). Быға тиклем Мөхәммәт йыл һайын Хира мәмерйәһендә Рамаҙанда бер ай дауамында ғибәҙәт ҡылыуҙарға бирелә. Был ҡорайыштар ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем үткәргән дини йола була. Был айҙа пәйғәмбәр хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, уға килгән фәҡирҙәргә риҙыҡ бирә[5].

Өсөнсө ҡатыны Ғәйшә бинт Әбү Бәкер әйтеүенсә (беренсе һәм уның тере сағында берҙән-бер ҡатыны Хәҙисә үлгәндән һуң өйләнә), Мөхәммәттең пәйғәмбәрлек эшмәкәрлеге уның төш күреүҙәренән башлана, унда яңғыҙлыҡҡа һөйөү уятыла. Ул Жәбәл ән-Нур тауындағы Хира мәмерйәһендә, ғаиләһенә кире ҡайтырға теләге тыуғанға тиклем, Аллаһҡа күп төндәр буйына ғибәҙәт ҡыла. Шундай төндәрҙең береһендә уға Ябраил фәрештә килә (Библияла Архангел Гавриил) килә. Ул Мөхәммәткә: «Уҡы!» — ти. Мөхәммәт уға уҡый белмәүен әйтә. Шунан фәрештә, уның күкрәген ҡыҫып, тағы уҡырға ҡуша. Мөхәммәт тағы ла уҡый белмәүен әйтә. Шул саҡта фәрештә уны тағы ла нығыраҡ ҡыҫып, тағы ла уҡырға ҡуша. Мөхәммәт тағы ла уҡый белмәүен әйтә. Шунан фәрештә уны өсөнсө тапҡыр ҡыҫа Һәм Ҡөрьәндең тәүге аяттарын әйтә:

« Һине барлыҡҡа килтергән Раббыңдың исеменә уҡы. Кешене Ул уҡмашҡан ҡандан яралтты, уҡы, һинең Раббың иң йомарт, Ул ҡәләм менән өйрәтте — Ул кешегә белмәгән нәмәне өйрәтте
»

Артабан, Әйшә һүҙҙәре буйынса, Мөхәммәт, ҡурҡып, беренсе ҡатыны Хәҙисә янына ҡайта. Шунан Һуң Ул Хәҙисәгә бөтәһен дә һөйләй. Хәҙисә христиан динендәге уҡымышлы Варака тигән ике туған һуҡыр ағаһын Мөхәммәтте тыңларға саҡыра. Мөхәммәттең нимә күргәнен һөйләгәс, Варака уға фәрештә ебәрелгәнен әйтә. Шулай уҡ ул уға халҡы ҡыуып сығарасағын, һәм Мөхәммәткә ярҙам итә алмау ихтималлығын әйтә, әммә иҫән ҡалһа, мөмкин тиклем ярҙам итәсәген белдерә. Әммә Варака үлә, ә үәхиҙәр ваҡытлыса туҡтатыла[6].

Исламдың тарала башлауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәткә ышанған беренсе кеше уның ҡатыны Хәҙисә була. Ул уны тынысландыра, хуплай, өҫтәүенә, Ябраил Мөхәммәт янына килгәс, ул уға « иблис түгел, ә фәрештә» икәнен иҫбатлай[7]

Кешеләр әкренләп исламға инә башлай, башта Улар Мөхәммәт с.ғ.с ҡатыны Хәҙисә һәм тағы ла һигеҙ кеше: Али ибн Әбү Талип, Зәйет бин Хариҫа, Әбү Бәкер, Усман ибн Әффан, Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм, Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф, Сәғд ибн Әби Үәҡҡас, Талха ибн Ғөбәйдулла була. Һуңынан ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа төркөмләп ислам динен ҡабул итә башлай, һәм Мөхәммәт асыҡтан-асыҡ исламға саҡыра башлай. Быға тиклем, өс йыл дауамында, ул үҙенең вәғәзен йәшерен алып бара. Ҡөрьәндә был хаҡта шулай тип әйтелә:

« Һиңә ҡушылғанға дәғүәт ҡыл һәм күп илаһтарға табыныусыларҙан борол!
»


Мәжүсиҙәр менән дошманлыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мосолман биографтарына ярашлы, Мөхәммәт ул мәжүси ғибәҙәт объекттарына ҡағыла башлағанға тиклем кешеләр уның вәғәздәренә тыныс ҡарай. Шул мәлдән улар уның һәм уның эйәрсендәре менән көрәшергә ҡарар итә. Мөхәммәткә уның ағаһы Әбү Талип көслө ярҙам күрһәтә. Был ярҙам менән уға үҙ ырыуына ҡаршы сығырға тура килә. Хаж ваҡыты еткәс ҡорайыштар ғәрәптәргә «Мөхәммәт сихырсы, ул кешене атаһынан, ағаһынан, ҡатынынан, туғандарынан айыра» тип әйтергә ҡарар итә[8].

Һуңынан ҡорайыштар ислам динен ҡабул иткәндәрҙең барыһына ла дошманлыҡ күрһәтә башлайҙар. Уларҙы туҡмарға, аслыҡҡа, һыуһауға, эҫелеккә дусар итергә, үлем менән янарға тотонғандар. Былар барыһы ла Мөхәммәтте мосолмандарҙы Мәккәнән Мәҙинәгә күсереү — Һижрәт тураһында ҡарар ҡабул итергә этәрә.

  1. Доктор Рахман. Краткая история Ислама / Пер. с англ. Д. Хайретдинов. — М.: Умма, 2002. — 416 с. — ISBN 5-94824-003-7.
  2. Большаков O. Г. Паломничество и договор в Худайбии // История Халифата. — Второе издание. — М., 2000. — Т. 1. Ислам в Аравии, 570—633.
  3. Союз «Хильф аль-Фудул» был сформирован с целью борьбы с несправедливостью и защиты неимущих и угнетённых Аравии.
  4. Его милосердие и сострадание объяло всех 2012 йыл 9 сентябрь архивланған. — PosledniyProrok.Info
  5. Армстронг, История Бога, 2016
  6. см. «Сахих» аль-Бухари, Книга 1. «Начало откровений», хадис № 3, со слов Аиши.
  7. см. Ибн Хишам «Жизнеописание Пророка Мухаммада», глава «Послание Мухаммада с пророческой миссией»(недоступная ссылка)
  8. см. Ибн Хишам «Жизнеописание Пророка Мухаммада» глава «Козни курайшитов», перевод Гайнуллин Нияз Абдрахманович.(недоступная ссылка)
  • Карен Армстронг. История Бога: 4000 лет исканий в иудаизме, христианстве и исламе = A history of God. — М.: Альпина Нон-фикшн, 2016. — 500 p. — 2000 экз. — ISBN 978-5-91671-541-5.