Ғәҙәттә, исламда ҡомартҡыларға, айырыуса Мөхәммәт Пәйғәмбәргә ҡараған ҡомартҡыларға, ҙурлап ҡарау тарихы бай[1]. Беренсе мосолмандарҙың ҡайһы берҙәренең ҡомартҡыларға табыныуын билдәләгән тарихи дәлилдәр ҙә бар, һәм был тәжрибә ун һигеҙенсе быуатҡа тиклем Сөнни ислам донъяһының күпселек өлөштәрендә популяр булып ҡалыуын дауам иткән.
Ун һигеҙенсе быуатҡа тиклем Сөнни ислам донъяһының күпселек өлөштәрендә ҡомартҡылар популяр булған. Артабан сәләфилек һәм үәһһәби реформаторлыҡ хәрәкәттәре ширк гонаһы (һындарға табыныу) менән бәйләп, бындай ғәмәлдәрҙе ҡәтғи ғәйепләй һәм тыя башлаған.
Был ҡараштар тәьҫирендә ҡайһы бер хәҙерге мосолмандар ҡомартҡыларҙы ихтирам итеү тәжрибәһен бөтөнләй кире ҡаға. Ысын мәғәнәһендә пәйғәмбәр ҡомартҡылары Истанбулда Топҡапы һарайындаe[2][3][4] һаҡлана, тип һанала. Улар Hirkai Serif Odasi (Изге Мантия залы) тигән исем менән билдәле булған секцияла урынлаштырылған.
XVII быуат француз тикшеренеүсеһе Жан-Батист Тавернье Константинополдә ике ҡаҙнасы менән әңгәмәләре тураһында яҙа, улар штандарт, мантия һәм мөһөрҙө тасуирлай.[5] Ике быуаттан Һуң Чарльз Уайт Мөхәммәттең хиркәһе (мантияһы), штандарты, һаҡалы, теше һәм табан эҙе тураһында яҙа, һуңғыһын ул шәхсән күрә[6].
Төрөксә Sancak-ı Şerif («Изге санжак») исеме менән билдәле булған Мөхәммәт пәйғәмбәр штандарты ҡатыны Ғәйшә бинт Әбү Бәкерҙең сатыр ишегендә ҡорған булып хеҙмәт иткән. Икенсе риүәйәт буйынса, штандарт Мөхәммәткә һөжүм итергә бойороҡ бирелгән Бурайдаһ ибн әл-Хәсибтең бының урынына сәлләһенеү бер киҫәге — быны ул һөңгөһөнә беркетеп, Пәйғәмбәргә баш эйгән һәм үҙен Мөхәммәткә хеҙмәт итеүгә бағышлаған[7]
Изге мантия, Hırka-i Şerif (Хирҡә-и шәриф) йәки Бүрдә — Ҡәғб Ибн Зөһәйргә Мөхәммәт с.ғ.с. бүләк иткән кейем (хирҡә, мантия). Уның балалары хирҡәне Өмәүиҙәр династияһына нигеҙ һалған Мүәвиә ибн Әбү Суфыянға һата. Өмәүиҙәр ҡолатылғандан һуң мантия Ғәббәсиҙәр ваҡытында Бағдадҡа, мәмлүктәр ваҡытында Ҡаһирәгә күсә һәм, ниһайәт, 1595 йылда Сәлим I тарафынан Топҡапы һарайына килтертелә[8].
Изге мөһөр (Mühr-ü Şerif) ғосман солтандарының Топҡапы һарайында һаҡланған ҡомартҡылар коллекцияһының бер өлөшө.Жан-Батист Тавернье 1675 йылда мисәттең Топҡапылағы ҡомартҡылар бүлмәһендә эбен ағасынан эшләнгән бәләкәй генә ҡумтала һаҡланыуы тураһында хәбәр итә[5]
Төрөк телендә Sakal-ı Şerif (Һаҡал-шәриф) Мөхәммәт Пәйғәмбәр һаҡалы Топҡапыла быяла һауытта һаҡлана[9].
Мөхәммәт Өхүд һуғышында дүрт тешен юғалта. Ике теш юғалған, береһе Топҡапылала һаҡланған, ә икенсеһе Мәхмәт II-лә булған[10].
Бәрәкәтле сандалиҙар, урдуса Nalain Shareef (Налайн Шәриф) ,[11] традицион рәүештә Мөхәммәттең фатихаһын алыу өсөн ҡулланылған.[12]
1400 йыл элек Мөхәммәт ҡулланған һәм уның вафатынан һуң ҡыҙы Фатимала һәм уның ире, дүртенсе хәлифә һәм Мөхәммәттең ике туған ҡустыһы Али ибн Әбү Талип һаҡланған кәсә. Улар үлгәндән һуң, кәсә уларҙың балалары Хәсән һәм Хөсәйенгә күсә. Ҡомартҡыны Мөхәммәт Пәйғәмбәр тоҡомдары быуындан-быуынға тапшыра килгән, ниһайәт, ул Британияға барып еткән. 2011 йылдың 21 сентябрендә туҫтаҡ Чечняға килтерелгән, хәҙер ул Грозныйҙа Әхмәт хажи Ҡадиров исемендәге «Чечня йөрәге» мәсетендә һаҡлана[13].