Нови-Сад университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 28 июнь 1960 |
---|---|
Дәүләт | Сербия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Нови-Сад, Суботица[d], Сомбор[d] һәм Зренянин[d] |
Ойошма ағзаһы | Европа университеттары ассоциацияһы[d][2] һәм Университетское агентство Франкофонии[d][3] |
Уҡыусылар һаны | 48 791[4] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Нови-Сад, Сербия |
Рәсми сайт | uns.ac.rs |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Нови-Садского университета[d] |
Нови-Сад университеты Викимилектә |
Нови-Сад ҡалаһы университеты(сер. Яңыраҡ баҡса янында Универзитет / u Sadu Univerzitet Novom) — Сербияның Нови-Сад ҡалаһы университеты, ҙурлығы буйынса илдә икенсе урында тора. Сербияның тарихы бик ҡатмарлы була. 1941 йылда герман ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынған Сербия дәүләтенең өлөшө Венгрия, Болгария һәм Албанияға бирелә. 1945 йылда ул Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы, 1963 йылда Югославия Социалистик Федератив Республикаһы иғлан ителә. Уның составында Сербия Халыҡ Республикаһы, 1963 йылда Сербия Социалистик Республикаһы булдырыла. Ошо осорҙа Сербия Халыҡ Республикаһында Нови-Сад ҡалаһы университетына нигеҙ 1960 йылда һалынған. Илдәге этник-ара ҡаршылыҡтар үҫеше һәм сепаратизм 1990-сы йылдар башында граждандар һуғышына һәм Югославияның тарҡалыуына килтерә. Сербия айырым дәүләте барлыҡҡа килә һәм унда Нови-Сад университеты ғәмәлдә ҡала.
Нови-Сад университеты 14 факультетты үҙ эсенә ала, шуларҙан Михайл Пупин исемендәге техник факультеты Зренянин ҡалаһында (1986 йылда бындағы 1974 йылда барлыҡҡа килгән Технико-педагогия училищеһы нигеҙендә төҙөлгән), педагогия факультеты — Сомбор ҡалаһында, төҙөлөш һәм иҡтисад факультеты, шулай уҡ венгр телендә уҡытҡан уҡытыусылар факультеты — Суботица ҡлаһында, ҡалғандары Нови Сад ҡалаһында урынлашҡан.
Университет составына илдең сәнғәт академияһы инә.