Новосибирск дәүләт техник университеты

Новосибирск дәүләт техник университеты
Нигеҙләү датаһы 1950
Рәсем
Рәсми атамаһы Новосибирский электротехнический институт[1] һәм Новосибірський електротехнічний інститут[1]
Эшмәкәрлек төрө техническое образование[d][2]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Новосибирск
Ойошма ағзаһы Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың техник университеттары Ассоциацияһы[d]
Уҡыусылар һаны 13 500[3]
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][4]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Новосибирск, Рәсәй
Диапазон IPv4 82.137.156.0/24[5]
Диапазон IPv6 2001:b08:a::/48[6]
Рәсми сайт nstu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Новосибирского технического университета[d]
Карта
 Новосибирск дәүләт техник университеты Викимилектә

Новосибирск дәүләт техник университеты (НДТУ) —Новосибирск ҡалаһындағы күп профилле университет, унда 95 йүнәлеше буйынса (бакалавриат һәм магистратура) әҙерлек алып барыла. Университет составына 17 факультет һәм институт инә.

СССР Министрҙар Советы 1950 йылдың 19 авгусында Новосибирск электротехник институты ойошторорға ҡарар сығара (НЭТИ)[7], шул уҡ йылда тәүге корпусы төҙөлә башлай. Беренсе дәрес 1953 йылда башлана. Беренсе ҙур бина (студенттар ятағы) 1954 йылда төҙөлә. Беренсе уҡыу корпусы 1960 йылда ғына төҙөлөп бөтә, быға тиклем дәрестәр Римский-Корсаков урамындағы йорттоң үҙгәртеп йыһазландырылған 6 фатирында үткәрелә. Беренсе сығарылышы 1958 йылда була һәм 153 кеше инженер дипломы ала. Улар киләсәктә ғилми-тикшеренеү институтының, ҙур предприятиеларҙың әйҙәүсе белгестәре, күренекле етәкселәр, академиктар булып китәләр. 1992 йылда институт, техник факультеттар өҫтәлеү менән бәйле, Новосибирск дәүләт техник университеты тип атала башлай. 1995 йылда Новосибирск социаль реабилитация институты —— Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән (Төньяҡ Кавказдан Камчаткаға тиклем) физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр белем алған Себерҙәге берҙән бер уҡыу йорто — университет составына инә. Университет базаһында Рәсәй Федерацияһының белгестәр әҙерләү сифаты мәсьәләләре буйынса тикшеренеү үҙәге филиалы эшләй.

НЭТИ-НДТУ-ға нигеҙ һалыусылар:

  • Алабужев Петр Михайлович — техник фәндәр докторы, профессор, кафедра мөдире (1908—1995)
  • Веселовский Олег Николаевич — техник фәндәр докторы, профессор, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры (1928—2018[8])
  • Георгий Павлович Лыщинский — профессор, ректор НЭТИ (1922—1995)
  • Орлов Василий Тимофеевич — техник фәндәр кандидаты, доцент, уҡыу эштәре буйынса проректоры (1906—1965)
  • Городецкий Александр Фомич — техник фәндәр кандидаты, профессор, кафедра мөдире (1910—1968)
  • Георгий Владимирович Грабовецкий — техник фәндәр докторы, профессор, кафедра мөдире (1922—2013)
  • Пазухин Сергей Павлович —техник фәндәр докторы, профессор, кафедра мөдире (1895—1966)
  • Потужный Андрей Ксенофонтович — техник фәндәр кандидаты, доцент, НЭТИ директоры (1905—1955)
  • Василий Михайлович Казанский — техник фәндәр докторы, профессор, ғилми эш буйынса проректор (1922—2011)
  • Иосиф Григорьевич Колкер — техник фәндәр докторы, профессор, декан (1918—2005)
  • Леонид Иннокентьевич Тушинский — техник фәндәр докторы, профессор, кафедра мөдире (1926—2010)
  • Щербаков Василий Кузьмич . — техник фәндәр докторы, профессор, кафедра мөдире (1903—1980)

60 йыл эсендә вуз 90 меңдән ашыу белгес әҙерләй.

НДТУ 8 уҡыу корпусында урынлашҡан. Уҡытыу процесында 236 дөйөм университет, факультет һәм кафедраль компьютер кластары, 48 мультимедиа аудиторияһы, 60-тан ашыу лаборатория, уҡыу-ғилми үҙәге, кафедраларҙың төбәктең сәнәғәт предприятиелары базаһында 30-ҙан ашыу ведомство-ара лабораториялары һәм филиалдары ҡулланыла.

НДТУ-ла уҡытыусылар һәм студенттар өсөн ваҡытлы матбуғат баҫмаһы нәшер ителә.

2016 йылда НДТУ-ның ғилми китапханаһы айырым бинаға күсә, унда 1,5 млн дананан ашыу китап күсерелә.

2017 йылдың апрелендә НДТУ төбәктең терәк университеттарының береһе булып китә[9].

НДТУ Рәсәй юғары уҡыу йорттары рейтингында түбәндәге урындарҙы биләй:

  • «Ээксперт РА» рейтинг агентлығы :

Дөйөм рейтингта: 2013 йылда — 20 урын, 2014 йылда — 16 урын, 2015 йылда — 20 урында, 2016 йылда — 24 урын.

«Тамамлаусыларға һорау» күрһәткесе буйынса: 2013 йылда — 21-се урын, 2014 йылда — 13 урын, 2015 йылда — 17 урын, 2016 йылда — 19 урын.

  • Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттары рейтингында (В. Потанин фонды): 2013 йылда — 22 урын (58 вуздан), 2014 йыл — 30-31 урын (75 вуздан), 2015 йылда — 17-18 урын (75 вуздан), 2016 йылда — 13-сө урын (75 вуздан), 2017 йылда — 8-се урын (75 вуздан).[10]
  • 2020 йылда Рәсәй вуздары рейтингында РАЭКС фаразы буйынса университет 39-сы урынды биләй.[11]

НДТУ халыҡ-ара рейтингта түбәндәге позицияларҙы биләй:

  • Донъяның иң яҡшы юғары уҡыу йорттары рейтингыһында QS World University Rankings. 2017/2018 — 801—1000 урын.[12]
  • Халыҡ-ара рейтинг «Три Миссии Университетов» — 2019 йылда 1001—1100 урын.[13]
2013 йыл. НДТУ-ның беренсе корпусына инеү урыны
2000 йыл. Университет ректоры А. Востриков Владимир Путинға НДТУ-ның 50 йыллығына иҫтәлекле значок тапшыра
НДТУ-ның спорт һарайы

Факультеттары һәм институттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
НДТУ-ның һигеҙенсе корпусы
  • Автоматика һәм иҫәпләү техникаһы факультеты (АВТФ)
  • Осоусы аппараттар факультеты (ФЛА)
  • Механика-технология факультеты (МТФ)
  • Автоматлаштырыу һәм мехатроника факультеты (ФМА)
  • Ғәмәли математика һәм информатика факультеты (ФПМИ)
  • Электроника һәм радиотехника факультеты (РЭФ)
  • Физика-техника факультеты (ФТФ)
  • Энергетика факультеты (ФЭН)
  • Бизнес факультеты (ФБ)
  • Гуманитар белем биреү факультеты (ФГО)
  • Дистанцион уҡытыу институты (ИДО)
  • Социаль технологиялар институты (ИСТ)
  • Өҫтәмә профессиональ белем биреү институты (ИДПО)
  • Квалификацияны күтәреү факультеты
  • Әҙерлек факультеты
  • Халыҡ факультеты
  • НДТУ-ның инженер лицейы

Билдәле тамамлаусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ:Категория:Выпускники Новосибирского технического университета

  1. 1,0 1,1 https://www.nstu.ru/sveden/common
  2. Novosibirskij gosudarstvennyj techničeskij universitet // Чешская национальная авторитетная база данных
  3. http://indicators.miccedu.ru/monitoring/_vpo/inst.php?id=177
  4. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  5. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=82.137.156.0%20-%2082.137.156.255&type=inetnum
  6. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:b08:a::/48&type=inet6num
  7. Энциклопедия Новосибирск. — Новосибирск: Новосибирское книжное издательство, 2003. — С. 611—612. — 1072 с. — ISBN 5-7620-0968-8.
  8. Скончался один из основателей НГТУ—НЭТИ Олег Николаевич Веселовский (17 апрель 2018).
  9. Вызов для вузов // Коммерсантъ. — 2017-04-17.
  10. Рейтинг вузов. Благотворительный фонд В.Потанина. Дата обращения: 12 октябрь 2018. Архивировано 13 октябрь 2018 года. 2017 йыл 31 март архивланған.
  11. Рейтинг лучших вузов России RAEX-100. raex-rr.com. Дата обращения: 16 июнь 2020.
  12. Российские вузы в мировом рейтинге QS - 2017, РИА Новости (8 июнь 2017). 12 октябрь 2018 тикшерелгән.
  13. Рейтинг Три Миссии Университетов, 2019. Дата обращения: 19 сентябрь 2019..