Николай Андреевич Римский-Корсаков исемендәге Ленин орденлы Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһы — рус. Санкт-Петербургская консерватория имени Н. А. Римского-Корсакова - Санкт-Петербург юғары музыка уҡыу йорто, Рәсәйҙең тәүге консерваторияһы. 1861 йылдың 17 (29) октябрендәге иң юғары указ менән пианист, композитор һәм дирижер Антон Рубинштейндың башланғысы буйынса шунан ике йыл элек асылған Рус музыка йәмғиәтенең музыка кластары нигеҙендә булдырылған училище[9]. Уставтың 1-се § ярашлы, музыкаль училище туранан-тура бөйөк кенәзбикә Елена Павловнаның ҡурсыуында ойошторолған. Артабан училище консерваторияға үҙгәртелгән. Рәсми асыу тантанаһы 1862 йылдың 8 (20) сентябрендә уҙа.
Консерваторияны ойоштороуҙың төп инициаторы - уның тәүге артистик директоры Антон Рубинштейн булған, ул шулай уҡ фортепиано класы буйынса беренсе профессор.
Композиция класы буйынса консерваторияны беренсе булып 1865 йылда Петр Ильич Чайковский ҙур көмөш миҙал менән тамамлай .
1871 йылда композиция теорияһы һәм инструментлаштырыу кафедраһы профессоры вазифаһына Николай Римский-Корсаков саҡырыла . Консерваторияла уҡытҡан йылдарҙа (1871-1908) Римский-Корсаков бик күп күренекле музыканттарҙы әҙерләп сығара, уларҙың ҡайһы берҙәре, Анатолий Лядов һәм Максим Штейнберг кеүек үк, артабан үҙҙәре Консерватория профессорҙары булып китә.
1876 йылда Карл Юльевич Давыдов консерватория директоры булып тора.
Директор булып эшләгән дәүерендә Давыдов уҡыу программаларын һәм имтихан талаптарын әҙерләүгә ҙур иғтибар бирә. Консерваторияға уҡырға инеү һәм тамамлау өсөн талаптар айырыуса ентекле аныҡлана. Давыдов ҡарамағында юғары уҡыу йорто булараҡ консерваторияның әһәмиәтен күтәргән яңы устав эшләй башлай.
К. Ю. Давыдов осоронда уҡыусылар ҡабул итеү байтаҡҡа киңәйә, ике тапҡырға тиерлек арта. Түләүһеҙ вакансиялар һаны арта, ә ҡайһы бер уҡыусылар өсөн льготалы түләү билдәләнә. Үҙенең директор эшмәкәрлеге башында Давыдов Уҡыусыларға матди ярҙам һәм мохтаждарҙы ятаҡҡа урынлаштырыу буйынса йәмғиәт ойошмаһының инициаторы булып сығыш яһай.
Батша чиновниктары менән уның араһында бер нисә низағ килеп сыҡҡан, улар түбән ҡатлам студенттарына консерваторияға инеү өсөн түләү буйынса льготаларҙы ҡыҫҡартырға талап иткән. Дирекция менән килешмәйенсә, К.Ю. Давыдов отставка тураһында ғариза биргән һәм 1887 йылда консерваториянан киткән.
Уның тураһында замандаштарының хәтирәләре бик йылы. К. Ю. Давыдов етәкселеге осоро — консерватория үҫеше тарихында иң мөһим дәүерҙәрҙең береһе.
1905 йылда консерватория ректоры итеп композитор Александр Глазунов һайлана, ул 1928 йылға тиклем был вазифала ҡала.
1917 йылғы Октябрь социалистик революцияһынан һуң Петроград консерваторияһы 1918 йылда дәүләт учреждениеһы булып китә.
1956 йылға тиклем Ленинград консерваторияһы составына хәрби-диңгеҙ факультеты ингән.
XXI быуат башына ҡарата Консерватория Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында тора һәм ете факультеты бар:
«Ленинградская консерватория в воспоминаниях» 2020 йыл 17 февраль архивланған. / ред. Г. Г. Тигранов. — Л.: Музыка, 1987