Ожиш | |
Байраҡ | Герб |
Дәүләт | Польша |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ожиш[d] һәм Johannisburg District[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Халыҡ һаны | 5402 кеше (31 март 2021)[1] |
Ир-егеттәр | 2664[2] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 2738[3] |
Майҙан | 8,16 км² |
Почта индексы | 12-250 |
Рәсми сайт | orzysz.pl |
Ожиш Викимилектә |
Ожиш (пол. Orzysz, нем. Arys, прусск. Aris) — Польшаның ҡалаһы. Сайно һәм Ожиш күлдәре араһының Ожиш йылғаһы янындағы Пишский повятының Варминьско-Мазурский воеводствоһы территорияһында урынлашҡан. Ожиш — ҡала-ауыл гминаһының административ үҙәге. 1975—1998 йылдарҙа Сувалкский воеводствоһы составына ингән.
2012 йылдың 30 июнендәге мәғлүмәттәр буйынса ҡала халҡы һаны 5 878 кеше тәшкил итә.
1946 йылдың 12 ноябрендә Ожиш ҡалаһы тип үҙгәртелә; ысын исеме-поляклаштырылған немец теленән топоним.
XV быуатта ҡаланың тарихы башланған. Конрад фон Эрлихсхаузен Конрад — 1443 йылдың 2 мартындағы бойороғо буйынса Арысь күле янында Нейдорф ҡасабаһына нигеҙ һалынған. Был термин ҡулланыуға инмәй ҡала. XVI быуат башында ниндәйҙер тевтон ордены документтарында Арысь (прусск. Aris, һуңыраҡ — Arys) телгә алына. Ҡала үҫешә һәм уның сауҙа күләме бер аҙ арта,. сауҙа юлы буйында тәүге йорттар барлыҡҡа килә.1725 йылда король Фридрих Вильгельм I ҡала уставын ҡабул ителә. 1753 йылда ҡалала ғәскәр фатирҙарға урынлаштырыла. Ҡалаһы эргәһендәге хәрби полигонға 1890 йылда нигеҙ һалынған, ул Ожиш полигоны булараҡ билдәле. 1895 йылда ҡалала гарнизон дислокацияланған. Полигон барлыҡҡа килеү һәм киңәйтеү, шулай уҡ хәрби инвестициялар (оло казармалары төҙөлгән) индереү сауҙа үҫешенә ҙур йоғонто яһай, һәм шуға күрә ҡала үҫешә. XХ быуат башында ҡала Пиш һәм Гижицко араһында тимер юл менән бәйләнеше файҙаланыуға тапшырыла, былар бөтәһе лә — 1908 йылда була, 1911 йылда менән Мронгово һәм Элком араһы менән дә йәләнеш булдырыла. Беренсе донъя һуғышы (1914 йылдың ноябренән— 1915 йылдың февраленә тиклем) ҡала рус ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. 1940 йылда ҡалала Огрудек ҡалаһында (Ожыштан15 км алыҫлыҡта Ожиш) тыуған мазур шағиры Михал Кайка вафат була. 1945 йылдағы хәрби хәрәкәттәр барышында ҡала өлөшләтә емерелә һәм яңы ғына барлыҡҡа килгән Польша дәүләте составына инә.
Храм Ожиша | |||||||||
|
1912 йылдың 19 сентябрендә ҡалала йәһүд сығышлы немец композиторы Зандерлинг Курт.тыуған. 1935—1960 йылдарҙа Советтар Союзында, эмиграцияла йәшәй, 1960 йылдан алып — Көнсығыш Берлинда йәшәй. 2011 йылдың 11 сентябрендә Берлинда вафат булған.
Туғандаш ҡала һәм коммуналар:
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] .
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] .