Ойстрах Давид Федорович (Фишелевич) (30 сентябрь 1908 йыл — 24 октябрь 1974 йыл) — совет скрипкасыһы, альтсы, дирижер, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1953). Ленин (1960) һәм беренсе дәрәжә Сталин премиялары лауреаты (1943).
Давид Ойстрах Одесса ҡалаһында йәһүд ғаиләһендә тыуған. Атаһы — икенсе гильдия сауҙагәре Ойстрах Фишель Давидович[8][9], әсәһе — Ойстрах Бейла Шепселевна (1880—1942 йылдан һуң)[10][11]. Бершадтә тыуған олатаһы, икенсе гильдия сауҙагәре Ойстрах Дувид Мошкович Екатерининская урамындағы икмәкханға хужа була (шулай уҡ әлеге урамдп уның өс ҡатлы йорто була)[12]. 1908—1932 йылдарҙа Д. Ф. Ойстрах Екатерининская урамы, 29 йортта йәшәй (Полицейская урамы мөйөшө, Кумбари йорто)[13]. Әсәһе Одесса опера театры хорында йырлай.
Давид Ойстрах биш йәшенән алып скрипкала һәм альтта уйнарға өйрәнә (уҡытыусыһы П. С. Столярский), башта шәхси рәүештә, ә 1923 йылдан алып — Одесса музыка-драма институтында (хәҙер А. В. Нежданова исемендәге Одесса милли музыка академияһы), уны 1926 йылда уңышлы тамамлай. Институтта махсус гармонияны һәм полифонияны композитор Н. Н. Вилинский етәкселегендә өйрәнә. Студент булған саҡта уҡОдесса симфоник оркестры менән солист һәм дирижер булараҡ сығыш яһай.
1926—1928 йыдарҙа — Одесса Посредрабис солисы. 1927 йылда Киевта А. К. Глазуновтың скрипка өсөн оркестр менән концертын башҡара, оркестрға автор үҙе етәкселек итә. 1928 йылда скрипкасы булараҡ тәү башлап Ленинградта уйнай, бер йылдан һуң Мәскәүҙә сығыш яһай һәм тиҙҙән баш ҡалаға йәшәү өсөн күсенә. 1932—1934 йылдарҙа һәм 1941 йылда була — солист, 1961 йылда — һәм дирижеры мәскәү филармонияһы.
1935 йылда 2-се бөтә Союз музыкант-башҡарыусылар конкурсында еңеү яулай һәм шул уҡ йылда Г. Венявский исемендәге халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында икенсе премия ала (Ж. Невё еңеүсе итеп таныла). Ике йылдан һуң Брюссель ҡалаһында Изаи исемендәге конкурста еңә һәм донъялыҡ билдәлелек яулай.
1942 йылда ҡатыны, улы һәм әсәһе менән Мәскәүҙән Свердловскиға эвакуациялана. Һуғыш йылдарында музыкант хәрби-шефлыҡ эштә әүҙем ҡатнаша, моблизация пункттарында, госпиталдәрҙә, блокадалы Ленинградта, Төньяҡ океан флотсылары алдында сығыш яһай. 1943 йылдан пианист Л. Оборин һәм виолончелист С. Кнушевицкий менән ансамблдә уйнай. Әлеге ансамбль Кнушевицкийҙың вафатына тиклем ғәмәлдә була (1963 йылға тиклем). 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Һуғыштан һуң әүҙем концерт эшмәкәрлеген башлай. 1945 йылда Мәскәүҙә И. Менухин (һуғыштан һуң СССР-ға килгән тәүге сит ил башҡарыусыһы) менән бергә И. С. Бах концерын башҡарыу тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. 1946—1947 йылдарҙа Скрипка концерты үҫеше" циклын ойоштора, унда ул Ян Сибелиус, Э. Элгар, У. Уолтон махсус уның өсөн ижад ителгән А. Хачатуряндың концерттарын башҡара. Скрипкасыға Д. Шостакович та оркестр менән скрипка өсөн концертын бағышлай, уны Нью-Йорк ҡалаһында 1955 йылда тәүге гастролдәрендә башҡара. Шулай уҡ альтист булараҡ та сығыш яһай.
О. Клемперер, Ю Орманди, К. Кондрашин, Г Караян, Д. Митрополус һәм башҡалар етәкселегендәге оркестр менән сығыш яһай. Донъяның күпселек илдәрендә гастролдәрҙә була.
1934 йылдан Мәскәү консерваторияһында (1939йылдан — профессор, 1950 йылдан — скрипка кафедраһы мөдире). Уның уҡыусылары араһында- улы Игорь, П. Чайковский халыҡ-ара конкурстар лауреаты. В. Климов, В Пикайзен, С Снитковский, О. Каган, М. Готсдинер, Л. Бруштейн, Л. Фейгин, Л. Исакадзе, Г Кремер, О. Крыса, А. Винницкий һәм башҡа скрипкасылар.
П. Чайковский исемендәге Халыҡ-ара конкурстарҙың тәүге бишәүһендә (1958—1974) «скрипка» номинацияһында алыштырһығыҙ жюри рәйесе була.
Ярайһы көслө шахматсы була, үҙ ваҡытында уның С. Прокофьев менән матчы йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһындырыу тыуҙыра. Ойстрах еңеү яулай (1937)[14].
Атаһы һәм улы острахтар йыш ҡына бергә сығыш яһайҙар[15].
1974 йылдың 24 октябрендә Амстердамда (Голландия) сираттағы концерттан һуң бер нисә сәғәт үткәс, йөрәк өйәнәгенән вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында (7-се участка) ерләнгән.