Ойунский Платон Алексеевич | |
саха Былатыан Ойуунускай | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 10 ноябрь 1893, 29 октябрь (10 ноябрь) 1893[1] или 1893[2] |
Тыуған урыны | Ботурусский улус[d], Якутский округ[d], Якутская область[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 31 октябрь 1939[1] или 1939[2] |
Вафат булған урыны | Яҡутск, РСФСР, СССР |
Үлем сәбәбе | противоправное лишение свободы[d] |
Балалары | Сардана Платоновна Ойунская[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | саха теле |
Һөнәр төрө | шағир, тәржемәсе, драматург, йәмғиәт эшмәкәре, филолог, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Томск дәүләт педагогия университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Ойунский Платон Алексеевич Викимилектә |
Платон Ойунский (Платон Алексеевич Слепцов; 11 ноябрь 1893 йыл — 31 октябрь 1939 йыл) — саха совет яҙыусыһы, ғалим-филолог һәм йәмәғәт эшмәкәре, саха совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы[3].
1914 йылда Яҡут уҡытыусылар семинарияһына уҡырға инә, уны 1917 йылда тамамлай[4]. 1917—1918 йылдарҙа Томск уҡытыусылар институтында белем ала.
1918 йылдың мартынан — КПСС ағзаһы. 1921 йылда — Якутия губревкомы рәйесе, 1922 йылда — Совранком рәйесе, 1923 йылда — Яҡут АССР-ы Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе. 1928—1931 йылдарҙа — Яҡут мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары. 1935 йылда уның башланғысы буйынса Яҡут АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағында Тел һәм мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты ойошторола, уның тәүге директоры итеп Платон Ойунский тәғәйенләнә. Ошо уҡ йылда Милләттәр институтында (Мәскәү) лингвистик фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. СССР Яҙыусылар союзы идаралығы ағзаһы (1934—1938) СССР Юғары Советының 1-се саҡырылыш депутаты[3].
Тәүге шиғырын 1917 йылда баҫтыра. 1919 йылда ул ваҡытта Яҡутстанда киң билдәлелек алған «Син биир буолбаат?» (Барыбер түгелме?) шиғырын ижад итә. Уның хикәйәләре, повестары, драмалары саха халҡы әҙәбиәтенең алтын фондына ингән. Этнограф булараҡ ул «Дьулуруйара Ньургун Боотур» (Нюргун Ботур Йылдам) һәм «Куо Туналыйбыт Туйаарым ньуурдааха» (Матур Туйарым Куо) исемле яҡут олонхо эпостарын нәшергә әҙерләй. Саха телендә силлаб-тоник шиғырын ҡулланыуын дәлилләй. Саха теленә урыҫ һәм донъя классикаһын тәржемә итә.
1938 йылдың 3 февралендә НКВД органдары тарафынан СССР Юғары Советының 1-се сессияһынан ҡайтып килгән саҡта, Иркутск ҡалаһында, ҡулға алына. Уға «буржуаз-милләтсел контрреволюцион ойошма менән етәкселек итеү» ғәйебе тағыла.
1939 йылдың 31 октябрендә Саха төрмә дауаханаһында вафат була. 1955 йылдың 15 октябрендә тулыһынса аҡлана[5].
- 1993 йылда Саха (Якутия) Республикаһы Президенты Указына ярашлы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн П. А. Ойунский исемендәге Дәүләт премияһы булдырыла[6].
- Якутск ҡалаһының үҙәк майҙанында Ойунскийға һәйкәл ҡуйылған.
Урыҫ телендә[7]: