Оло Айыу күле

Озеро
Оло Айыу күле
ингл. Great Bear Lake, фр. Grand lac de l'Ours
Морфометрия
Абсолют бейеклеге156 м
Үлсәме320 × 175 км
Майҙаны31 153 км²
Күләме2236 км³
Яр һыҙаты2719 км
Иң тәрән урыны413 м
Уртаса тәрәнләк72 м
Бассейн
Площадь бассейна11 717 км²
Урынлашыуы
66° с. ш. 121° з. д.HGЯO
Ил
ПровинцияТөньяҡ-Көнбайыш территориялар
Канада
Точка
Оло Айыу күле
 Оло Айыу күле Викимилектә

Оло Айыу күле (ингл. Great Bear Lake, франц. Grand lac de l'Ours, слейви Sahtú) — Канаданың иң ҙур эске күле. Ҙурлығы буйынса Төньяҡ Америкала 4-се һәм донъяла 8-се урынды биләй.

Күл төньяҡ поляр түңәрәгендә, төньяҡ киңлектең 65 һәм 67 градустары араһында һәм көнбайыш оҙонлоҡтоң 118 һәм 123 градустары араһында, иңгеҙ кимәленән 156 метр юғарыраҡ урынлашҡан[1][2].

Күлдән Оло Айыу йылғаһы (Сахту-Де) ағып сыға, ул Маккензи йылғаһына ҡоя. Күл буйындағы тораҡ пункттар — Делайн (Deline, элекке Форт-Франклин) һәм Эко-Бей (Echo Bay, шулай уҡ Порт-Радий (Port Radium) тип атала). 1930 йылда Жильбер Лабин (Gilbert LaBine) күл тирәһендә уран ятҡылығын аса, уның нигеҙендә рудник төҙөлә. Бында табылған уран Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлауҙа ҡулланнылған атом бомбаһы составында булған. Һуңыраҡ, сығарыу сығымдары юғары булғанлыҡтан, рудник ябыла[3]. Күл сунолар йөрөшлө. Төп порттары: Порт-Радий һәм Делайн[4]. Навигация осоро бик ҡыҫҡа. Июль айынан иртәрәк бик һирәк боҙҙан азат ителә. Сахту индеецтарының үҙ атамаһы күлдең атамаһына бәйле.

1950—1974 йй. күҙәтеү мәғлүмәттәре:

Ай Температура
(°C)
Яуым-төшөм
(мм)
Яҡты көн
(сәғ.)
Ғинуар −27,0 11 0,19
Февраль −27,0 8 1,82
Март −19,1 14 7,57
Апрель −10,7 6 16,03
Май +1,2 14 21,76
Июнь +9,0 14 23,16
Июль +12,0 35 18,54
Август +10,6 43 11,97
Сентябрь +5,3 25 6,20
Октябрь −3,2 27 2,85
Ноябрь −14,8 25 0,39
Декабрь −23,0 14 0,00
Уртаса −7,2 10
Барлығы 236
  1. База данных по озёрам мира Международного комитета по проблемам озёр (Word Lake Database, International Lake Environment Committee) 2011 йыл 5 июнь архивланған.
  2. Canadian Encyclopedia 2008 йыл 31 март архивланған.
  3. Хью Макленнан. Семь рек Канады. — Москва: Прогресс, 1990
  4. Украинский энциклопедический словарь. — Киев: УСЭ, 1988