Парфия

Парфия
Культура Большой Иран[d]
Алмаштырылған Хөрәсән[d]
Урынлашыу картаһы
Карта
 Парфия Викимилектә

Парфия дәүләтенең максималь сиктәре.
Һыбайлы парфяндар Палаццо Мадама, Турин күргәҙмәләрендә

Па́рфия — борон Каспий диңгеҙенең көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан биләмә. Б.э.т VI быуаттан алып Искәндәр Зөлҡәрнәйяулап алғанға тиклем ул, Парфия Әһәмәниҙәр дәүләте сатрапияларының береһе булған, артабан селевкиҙәр дәүләте составына ингән, ә беҙҙең эраға тиклемге 250 йылдан беҙҙең эраның 227 йылына тиклем был территорияларҙа Парфия батшалығы булған. Селевкиҙәр дәүләте бөлөнә барған һайын Парфия көсәйә һәм киңәйә. Парфия батшалығы сәскә атҡан осоронда Вавилониянан алып Иран аша Һинд үҙәндәренә тиклем йәйрәп ятҡан. Парфия батшалығы 227 йыл тирәһендә, Сәсәниҙәр дәүләте барлыҡҡа килгәс, йәшәүҙән туҡтай [1]

Парфия дөйөм һыҙатланышта төньяҡ-көнсығыш Иран һәм Көньяҡ Төркмәнстан менән тура килә. Ул төньяҡтан Ҡараҡом менән сиктәш, биләмәләренә Копетдаг тауҙары һәм көньяҡтан Дәште Кәүир сүлдәре ингән. Уның менән көнбайышта Мидия,төньяҡ-көнбайышта Гиркания, төньяҡ-көнсығышта Маргиана һәм көньяҡ-көнсығышта Арея (Герат оазисы) сиктәш булған. Ул 3 өлкәгә: Астауэна, Парфиена һәм Алаварктикенаға бүленгән булған.