Пенаттар | |
лат. Di Penates | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Алла ... ҡарай | древнеримская религия[d] |
Пенаттар Викимилектә |
Пенаттар (лат. Di Penates, Penates) — боронғо рим мифологияһында ҡурсыусы илаһиҙар һәм йорт усағының һаҡлаусылары (dii familiares), артабан инде рим халҡының илаһиҙары (Penates Publici Populi Romani).Ғәҙәттә, һәр ғаиләлә ике Пенат булып, уларҙың һындарын ағастан, балсыҡтан йәки таштан эшләгәндәр, усаҡ янында шкафта ябып һаҡлағандар барып, шуның эргәһенә барлыҡ ғаилә ағзалары йыйыла торған булған[1].
Дәүләттә йәмәғәт именлеген тәьмин итеүсе һаналған Пенаттар культы буйынса юғары жрец булған, ул ошо илаһиҙарына Веста ҡорамында ҡорбан килтергән[2]. Ике культ та үҙ-ара бәйле булған; латиндарҙа ғына түгел, был ғөмүмән барлыҡ италиктарҙа ла шулай булған, һәр ҡаланың үҙ Вестаһы менән үҙ Пенаттары булған. Элеяла Пенаттар ҡорамы булған, риүәйәт буйынса, уларҙы Троянан Эней килтергән булған ; уны һөңгө тотҡан ике егет статуяһы биҙәп торған[3].
"Рenates" һүҙе "penus" (келәт) тигәндән килеп сыҡҡан тип һанала, шунда аҙыҡ-түлек һаҡлай торған булғандар. Цицерон был һүҙ йә "penus" - туҡланыу тигәндән (ашай торған бар нәмәне лә кеше шулай атаған), йә шул келәт эсендә Пенаттар йәшәгәндәр ("penitus") тигәндән килеп сыҡҡан тип һанаған . Ошо сәбәп буйынса шағирҙар ҙа уларҙы "Penetrales" (Үтеп инеүселәр) тип атай[4]. Секст Помпей Фест фекеренсә, penus «Веста ҡорамындағы шаршау менән ҡапланған йәшерен урын» тигәнде аңлата[5]. Пенаттар тураһында төрлө фекерҙәр Арнобийҙың «Мәжүсиҙәргә ҡаршы» тигән әҫәрендә [6] һәм Амвросий Феодосий Макробийҙың «Сатурналийҙар»ында килтерелә[7]. Ҡайһы берәүҙәр « пенаттар ярҙамында һулыш алабыҙ, улар арҡаһында беҙҙең тәнебеҙ бар, улар арҡаһында аҡылға эйәбеҙ» тип фараз иткән.
«Пенаттарға әйләнеп ҡайтыу» метафораһы «өйгә ҡайтыу,тыуған өй усағына әйләнеп ҡайтыу» мәғәнәһендә ҡулланыла