Пийрисар | |
Дәүләт | Эстония |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Тарту (волость, 2017)[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Чуд-Псков күле |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 4,2 метр |
Майҙан | 7,8 км² |
Пийрисар Викимилектә |
Пийрисар[1] шулай уҡ Пийриссаар йәки Пийрисаар[2] (эст. Piirissaar; шулай уҡ Желачек[3], Межа, Порка; Porka) — сөс һыулы Чуд күлендәге иң ҙур утрау һәм Псков-Чуд бассейнында Колпинанан һуң ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләй. Эстонияға ҡарай, өйәҙҙәргә административ йәһәттән Пийриссаар олоҫо составындағы Тартумаа өйәҙенә буйһона.
Пийрисар — Чуд күлендәге 22 утрауҙың береһе, уның көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 7,76 кв. км. Эмайыги йылғаһы (күлгә ҡойған иң ҙур йылға) тамағынан 15 км алыҫлыҡта ята. Көнбайыш ярҙан Пароход каналы айыра. Утрауҙан эстон ярына тиклем яҡынса 2,5 км, Рәсәй ярына тиклем яҡынса 5,5 км бик тәпәш үтрау, күл өҫтөнән уртаса бейеклеге 1-2 метр. Утрауҙың көнсығыш өлөшө 4,2 метрға тиклем күтәрелә. Унда Пийри, Тоони һәм Сааре (Желачек) ауылдары урынлашҡан. Утрауҙың ҡалған өлөшө бик түбән кимәлдә һәм ныҡ һаҙлыҡлы, шуға күрә төньяҡ-көнбайыш яры йыш ҡына һыу баҫыуҙан яфа сигә. Төп проблемаһы — һай Чуд күлендәге кеүек үк, фарватерҙыңсуднолар йөрөй торған каналына, айырыуса йөк һәм пассажир суднолары туҡтай торған пристаненә ләм ултырыуы. Эстонияға Лааксааре тип аталған урындан «Койдула» паромы менән 40 минут дауамында барып етергә була.
Төньяҡ һуғышы (1700—1721) осоронда урыҫ старообрядсылары утрауға килеп төпләнә, шулай итеп улар патриарх Никондың реформаларынан ҡотолорға һәм регуляр армияға эләкмәҫкә тырыша. Хәҙерге заманда утрауҙа күпселеге урыҫтар һәм әлегә тиклем шул динде тотоусылар. Утрауҙа Апостолдар Петр һәм Павел (1927—1933) сиркәүе буш тора. Утрауҙа төп тел — урыҫ теле, рәсми тел — эстон теле.
1944 йылдың февралендә немецтарҙың люфтваффе хәрби-һауа көстәре утрауға ҙур зыян килтерә..
1920 йылда халыҡ һаны 700 кеше булһа, 2010 йылда 73 кеше генә. Причудьелаэлек-электән эшһеҙлек кимәленең юғары була, шуға ла 1970 һәм 1980 йылдарҙа йәштәр интенсив рәүештә ситкә ағыла (башлыса Ленинград, Тарту һәм Таллинға).
Утрауҙа өс ауыл урынлашҡан: Пийри (Piiri), Саар (Saare) һәм Тоони (Tooni), улар Пийриссаар олоҫона берләшкән.
Бында йәшәүселәр, нигеҙҙә, балыҡ тотоу һәм ауыл хужалығы эштәре менән мәшғүл. Утрауҙа картуф, һуған, ҡыяр, помидор һәм башҡа йәшелсәләр үҫтерелә. Главной культурой острова Пийрисарала борондан һуған үҫтереүгә өҫтөнлөк бирелә.