Полесье

Полесье
бел. Палессе
укр. Полісся
пол. Polesie
Рәсем
Дәүләт  Украина
 Беларусь
 Польша
 Рәсәй
Находится в охранной зоне Полесский национальный парк[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Көнсығыш-Европа тигеҙлеге
Урынлашыу картаһы
Карта
 Полесье Викимилектә

Полесье

Поле́сье (полес.Ҡалып:Lang-polПолíсьсе, бел. Пале́ссе, укр. Полі́сся, пол. Polesie) — Полесье уйһыулығы территорияһында урынлашҡан тарихи-мәҙәни һәм физик-географик өлкә[1]. Полесье дүрт дәүләт территорияһында: Белоруссияла, Польшала, Рәсәйҙә һәм Украинала урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 130 мең км²[2]Полесье уйһыулығының майҙаны 270 меңдән артыҡ тәшкил иткән.

Бөйөк Литва кенәзлеге картаһы, Томаш Маковский, 1613. Берестейский воеводствоһы айырып тасуирланған: «Подлесье (Podlesia), башҡалар Полесье (Polesia) тиҙәр, урындағы Полесье (Polesio) тиҙәр, Литваның бер өлөшө булып тора, һәм Волынь менән сиктәш, урманлы һәм һаҙлы, шунан сығып исем бирелгән. Балға һәм балыҡҡа бай, барлыҡ күрше төбәктәр бындағы балыҡ менән туҡланалар. Уны киптерәләр һәм һатыуға сығаралар».

Әҙәбиәттә Полесье топонимының килеп сығыуы буйынса берҙәм фекер юҡ. Тикшеренеүселәрҙең күпселеге терминдың нигеҙендә -лес- тамыры ята тигән фекерҙә. Шулай булғас, Полесье — урман (лес) буйындағы территория икән, йәғни урман (лес) менән сиктәш[3][4]. Альтернатив ҡараш та бар, топоним һаҙлыҡ урынды аңлатҡан pol-/pal- балт тамырынан[5] барлыҡҡа килгән тигән фекер бар.

Фёдор Климчук фекеренсә, Полесье тип урман участкалары һәм асыҡ һаҙ массивтары сиратлашып килеүсе урын-ерҙе атағандар.

Полесье Белоруссияның көньяғында һәм Украинаның төньяғында урынлашҡан, шулай уҡ ул өлөшләтә Польшаның Люблин воеводствоһы һәм Рәсәйҙең Брянск өлкәһе территорияларын биләй. Полесье ҡатнаш урмандар зонаһында ята, региондың көньяғы урман һәм урман-дала сигендә[6].

Белорус Полесьеһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белорус Полесьеһы Брест һәм Гомель өлкәләренең көньяҡ райондарын биләй. Региондың дөйөм майҙаны 61 мең км2[7], йәғни Белоруссия территорияһының 30 % кәмерәк ерен биләй. Регион территорияһының көнбайыштан көнсығышҡа оҙонлоғо 500 тирәһе, төньяҡтан көньяҡҡа — 200 километрға яҡын. Беренсе сиратта, Белоруссия Полесьеһын Көнбайыш һәм Көнсығышҡа бүләләр. Көнбайыш һәм Көнсығыш Полесьеһы араһында шартлы сик булып Ясельда һәм Горынь, шулай уҡ был йылғаларҙың тамаҡтары араһындағы Припять участкаһы һанала[8].

Белоруссия Полесьеһы биш физик-географик өлкәләргә бүленә (көнбайыштан көнсығышҡа һанала): Брест, Припять, Загородье, Мозырск һәм Гомель Полесьеһы[9]. Загородье — Брест өлкәһенең көньяғындағы урын, Берестейск-Пинск Полесьеһының төп өлөшө[10]. Белоруссия Полесьеһына Припять бассейнынан тыш Щары бассейнының үрге өлөшө, Мухавец һәм Брагинка бассейндары инә[11]

Полесье на территории Украины (выделено жёлтым)

Украин Полесьеһы илдең көньяғындағы йөҙгә яҡын саҡрымға һуҙылған киң һыҙат булып күҙ алдына баҫа һәм бөтөн Украина территорияһының 19 % тәшкил итә[12].Днепр йылғаһына нисек ятҡанына ҡарап, уны уң яр яғындағы һәм һул яҡ ярындағы Полесьеға (ҡайһы берҙә Көнбайыш һәм Көнсығыш йәки Припять һәм Десна үрендәге Полесье топонимдары ҡулланыла) бүленә. Украина Полесьеһы административ бүленеш буйынса биш физик-географик өлкәгә: Волынь, Ровно, Житомир, Киев, Чернигов һәм Сумы Полесьеһына бүленә[13].

Полесье милли паркында Луке күле (Люблин воеводствоһы)

Польша Полесьеһына Люблин воеводствоһының ҡайһы бер региондары ҡарай: Люблин йәки Көнбайыш Полесье тип билдәле булған Воли-Ургу һәм Ленчиц-Влодав поозерьеһы районындағы Буг үҙәне[14]. Люблин Полесьеһының көнбайыш сиге Вепш йылғаһы буйынан үтә.

Брянск-Жиздрин Полесьеһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брянск-Жиздрин Полесьеһы Рәсәйҙең Брянск өлкәһе территорияһында урынлашҡан.

Кобрин ҡалаһының урындағы халҡы. 1916 йыл тирәһендәге фото

Полесье кешеләрен йыш ҡына полещук йәки полищук (полес.Ҡалып:Lang-polполешуки). тип атайҙар. «Полещук» термины экзоэтноним, булып тора һәм Полесье халыҡтарының үҙатамаһы булып ҡулланылмай тиерлек.

Этник планда көнбайыш полещуктар ҙур ҡыҙыҡһыныу уята — улар ҡайһы бер үҙенсәлекле билдәләргә эйә булған, әммә формалашып бөтмәгән көнсығыш славян этносы тип ҡарала[15]. XIX быуатта уҡ ҡайһы бер тикшеренеүселәр (М. Довнар-Запольский, Д. З. Шендрик һ.б.) көнбайыш полищуктарҙың физик ҡиәфәтендә һиҙелеп торған үҙенсәлектәре барлығына иғтибар иткәндәр.

Юлиан Талько-Гринцевич, антропологик һыҙаттарға нигеҙләнеп, полещуктарҙы белорус һәм украиндарҙан айырылып торған үҙ аллы төркөмгә бүлгән. Полесье тибы альпинидтарға яҡын, һәм улар ҙур булмаған буйлы, киң битле һәм ҡара сәсле[16].

Павел Михайлович Шпилевский аңлы рәүештә полесье телен белорус теленән айырып ҡараған һәм уның таралыу сиктәрен мөмкин тиклем төгәл билдәләгән. Павел Осипович Бобровский полещуктар — уларҙың күп дөйөм оҡшашлыҡтары булһа ла, белорус һәм украиндарҙан айырылып торған халыҡ (народность) тигән һығымтаға килгән[17].

Украин һәм Белорус Полесьеһы территорияһы «полесье һөйләштәре» йәшәгән ареалға ҡарай. Украина территорияһында таралған полесье һөйләштәрен, украин теленең төньяҡ наречиеһы тип йөрөтәләр, Белоруссия территорияһында — белорус теле составындағы полесье һөйләштәре, йәки белорус теленән украин теленә күсеүсе (переходный) һөйләштәр тип йөрөтәләр[18].

Белоруссияның полесье һөйләштәре диалект тибы буйынса бөтөнләй айырым булған ике территориаль берләшмә — көнбайыш полесье һәм көнсығыш полесье һөйләштәре булып күҙ алдына баҫа. Ябай ғына итеп полесье тип атап йөрөтөлгән көнбайыш полесье һөйләштәр төркөмө белорус теленең ике төп диалекты составындағы һөйләштәргә ҡарата үҙ аллы булып, шул уҡ ваҡытта көнсығыш-полесье һөйләштәре белорус теленең көньяҡ-көнбайыш диалектының бер өлөшө булып һанала[19].

Полесье наречиеһы тип тә билдәле булған украин теленең төньяҡ наречиеһы диалектологтар тарафынан өс диалектҡа: көнсығыш-, урта- һәм көнбайыш полесье диалекттарына бүленә[20].

Фёдор Климчук Белоруссияның көнбайыш-полесье һәм Украинаның төньяҡ наречиеһының көнбайыш-полесье һөйләштәре үҙенсәлекле бер бөтөн һөйләш үҙәген барлыҡҡа килтерә һәм улар араһында һиҙелеп торған сик юҡ тип билдәләй[21].

1980-се йылдар аҙағында лингвист Шелягович Николай Николаевич етәкләгән энтузиастар төркөмө көньяҡ-ян һөйләштәре нигеҙендә телде кодификациялау эшенә тотонған. Әммә һөҙөмтәлә, нигеҙ итеп алынған һөйләштәрҙең тар локализацияһы һәм Полесье һөйләштәренә хас булмаған күп һүҙҙәр алыныуы арҡаһында, ғәмәлдә эш барып сыҡмай. Ғилми әҙәбиәттә был тел нормаһы көнбайыш-полесье (микро) теле булараҡ билдәле[22].

Полесье топонимы тәүге тапҡыр, кенәз Мстислав «ѿ Копылѧ воюӕ по Полѣсью» Полесьела һуғышҡанда, 1274 йылғы Галицк-Волынь йылъяҙмаһында телгә алына[23]. Поляк сығанаҡтарында явтягтарҙың бер ҡәбиләһенә ҡараған polexiani («полексяндар» йәки «полешандар») тигән термин осрай. «Полешандар» термины туранан-тура Полесье топонимынан килеп сыҡҡан тип иҫәпләнә[24].

1560 йылда Данцигта Полесьеның тәүге билдәле картаһы (Tabula Paludum Polesie Dr Ziekera) төҙөлгән. Ян Длугоштың[25], Мартин Кромерҙың[26] һәм Матея Стрыйковскийҙың[27] тарихи хеҙмәттәрендә Полесье топонимы йыш ҡына осрай. Региондың сиктәре төрлөсә билдәләнгән, әммә тотош алғанда, Полесье Припять йылғаһы бассейнына килешле тура килгән. Кромер локализовал Полесьены как землю, лежащую между Русь, Литва, Пруссия, Волынь һәм Мазовия араһында ятҡан ер тип сикләгән (локалләштергән). 1613 йылда Г. Гарритс баҫтырған Көнсығыш Европа картаһында Полесье сиктәре Брестан Мозырға һәм Пинскиҙан Дубровицаға һәм Волынға күрһәтелгән.

Украин Полесьеһы үҙенең үҙенсәлекле халыҡ икона яҙыу традицияһы менән билдәле. Изгеләрҙең һындары статик хәлдә, тәрән ултыртылған күҙле, тәбиғәт, пейзаждар фонында (ағастар, һауа, урмандар) төшөрөлгән. На Иконаларҙа йыш ҡына сәскәләр һынландырылған. Был традиция — боронғо славяндарҙың христианлыҡҡа тиклемге мәжүси хоҙайҙарын һәм эйәләрен сәскәләр менән биҙәү йолаһының рудиментар ҡалдығы[28].

Полесье Иван Шишкиндың киндер полотноларында
«Полесье пейзажы», 1884 «Һаҙ. Полесье», 1890

Шацкий күлдәре районындағы һирәк осраған тәбиғи комплекстарҙы һаҡлау маҡсатында 1983 йылда 32 500 гектар майҙанда Шацкий милли тәбиғи паркы төҙөлгән. 2002 йылда ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында 48 977 гектар майҙанды биләгән Шацкий биосфера ҡурсаулығы барлыҡҡа килгән[29]. Польша яғынан Люблин Полесьеһы территорияһында 9 760 гектар майҙанда 1990 йылда асылған Полесье милли паркы  (пол.)(пол.), тирә-йүндәге территориялары менән көнсығыш польша сигенә еткәнсе составляет Көнбайыш Полесье биосфера ҡурсаулығын барлыҡҡа килтерә[30]. 2004 йылда республика ландшафт заказнигы базаһында майҙаны 48 024 гектар тәшкил иткән «Буг буйы Полесьеһы» биосфера ҡурсаулығы төҙөлгән[31]. 2012 йылда бөтә өс биосфера ҡурсаулығы, дөйөм майҙаны 263 016 га тәшкил иткән халыҡ-ара транс сикләнгән (трансграничный) «Көнбайыш Полесье» биосфера ҡурсаулығы барлыҡҡа килтереп, берләшкән[32]. Ул тигеҙлектәге территорияларҙа донъялағы берҙән-бер өс яҡлы (3 ил ҡатнашлығында булдырылған) ҡурсаланған территория булып тора.

Полесье территорияһында (Белоруссияла һәм Польшала) шулай уҡ күренекле находится также знаменитая Беловежье шырлығы ла урынлашҡан. Белоруссияла, Гомель өлкәһенең көнбайышында, дөйөм майҙаны 188 485 гектар булған «Припятский» милли паркы урынлашҡан. Припятский милли паркынан көньяҡ-көнсығышҡараҡ белорус өлөшөндә Чернобылдең ябыҡ зонаһы территорияһында, Гомель өлкәһенең авариянан күп зыян күргән өс районында Белоруссияның бик ҙур (215 мең гектарҙан артыҡ майҙанда) Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығы урынлашҡан.

Украинала Ровно, Полесье, Древлян һәм Черем тәбиғәт ҡурсаулыҡтары урынлашҡан.

1986 йылда Чернобыль АЭС-ындағы авария һөҙөмтәһендә Полесьеның байтаҡ ҙур территорияһы радиоактив бысраныуға дусар ителгән.

Шулай уҡ йыш ҡына Полесье тип боронғо Европа материгы боҙлоғо ситендәге (мәҫәлән, Полесье уйһыулығы, Мещёра уйһыулығы, Польшаның көнсығыш райондары тигеҙлектәре) аллювиаль һәм флювиогляциаль ҡатламдар таралған райондарға хас булған (башлыса ҡомдарҙан торған) тигеҙлек территорияларын атайҙар.

  1. Бондарчик В К., Кирчив Р. Ф. Введение // Полесье. Материальная культура. — С. 5.
  2. Международный семинар «Стратегии защиты и использования водных ресурсов и биологическое разнообразие в Полесье». Пинск, 2003. Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 6 ноябрь 2004 года. 2004 йыл 6 ноябрь архивланған.
  3. Климчук Ф. Д. Географическая проекция внутренней формы названия «Полесье» // Региональные особенности восточнославянских языков, литератур, фольклора и методы их изучения. Тезисы докладов и сообщений ІІІ республиканской конференции. Часть І. — Гомель, 1985. — С. 93–96.
  4. Крывіцкі А. А. Назва Палессе – свая ці чужая? // Роднае слова. — 1997. — № 8. — С. 35–43.
  5. Катонова Е. М. Балто-славянские контакты и проблема этимологии гидронимов // Проблемы этногенеза и этнической истории балтов. Тезисы докладов. — Вильнюс, 1981. — С. 96-98.
  6. Клімчук Ф. Д. Феномен Палесся // Загароддзе-1. Матэрыялы Міждысцыплінарнага навуковага семінара па пытанях даследавання Палесся (Мінск, 19 верасня 1997 г.). — Мінск, 1999. — С. 5—9.
  7. Национальный парк «Припятский». Официальный сайт национального парка «Припятский». Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 22 февраль 2005 года. 2005 йыл 22 февраль архивланған.
  8. Климчук Ф. Д. Некоторые дискуссионные вопросы средневековой истории Надъясельдья и Погорынья // Palaeoslavica. — Cambridge-Massachusetts, 2004. — В. XII. — № 1. — С. 5—28.
  9. Мороз М. А., Чаквин И. В. Полесье как историко-этнографическая область, её локализация и границы // Полесье. Материальная культура. — С. 40.
  10. Общество «Загородье». Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 1 июль 2007 года. 2007 йыл 1 июль архивланған.
  11. Пирожник И. И. и др. Дорогами дружбы: Белорусское и Украинское Полесье / И. И. Пирожник, В. С. Аношко, С. И. Кот. — Мн.: Полымя, 1985. — 207 с. — 20 000 экз.
  12. Заповедники Украины. Житомирская область. Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 24 август 2011 года. 2009 йыл 28 октябрь архивланған.
  13. Мороз М. А., Чаквин И. В. Полесье как историко-этнографическая область, её локализация и границы // Полесье. Материальная культура. — С. 39.
  14. Туристический путеводитель по Люблинскому воеводству. 2010 йыл 26 ноябрь архивланған.
  15. Антонюк Г. Западные полешуки // Збудінне. — 1993. — № 6.
  16. Полесский тип европеоидной расы 2008 йыл 21 октябрь архивланған.
  17. Терешкович П. В. Этническая история Беларуси XIX - начала XX в.: В контексте Центрально-Восточной Европы. — Минск: БГУ, 2004. — С. 86. — 223 с. — ISBN 985-485-004-8.
  18. Климчук Ф. Д. Полесские говоры в составе украинского и белорусского языков // Полесье. Материальная культура… С. 56.
  19. Климчук Ф. Д. Полесские говоры в составе украинского и белорусского языков // Полесье. Материальная культура… С. 59.
  20. Климчук Ф. Д. Полесские говоры в составе украинского и белорусского языков // Полесье. Материальная культура… С. 60—61.
  21. Климчук Ф. Д. Полесские говоры в составе украинского и белорусского языков // Полесье. Материальная культура… С. 63.
  22. Коряков Ю. Б. Языковая ситуация в Белоруссии и типология языковых ситуаций : Диссертация на соискание учёной степени кандидата филологических наук. — Москва, 2002. — С. 80—82.
  23. Полное собрание русских летописей. — М., 1962. — Т. 2. — 938 с.
  24. Глава 43. Как Казимир подчинил своему господству полешан // Великая хроника о Польше, Руси и их соседях. / Под ред. В. Л. Янина. — М.: Изд-во Московского университета, 1987. — С. 226.
  25. Długosz J. Dzieje Polski.
  26. Kromer M. Polska czyli o położeniu, ludności, obyczajach, urzendach i sprawach publicznych… — Olsztyn, 1977.
  27. Stryjkowski M. Kronika Polska, Litewska, Zmódzka i wszystkiej Rusi.
  28. Богомолець О.
  29. Biosphere Reserve Information. Ukraine. Shatskyi (ингл.). UNESCO MAB Biosphere Reserves Directory. Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 24 август 2011 года.(инг.). UNESCO MAB Biosphere Reserves Directory. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 август 2011. 3 июнь 2010 тикшерелгән.
  30. Biosphere Reserve Information. Poland. West Polesie (ингл.). UNESCO MAB Biosphere Reserves Directory. Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 24 август 2011 года.(инг.). UNESCO MAB Biosphere Reserves Directory. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 август 2011. 3 июнь 2010 тикшерелгән.
  31. Biosphere Reserve Information. Belarus. Pribuzhskoye Polesie (ингл.). UNESCO MAB Biosphere Reserves Directory. Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 24 август 2011 года.(инг.). UNESCO MAB Biosphere Reserves Directory. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 август 2011. 3 июнь 2010 тикшерелгән.
  32. West Polesie (ингл.). UNESCO MAB. Дата обращения: 3 май 2013. Архивировано 20 май 2013 года.(инг.). UNESCO MAB. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 май 2013. 3 май 2013 тикшерелгән.
Классик әҙәбиәт
Хәҙерге заман әҙәбиәте
  • Кисель Дмитрий. Полесье Луизы Бойд. — Пинск, 2015. — 161 с. — 200 экз.
  • Антонюк Г. Западные полешуки // Збудінне. — 1993. — № 6.
  • Дынько А. Найноўшая гісторыя яцвягаў // ARCHE Skaryna. — 2000. — № 6 (11).
  • Полесье. Материальная культура / В. К. Бондарчик, И. Н. Браим, Н. И. Бураковская. — Киев: Наукова думка, 1988. — 448 с.
  • Пирожник И. И. и др. Дорогами дружбы: Белорусское и Украинское Полесье / И. И. Пирожник, В. С. Аношко, С. И. Кот. — Мн.: Полымя, 1985. — 207 с. — 20 000 экз.
  • Терешкович П. В. Этническая история Беларуси XIX - начала XX в.: В контексте Центрально-Восточной Европы. — Минск: БГУ, 2004. — С. 86. — 223 с. — ISBN 985-485-004-8.