Пол Кругман | |
Paul Krugman | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Ғилми даирәһе |
макроэкономика, XXI быуатта АҠШ иҡтисады, яңы иҡтисади география |
Награда һәм премиялары | |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Пол Робин Кругман (ингл. Paul Robin Krugman[ˈpɔl ˈrɑbɪn ˈkrʊɡmən] ; 28 февраль 1953 йыл, Олбани, Нью-Йорк) — Америка иҡтисадсыһы, иҡтисадсы-географы һәм публицисы, 2008 йылда Альфред Нобель иҫтәлегенә иҡтисад буйынса премия лауреаты[4].
Философия докторы (1977), Америка философия йәмғиәте ағзаһы (2011)[5].
Пол Кругман Брест-Литовск ҡалаһынан йәһүдтәр Дейвид Һәм Анита Кругман ғаиләһендә тыуа. Нью-Йорк штаты, Нассо округының Меррик[en] ауылында үҫә[6]. Белморҙа Джон Ф.Кеннеди исемендәге урта мәктәпте тамамлай.
Азимов Айзектың фәнни-популяр китаптары йоғонтоһонда бала саҡта уҡ иҡтисад һәм тарих менән ҡыҙыҡһына. Йель университетында уҡый; Массачусет технология институтының философия докторы (1977). Унда ла, шулай уҡ Калифорния университетында ла (Берклиҙағы кампус), Лондон иҡтисад мәктәбендә, Стэнфордта ла уҡыта, 2000 йылдан Принстон университеты профессоры була, әлеге ваҡытта Нью-Йорк ҡала университетының атҡаҙанған иҡтисад профессоры. 1999 йылдан «Нью-Йорк таймс» гәзитендә аналитик колонка алып бара, колумнист булараҡ танылыу яулай. «Утыҙ төркөмө» ағзаһы.
Халыҡ-ара иҡтисад, һалым һалыу, килемдәрҙе бүлеү, макроиҡтисад һәм иҡтисади география буйынса байтаҡ китаптар һәм мәҡәләләр авторы.
Пол Кругман үҙенең иҡтисади ҡараштарын — кейнсиан, ә сәйәси ҡараштарын америка терминологияһында «либераль» тип билдәләй (Европа терминологияһында уларҙың «социал-демократик» тип аталыуын күрһәтеп). Ижадының гносеологик принциптарын формалаштыра[7].
Биткойн концепцияһын һәм валютаның хакимиәтһеҙ йәшәү идеяһын эҙмә-эҙлекле инҡар итә, шуның өсөн биткойн берләшмәһе яғынан бер нисә тапҡыр тәнҡитләнә[8].
Ике тапҡыр өйләнә. Уның беренсе ҡатыны рәссам һәм дизайнер Робин Л.Бергман була. Икенсе тапҡыр 1983 йылда Робин Веллсҡа өйләнә, Робин Веллс ире менән авторҙашлыҡта иҡтисад буйынса бер нисә дәреслек баҫтырып сығара[9]. Пол Кругмандың үҙ һүҙҙәре буйынса, Дэвид Фрум уға алыҫ туғаны тура килә[10].
Дж. Б.Кларк миҙалы менән бүләкләнгән (1991). Адам Смит (1995), Ревальд (2000) һәм принц Астурийский (2004) премияһы лауреаты. Америка сәнғәт һәм фән академияһы ағзаһы (1992). Мюнхен Иҡтисади тикшеренеүҙәр үҙәгенең почётлы ағзаһы (1997).
2008 йылда сауҙа моделдәрен һәм иҡтисади география проблемаларын анализлағаны өсөн Альфред Нобель иҫтәлегенә иҡтисад буйынса премия ала[11] "...Буштың был ҡәтғи тәнҡитсеһенә премияны, тап хәҙер, АҠШ президент һайлауҙары алдынан тапшыралар»[12].
Оксфордтың почётлы докторы (2016).