Приозерск

Приозерск
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Приозерск
Дәүләт  Рәсәй[1][2]
Административ үҙәге Приозерское городское поселение[d][1] һәм Приозерский район[d][1]
Административ-территориаль берәмек Приозерское городское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Ладога, Вуокса[d] һәм Вуокса[d]
Халыҡ һаны 18 235 кеше (2024)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 10 метр
Майҙан 16,5 км²
Почта индексы 188760 һәм 188761
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1295[4][5]
Урындағы телефон коды 81379
Карта
 Приозерск Викимилектә

Приозерск[6]Рәсәйҙә ҡала, Ленинград өлкәһенең Приозерский районы административ үҙәге, Приозерск ҡала биләмәһе.

Нығытма тураһында беренсе тапҡыр телгә алыныу 1295 йылға ҡарай. Рус йылъяҙмаһында Корела, ә шведтарҙа Кексгольм тип атала

XIV быуатта 1611 йылға тиклем Корела булараҡ билдәле. 1580 йылдан 1595 йылға тиклем, 1611 йылдан 1918 йылға тиклем Кексгольмтип атала[7]. 1860 йылдан башлап Бөйөк Финляндия кенәзлеге рәсми ҡағыҙҙарында фин Кякисалми варианты тарала, был турала почта штамптары һөйләй. 1918 йылдан ҡала бойондороҡһоҙ Финляндия составында швед исеме Кексгольм менән бер рәттән Кякисалми исемен ала.1940 йылда [[совет-фин һуғышы (1939—1940) ҡала СССР составына инә, Кексгольм исеме кире ҡайтарыла. 1941—1944 йылдарҙа совет-фин һуғышы ваҡытында ҡаланы фин ғәсекәрҙәре биләй һәм ҡала Кякисалми тип атала. 1944 йылда ваҡытлыса Мәскәү тыныслығынан һуң ҡала ҡабаттан Советтар Союзына күсә. 1948 йылда Приозерск тип атала[8].

РСФСР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 1 октябрендәге протоколына ярашлы Кексгольм районы Приозерский районы , Кексгольм район үҙәге Приозерск ҡалаһы тип үҙгәртелә[9]

Борон замандан XV быуатҡа тиклем

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Узерва йылғаһы буйында карел ауылына нигеҙ һалыныу ваҡыты теүәл билдәле түгел, әммә А. Н. Кирпичников үткәргән күп һанлы ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә Корела ҡәлғәһе янында карел ауылының XII быуаттарҙа булыуы тураһында һығымта яһарға мөмкин. Йылъяҙмалар буйынса 1295 йылда ниндәйҙер нығытылған пунктты Вуокса тамағында швед отрядының рыцарҙары ҡыйрата. Күрәһең, был ауыл корела ҡәбиләһенең сауҙа һәм сәйәси үҙәге була. Шул уҡ йылда новгородлылар уны кире яулап ала, ә 1310 йылда иҫке ҡәлғәне емереп, яңы ныҡ ҡәлғә төҙөй.[10].

Көслө ҡала-ҡәлғә, Новгородта ҡеүәтле форпост булараҡ, Карел муйынында, шведтарҙың агрессияһына юл ҡуймай

Корела аша «запас» һыу сауҙа юлы маршруты үтә. Вуоксааша булған Фин ҡултығына һәм Финляндияға эләгергә мөмкин. Был мөһим стратегик маршрутта Швеция үҙ контролен булдырырға маташа, XIII быуат аҙағында Корела шведтарҙың йыш һөжүменә дусар була.

XV быуат аҙағында Корела Новгород республикаһы Водская пятинаһының төньяҡ өлөшөндә административ үҙәге була, һуңыраҡ — Корела өйәҙенең. Өйәҙ составына 7 административ берәмек (погост) инә, унда 300-ҙән ашыу торама пункт иҫәпләнә. Ҡала үҙе һәм уға яҡын ерҙәр Городенский погосына инә.

Корела ерҙәренең Мәскәү Бөйөк кенәзлеге составына инеүе Кореланың нығыныуына һәм артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә. 1568 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, ҡалала 406 ихата, наместник йорто, хаким (округы башлығы сиркәү), дворяндар һәм баяр йорттары иҫәпләнә. Дүрт монастырь һәм бер сиркәү була

Швеция власы аҫтында (1580—1595)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кексгольм герцоглығы гербы (1580)

1580 йылдың көҙөндә Кореланы швед ғәскәрҙәре яулай. Шведтарҙың артиллерияла өҫөтнлөк итеүе яҙмышты тигҙ хәл итә: янғын ялмап, ағас ҡаралтылар һәм нығытмаларҙың стеналарын ялмап алған янғын гарнизонды бирелергә мәжбүр итә. Корела өйәҙе лә Швеция власы аҫтында була. Әммә 1595 йылда, рус-швед һуғышында ул Тявзин килешеүе буйынса Рус дәүләтенә кире ҡайтарыла[11].

1610 авгусынан 1611 йылдың февраленә тиклем Яков Делагарди командованиеһы аҫтында швед ғәскәрҙәренең ҡамауына бирешмәй. Батша Василий IV Шуйский поляк интервенцияһы һәм фетнә осоронда шведтарға хәрби ярҙамдары өсөн Кореланы тапшыра. Берләшкән урыҫ-швед отряды шулай уҡ Троица-Сергиев монастырын ҡамауҙан ҡотҡарыуҙа ҡатнаша.

Швеция власы аҫтында (1617—1721)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Xvii быуат картаһы Кексгольм Швеция

1617 йыл төҙөлгән Столбово солохонан һуң өйәҙе менән бергә Корела Швецияға бирелә 1634 йылдан ҡала — Швеция составында Кексгольм ленаһының административ үҙәге

1710 йылдың 8 сентябрендә Төньяҡ һуғыш ваҡытында Кексгольм ҡәлғәһе (Кореланың швед исеме) рус ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. Кексгольмды алыу хөрмәтенә иҫтәлекле миҙал булдырыла

1721 йылда Төньяҡ һуғыш тамамланғас Ништадт тыныс килешеүе шарттарына ярашлы Швеция Кексгольм ленаһының һәм Карелия өлөшөнөң Рәсәйгә ҡушылыуын таный

Рәсәй империяһы составында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кексгольм Рәсәй баш ҡалаһы — Санкт-Петербург сигендә хәрби форпост ролен үтәй. Кексгольм ҡалаһы Кексгольм провинцияһының үҙәге була, ә 1743 йылда Выборг губернаһы составына инә.

XVIII быуатта ҡәлғә төрмә ролен үтәй башлай

Бөйөк Финляндия кенәзлеге (1811—1917)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1843 йылда Кексгольм планы

1811 йылдың 23 декабрендә император Александр I Кексголмь өйәҙе ингән Финляндия губернаһын [12] Бөйөк Финляндия кенәзлегенә ҡушылыу тураһында указ сығара. Был шәхси Густав Мориц Армфельт инициативаһы менән башҡарыла[13]. Кексгольм фин идаралығына күсә. Финляндия губернаһына Выборг губернаһы тигән исем ҡайтарыла.

XIX быуаттың уртаһында Вуокса төп йүнәлешен үҙгәртә, Кексгольм районында балыҡ тотоу ҡырҡа кәмей, ҡала халҡы һаны ла кәмей[14] . Шул ваҡытта, XIX быуат урталарында, ҡалала беренсе сәнәғәт предприятиелары барлыҡҡа килә.

Бойондороҡһоҙ Финляндия (1917—1940)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Аҡ һәм немец интервенттарының һуғыш аҙағында һөжүме
«Кякисалми — Кексгольм» почта штемпеле, 1921.

1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң император Николай II тәхеттән баш тарта. Ә Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң Бөйөк кенәзлек парламенты Финляндияның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. 1917 йылдың 31 декабрендә В. И. Ленин рәйеслеге аҫтында Халыҡ Комиссарҙары Советы Финляндияның бойондороҡһоҙлоғон таный.

1920 йылдың октябрендә РСФСР һәм Финляндия араһында солох төҙөлә. . Яңы совет-фин сиге Кексгольмдан бер аҙ көньяҡтараҡ урынлаша.

1930 йылда иҫке сиркәүгә алмашҡа яңы Лютеран кирхаһы Кякисалми төҙөлә. Ул архитектор Армас Линдгрен проекты буйынса төҙөлә[15].

1931 йылда ҙур сульфит- целлюлоза Waldhof заводы эшләй башлай, ул ҡаланың иң ҙур сәнәғәт предприятиеларына әүерелә[16].

1938—1939 йылдарҙа Кякисалми халҡы 5000 кешегә тиклем арта

Хәрби осор (1939—1944)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет-фин һуғышынан һуң 1939—1940 йылдарҙа 1940 йылдың 12 мартында тыныслыҡ килешеүе һөҙөмтәһендә ҡала Советтар Союзына тапшырыла

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 1941 йылдың 21 авгусынан 1944 йылдың 24 сентябренә тиклем ҡаланы фин ғәскәрҙәре оккупациялай һәм тулыһынса тиерлек емерелә.

1944 йылдың сентябрендә Финляндия һәм СССР ваҡытлыса Мәскәү тыныслыҡ килешеүе төҙөй. 1944 йылдың 24 сентябрендә Кексгольм СССР-ға кире ҡайтарыла. Элекке совет-фин сиге 1940 йылда тергеҙелә.

1944 йылдың ноябрендә Выбор, Кексгольм һәм Яскин төньяҡ райондары Ленинград өлкәһенә күсә

1947 йыл уртаһына Waldhof Ab компанияһы заводы тергеҙелә, ул һуңынан Приозерск целлюлоза заводы исемен ала. 1986 йылда завод экологик яҡтан хәүефле тип ябыла. Хәҙер элекке завод урынында «Лесплитинвест» ОАО урынлашҡан [17].

1948 йылдың октябрендә Кексгольм Приозерск ҡала итеп үҙгәртелә, ә киләһе йылдың февралендә, Приозерск районының башҡа топонимдары үҙгәртелә

Ҡала өлкән төньяҡ өлөшөндә Карел муйынында, Вуокса йылғаһының төньяҡ тармағында, Ладога күле менән Вуокса күле араһында урынлашҡан.

Санкт-Петербург — Хийтола линияһында тимер юлы станцияһы.

Санкт-Петербургтан — 145 км алыҫлыҡта ята[18].2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 702 Рәсәй Федерацияһының 1112[19] ҡалаһы араһында [20] 375-се урында була

Ҡала аша тимер юлдары һәм шоссе юлдары үтә, ул өлкә ҡалалары менән тоташтыра. Сәнәғәте үҫешкән. Иъ ҙур предприятие булып Приозерс ағас эшкәртеүсе завод һәм «Лесплитинвест» ОАО тора.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Пятерочка» универсамы
  • «Магнит» универсам селтәре
  • Бөй!өк Луки ит комбинаты магазины
  • «Евросеть» элемтә салондары
  • «Мегафон» абоненттарҙы хеҙмәтләндереү офисы
  • «МТС» абоненттарҙы хеҙмәтләндереү офисы
  • «Билайн» абоненттарҙы хеҙмәтләндереү офисы
  • «Tele2» абоненттарҙы хеҙмәтләндереү офисы
  • «Позитроника» электроника магазины
  • Дарыухана селтәрҙәре «Невис»
  • Мебель үҙәге «Калина»
  • «Магнит Косметик маркет» селтәре магазиндары
  • «Сбербанк РФ» бүлеге
  • «Россельхозбанк» бүлеге
  • Универсам «7Я ғаилә» универсамы
  • СтройМаг

Халыҡ өсөн мобиль элемтә операторҙары үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итә:

  • «МегаФон» (3G)(4G)
  • «Скайлинк»
  • «Билайн» (3G)
  • «МТС» (3G)
  • «Tele2» (3G)
  • «YOTA» (3G)(4G)

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Приозерск территорияһында «Беренсе канал», «Россия-1», «НТВ» һәм «Life78» трансляциялана. Кабель телевидениеһы һәм урындағы Приозерск ТВ бар[21].

  • 103,6 FM — Русское радио
  • 107,2 FM — Приозерск FM
  • 107,6 FM — Дорожное радио
  • 102,9 FM — Love Radio

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Корела ҡәлғә:
  • Пресвятая Богородица Раштыуаһы сиркәүе — 1847 йылда архитектор Луи Висконти проекты буйынса төҙөлгән[22].
  • Лютеран кирхаһы Кякисалми — 1930 йылда төҙөлгән, архитектор Армас Линдгрен
  • Пётр I һәйкәле 1910 йылда төҙөлгән
  • Маугли һәйкәле 1967 йылда йәш скульптор Борис Карагод төҙөгән.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
  2. GEOnet Names Server — 2018.
  3. Численность постоянного населения в разрезе муниципальных образований Ленинградской области по состоянию на 1 января 2024 года (урыҫ)
  4. Kekes holm // Хроника Эрика
  5. Корела // Новгородская первая летопись — 1016.
  6. ГрамотаҠалып:Тчкру — Проверка слова
  7. Кексгольм // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  8. Как Приозёрск стал Приозерском
  9. Ксерокопия протокола № 12 заседания Президиума Верховного Совета РСФСР. Дата обращения: 18 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 1 май 2013 года. 2013 йыл 1 май архивланған.
  10. Лихая М. П. Кексгольм 1295 года глазами шведского и русского летописцев. 2020 йыл 17 февраль архивланған.
  11. Корела — центр уезда в составе Московского централизованного государства (1478—1611 гг.)//Приозерск.ru 2012 йыл 19 май архивланған.
  12. Манифест об именовании старой и новой Финляндии совокупно Финляндией
  13.  Бородкин М. М. Краткая история Финляндии. Часть 6. Время Александра I. Отторжение Выборгской губернии. Архивировано 22 апрель 2013 года. 2013 йыл 22 апрель архивланған.
  14. Материалы для статистики Финляндии. — СПб., 1859. — С. 222.
  15. Лютеранская церковь Кякисалми
  16. Waldhofin tehtaat Käkisalmessa (1931)
  17. ОАО «Лесплитинвест», История. Архивировано 6 декабрь 2011 года. 2011 йыл 6 декабрь архивланған.
  18. Административно-территориальное деление Ленинградской области. — СПб., 2007. С. 24. Архивировано 17 октября 2013 года.
  19. с учётом городов Крыма
  20. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  21. Приозерск ТВ. Дата обращения: 6 ғинуар 2017. Архивировано 7 ғинуар 2017 года. 2017 йыл 7 ғинуар архивланған.
  22. Соборы.ру.
  23. Iltanen, Jussi. Radan varrella: Suomen rautatieliikennepaikat.— Karttakeskus. — 432 с. — С. 408. ISBN 978-951-593-214-3
  • Громов В. И., Потёмкин Л. П., Шаскольский И. П. Приозерск: (Корела—Кексгольм—Приозерск): Ист. очерк. — Л.: Лениздат, 1960. — 128 с. — (Города Ленинградской области).
  • Громов В. И., Потёмкин Л. П., Шаскольский И. П. Приозерск: (Корела—Кексгольм—Приозерск): Ист. очерк. — 2-е изд., испр. и доп. — Л.: Лениздат, 1963. — 147 с. — (Города Ленинградской области). — 50 000 экз.
  • Громов В. И., Шаскольский И. П. Приозерск. — 3-е изд., испр. и доп. — Лениздат, 1976. — 160 с. — (Города Ленинградской области). — 50 000 экз.