Риба

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Риба (ғәр. ربا‎‎ ribā, ˈrɪbæː — үҫеш, арттырыу, күбәйтеү, ростовщиклыҡ) — шәриғәттә — килешеү төҙөшкәндә тауарҙы арттырып ҡайтартыу. Һүҙ ҡуйышҡанда бер яҡҡа һис бер көс һалмайын килем килтерә торған килешеү ҙә риба тип атала. Бындай килешеүҙәр, шулай уҡ аҡсаны процентҡа биреү шәриғәт тарафынан тыйыла һәм ауыр гонаһтарҙың береһе һанала.

Рибаның ике төп төрө була:

  1. Риба ән-нәсиә (ғәр. ربا النسيئة‎‎) — рибаның был төрө, процентҡа аҡса биреп, уны ҡайтарыу оҙайлылығына бәйле бурыстың арта барыуын күҙҙә тота.
  2. Риба әл-фаҙл (ғәр. ربا الفضل‎‎) — рибаның был төрө төрлө сифаттағы бер үк тауарҙы алмашып, отош алыуҙы күҙҙә тота[1].

Рибаны тулыһынса тыйыу тарихы Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)Мөхәммәт Пәйғәмбәр тормошондағы бер ваҡиғаға бәйле. Мәккәләге мөгириҙәр ырыуы менән таифаларҙың Бану Сакиф ҡәбиләһе араһында тәүгеләренең процент түләмәүе менән бәйле дошманлыҡ тыуа[1]. Мәккә түрәһе быны Мөхәммәт Пәйғәмбәргә еткерә. Шул саҡта уға аяттар төшә:

« Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Алланан ҡурҡығыҙ һәм, әгәр иман килтергән булһағыҙ, рибанан ҡалғанды алмағыҙ! Әгәр һеҙ быны эшләмәһәгеҙ, Алланан һәм Уның рәсүленән һуғыш тураһында ишетегеҙ, әгәр тәүбәгә килһәгеҙ, һеҙҙең төп малығыҙ — үҙегеҙгә. Залим булмағыҙ, һәм һеҙгә лә золом булмаҫ!
»

Риба тыйылыу тураһында Ҡөрьән аяттарында әйтелә:

« Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Ҡат-ҡат арттырылған риба ашамағыҙ, һәм Алланан ҡурҡығыҙ —  моғайын, һеҙ бәхетле булырһығыҙ!
»
« Риба ашаусылар ҡәберҙәренән торғанда, фәҡәт шайтан үҙенең ҡағылыуы менән аяҡтан йыҡҡан кешеләр торған кеүек торасаҡтар. Уларға   —  был "Һатыу итеү ҙә шул риба бит", — тигәндәре өсөн. Алла һатыу итеүҙе рөхсәт итте, ә рибаны харам ҡылды. Әгәр берәүгә Раббыһынан өгөт килһә һәм ул тыйылһа, үткәндәре уға ғәфү ителә: уның эше Алла ҡулында; әгәр берәү ҡабатлаһа, ул — ут әһеле һәм унда мәңге ҡалыр!
»
  1. 1,0 1,1 Али-заде, А. А. Риба // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).