Мейер Ричард | |
Richard Meier | |
Ричард Мейер | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған көнө | |
Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары | |
Белем алған |
Корнелл университетының архитектура, сәнғәт һәм планлаштырыу колледжы[d] |
- | |
![]() | |
Ричард Мейер (ингл. Richard Meier, 12 октябрь 1934 йыл) — АҠШ архитекторы, Нью-Йорк авангардының алдынғы вәкиле, Притцкер премияһы лауреаты.
Архитектура белемен Корнелл университетында ала. Архитектура-пуристарының «Нью-Йорк бишәүе» иҫәбенә инә, башҡаларҙан бигерәк пурист идеалдарына яҡынлаша. 1956—1963 йылдарҙа «Скидмор, Оуингс һәм Мэррилл», «Дэвис, Броди һәм Вишневски» һәм «Марсель Брейер энд Ассощиэйтс» фирмаларында эшләй. 1963 йылда Нью-Йоркта үҙ фирмаһын аса.
Архитекторҙың хрестоматиялы ҡоролмаларының береһе — Майндағы Франкфуртта Биҙәү-Ҡулланма сәнғәте музейы (1985), унда уның абстракт стиле иң ҙур өлгөрөүгә өлгәшә. Был ҡоролма 1990-сы йылдар архитектураһы үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Һуңғы проекттары араһында Гетти-үҙәге (1997) һәм Тыныслыҡ Алтары музейы (2006) билдәле.
Уның биналарында яһалма мөхит хаосына ҡаршы ҡуйылған тәртип һәм аныҡлыҡ метафораһы ҡулланыла. Мейер романтик моденизмы йүнәлешен (уны башлап ебәреүсеһе Ле Корбюзье булған) дауам иткән тип иҫәпләнә.