Роберта Метсола

Роберта Метсола
мальт. Roberta Metsola Tedesco Triccas
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Мальта[1]
Тыуған ваҡыттағы исеме мальт. Roberta Tedesco Triccas[2]
Тыуған көнө 18 ғинуар 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[3][4] (45 йәш)
Тыуған урыны Сент-Джулианс[d], Восточный регион[d], Мальта[3]
Хәләл ефете Укко Метсола[d][4]
Туған тел мальтийский язык[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, юрист
Биләгән вазифаһы депутат Европейского парламента[d][1], депутат Европейского парламента[d][1], депутат Европейского парламента[d][5][6], заместитель председателя Европейского парламента[d][7], председатель Европейского парламента[d][8], председатель Европейского парламента[d], председатель Европейского парламента[d][9] һәм депутат Европейского парламента[d][10]
Уҡыу йорто Мальта университеты[d]
St Aloysius' College[d]
Әүҙемлек урыны Страсбург һәм Брюссель
Сәйәси фирҡә ағзаһы Мальта милли партияһы
Ҡатнашыусы Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2023[d][11]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден княгини Ольги I степени орден «За заслуги» I степени Большой крест ордена Великого князя Литовского Гядиминаса Большой крест I степени почётного знака «За заслуги перед Австрийской Республикой»
Рәсми сайт robertametsola.eu
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 74 452
 Роберта Метсола Викимилектә

Роберта Метсола (ҡыҙ фамилияһы Тедеско Триккас, мальт. Roberta Metsola Tedesco Triccas) Мальта сәйәси эшмәкәре. Милли партия ағзаһы. 2022 йылдың 18 ғинуарынан Европа парламенты рәйесе, рәйес итеп һайланған иң йәш сәйәсмән, һәм был вазифала өсөнсө ҡатын-ҡыҙ. Унан элегерәк — Европа парламенты рәйесенең беренсе урынбаҫары (2020—2022)[12]. 2013 йылдан Мальтанан Европа парламенты депутаты, Европа халыҡ партияһы (Европа парламентында христиан-демократик төркөмө) францияһы аҡзаһы[13][14].

1979 йылдың 18 ғинуарында Мальтаның Сент-Джулианс ҡалаһында тыуа[13][15][14]. Уның ата-әсәһе — Рита (Rita) һәм Джеффри Тедеско Триккас (Geoffrey Tedesco Triccas).[16]

2003 йылда Мальта университетының юридик факультетын тамамлай, унда Европа хоҡуғын һәм сәйәсәтен өйрәнә. Диплом алғандан һуң, 2003—2004 йылдарҙа, Брюггта Европаның шәхси колледжында белем ала, унда Европа хоҡуғын өйрәнә[12]. 2000—2002 йылдарҙа студент-демократтарының (EDS) уң үҙәк вице-рәйесе була. 2002—2003 йылдарҙа Европа студенттары демократтарының генераль секретары була[13][15].

2004 йылдан 2012 йылға тиклем Метсола Мальтаның Европа берлеге ҡарамағындағы даими вәкиллегендә хоҡуҡи һәм суд хеҙмәттәшлеге буйынса атташе сифатында була һәм юстиция һәм эске эштәр бүлеге башлығы булып эшләй. 2012—2013 йылдарҙа — сит ил эштәре һәм хәүефһеҙлек сәйәсәте буйынса Союздың Юғары Вәкиле Кэтрин Эштон янында юрисконсульт.

2013 йылдың мартында парламент һайлауҙарында Мальта парламентына һайланған Саймон Бусуттила урынына 2013 йылдың 25 апрелендә Европа парламенты депутаты итеп һайлана. 2014—2019 йылдарҙағы һайлауҙарҙа ҡабаттан депутат итеп һайлана. 2014—2019 йылдарҙа — Европа парламентының петициялар буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары (PETI). Европа парламентында Метсола 2022 йылдың 19 ғинуарына тиклем Европа халыҡ партияһының Граждандар азатлығы, суд эшмәкәрлеге һәм эске эштәр комитетында төркөм координаторы булып тора[13] һәм Европа халыҡ партияһы төркөмөндә үҙенең милли партияһы делегацияһына етәкселек итә. Ул шулай уҡ Европа парламентының коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара төркөм рәйестәше була, әлеге ваҡытта был төркөм командаһы ағзаһы.

2020 йылдың 12 ноябрендә Европа парламенты рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп һайлана[13][14]. Метсола — вице- президент итеп һайланған тәүге Мальта депутаты. 2022 йылдың 11 ғинуарында Европа парламенты рәйесе Давид Сассоли вафатынан һуң Метсола уның вазифаларын башҡарып тора. 18 ғинуарҙа ул яңы рәйес итеп һайлана. Шулай итеп, ул Европа парламентының иң йәш рәйесе була[14].

Укко Метсол, Робертаның ире

2005 йылда Европала The Cruise Lines International Association-дың (CLIA) генераль директоры, Royal Caribbean International-дың[17] башҡарма директоры фин гражданы Укко Метсолаға (Ukko Metsola) кейәүгә сыға. Икеһе лә 2009 йылда Европа парламентына һайлауҙарҙа (Укко фин Милли коалиция партияһынан) ҡатнаша.

Уларҙың 5 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге дүрт улы бар: Лука, Алек, Марк һәм Кристи.

  1. 1,0 1,1 1,2 Members of the European Parliament, Членове на Европейския парламент, Diputados al Parlamento Europeo, Poslanci Evropského parlamentu, Medlemmer af Europa-Parlamentet, Mitglieder des Europäischen Parlaments, Euroopa Parlamendi liikmed, Βουλευτές του Ευρωπαϊκού Κοινοβουλίου, Députés au Parlement européen, Feisirí Pharlaimint na hEorpa, Zastupnici u Europskom parlamentu, Deputati al Parlamento europeo, Eiropas Parlamenta deputāti, Europos Parlamento nariai, Az Európai Parlament képviselői, Il-Membri tal-Parlament Ewropew, Leden van het Europees Parlement, Posłowie do Parlamentu Europejskiego, Deputados ao Parlamento Europeu, Deputații în Parlamentul European, Poslanci Európskeho parlamentu, Poslanci Evropskega parlamenta, Euroopan parlamentin jäsenet, Europaparlamentets ledamöter (билдәһеҙ)
  2. Maltese politician accused of fraud elected to European Parliament (ингл.)City of Brussels: Springer Science+Business Media, 2013.
  3. 3,0 3,1 https://www.europarl.europa.eu/meps/en/118859/ROBERTA_METSOLA/meetings/past
  4. 4,0 4,1 https://robertametsola.eu/roberta/
  5. https://www.europarl.europa.eu
  6. Roberta METSOLA // https://www.europarl.europa.eu/meps/en/full-list/xml
  7. https://www.europarl.europa.eu/news/en/press-room/20201109IPR91126/roberta-metsola-elected-as-first-vice-president-of-the-european-parliament
  8. https://www.france24.com/en/europe/20220118-malta-s-roberta-metsola-set-to-become-eu-parliament-s-third-woman-president
  9. https://www.europarl.europa.eu/news/en/press-room/20240710IPR22805/roberta-metsola-re-elected-as-president-of-the-european-parliament
  10. Members of the European Parliament, Членове на Европейския парламент, Diputados al Parlamento Europeo, Poslanci Evropského parlamentu, Medlemmer af Europa-Parlamentet, Mitglieder des Europäischen Parlaments, Euroopa Parlamendi liikmed, Βουλευτές του Ευρωπαϊκού Κοινοβουλίου, Députés au Parlement européen, Feisirí Pharlaimint na hEorpa, Zastupnici u Europskom parlamentu, Deputati al Parlamento europeo, Eiropas Parlamenta deputāti, Europos Parlamento nariai, Az Európai Parlament képviselői, Il-Membri tal-Parlament Ewropew, Leden van het Europees Parlement, Posłowie do Parlamentu Europejskiego, Deputados ao Parlamento Europeu, Deputații în Parlamentul European, Poslanci Európskeho parlamentu, Poslanci Evropskega parlamenta, Euroopan parlamentin jäsenet, Europaparlamentets ledamöter (билдәһеҙ)
  11. https://www3.weforum.org/docs/WEF_AM23_List_of_confirmed_PFs.pdf — 2023.
  12. 12,0 12,1 Roberta Metsola elected as First Vice-President of the European Parliament (ингл.). European Parliament (12 ноябрь 2020). Дата обращения: 19 ғинуар 2022. Архивировано 24 октябрь 2021 года.
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 Roberta Metsola (ингл.). European Parliament. Дата обращения: 18 ғинуар 2022. Архивировано 11 ғинуар 2022 года.
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 Roberta Metsola elected new President of the European Parliament (ингл.). European Parliament (18 ғинуар 2022). Дата обращения: 19 ғинуар 2022. Архивировано 19 ғинуар 2022 года. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «president» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  15. 15,0 15,1 Биография Роберты Метсолы. 2022-01-18. РИА Новости. Дата обращения: 18 ғинуар 2022. Архивировано 18 ғинуар 2022 года. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «ria» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  16. Calleja, Claudia. Watch: 'We aren't a political family' - Metsola's parents watch her make history. 2022-01-18 (ингл.). Times of Malta. Дата обращения: 19 ғинуар 2022. Архивировано 18 ғинуар 2022 года.
  17. Глава CLIA: рынок международных морских круизов восстановился на 80% к уровню 2019 года. Интерфакс (10 ноябрь 2021). Дата обращения: 19 ғинуар 2022. Архивировано 18 ғинуар 2022 года.