Үҙ атамаһы |
Ruáingga |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: 1 424 000–2 000 000[10] | |
Тел |
Рохинья, бенгали |
Дин | |
Килеп сығышы |
бенгалдар |
Рохиньялар (Ruáingga /ɾuájŋɡa/, бирм. ရိုဟင်ဂျာ rui hang ja /ɹòhɪ̀ɴd͡ʑà/, бенг. রোহিঙ্গা Rohingga /ɹohiŋɡa/) — Мьянманың Ракхайн (икенсе исеме — Аракан) штатындағы рохинья телендә һөйләшеүсе һинд-арий халҡы.[11][12] Рохиньялар үҙҙәрен ошо штаттың ерле халҡы итеп һанай, ә тарихсыларҙың күпселеге фекеренсә, рохиньялар Мьянмаға британ хакимлығы[13][14] дәүерендә күсеп килгән. Бирма бойондороҡһоҙлоҡ алғас һәм 1971 йылда Бангладеш азатлыҡ һуғышы башлағас күсенгәндәр, тип иҫәпләүселәр ҙә бар [15]. Этник һәм лингвистик йәһәттән, Мьянманың башҡа халыҡтарына ҡарағанда, Һиндостан һәм Бангладеш халыҡтарына яҡыныраҡ торалар. Диндәре буйынса — мосолмандар. Һинд-арий телдәренә ҡараған рохинья телендә һөйләшәләр. Был халыҡтың һаны 2012 йылға Мьянмала сама менән 800 мең кеше[16]. БМО мәғлүмәттәре буйынса, улар донъялағы аҙ һанлы халыҡтар араһында иң ныҡ эҙәрлекләнеүсе булып тора[17]. Рохиньяларҙың күбеһе күпше Бангладешта ҡасаҡтар лагерҙарында, шулай уҡ Тайланд менән Мьянма сигендәге райондарҙа көн күрә.
Мосолмандар Араканға XVI быуатта килеп төпләнә башлайҙар, ләкин Британияға буйһонғанға тиклем Бирмала күпме мосолман булғаны билдәле түгел.[20] 1826 йылғы инглиз-бирма һуғышы һөҙөмтәһендә британдар Араканды аннексиялай һәм бенгалдарҙың Бирмаға эшсе көс булараҡ күсенеүенә йоғонто яһай. 1869 йылға Араканда мосолмандар һаны 5 %-ҡа етә. 1872 һәм 1911 йылғы британ халыҡ алыуы Акъяб дистриктында мосолман халҡының, артып, 58 255-тән 178 647 кешегә етеүен күрһәтә. 1942 йылда британдар ҡоралландырған рохиньялар менән буддист аракандар араһында ҡан ҡойғос һуғыш була, төбәктә милли ҡапма-ҡаршылыҡ көсәйә.
Бирма бойондороҡһоҙлоҡ алғандың беренсе йылдарында Ракхайн штатының мосолман халҡы айырымланыу яғын ҡайыра башлай. Бирмала власҡа килгән хәрби режим был штаттың мосолмандарын ил граждандары тип танымай. Был халыҡты Бангладешҡа күсереп ҡарайҙар, тик уларҙы унда ла ҡабул итмәйҙәр[18].
2012 йылда хәл ҡырҡыулаша, дин нигеҙендәге бәрелештәрҙә Мьянманың 200 кешеһе һәләк була, ә 140 мең кеше, башлыса рохиньялар, ҡасаҡҡа әүерелә. Тиҫтәләрсә мең кеше, кәмәләргә тейәлеп, Малайзияға, Индонезияға, Таиландҡа юллана. 2014 йылдың яҙында, Ракхайн штатында БМО-ның гуманитар миссияһы келәттәренә һәм офистарына һөжүмдәрҙән һуң, был ойошма хеҙмәткәрҙәре Мьянманан ҡайтып китә. Мьянма властары раҫлауынса, мосолмандар, үҙҙәренең ауыр хәлдә ҡалыуы хаҡында яр һалып, "Мьянма хөкүмәтенә сит ил матбуғаты аша баҫым яһай" һәм «рохинья» тигән һүҙҙе ҡулланыуҙы тыйҙырырға тырыша, сөнки уларҙы бенгалдар тип иҫәпләй[19].
БМО мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылдың ғинуарынан мартына тиклем 24 меңләгән рохинья Мьянманан кәмәләргә ултырып ҡасырға тырышҡан, был 2014 йылғы ошо осорҙан ике тапҡырға күберәк. Таиланд властары, илдең көньяғында Мьянма ҡасаҡтарының эҙҙәрен күргәс, кешеләрҙе йәшерен ташыу маршруттарына контролде арттыра (Таиланд полицияһы версияһына ярашлы, контрабандистар, йөҙҙәрсә мигрантты туҡмап һәм үлтереп, уларҙы азат итеү өсөн аҡса таптырған[19]). Һөҙөмтәлә, контрабандистар легаль булмаған мигрантарҙы ярға алып сығырға ҡурҡа һәм уларҙы ярға яҡын урында «кәмәле лагерҙарға» ҡалдыра башлай, был кәмәләрҙә, Халыҡ-ара миграция ойошмаһы баһаһына ярашлы, ҡот осҡос шарттарҙа һигеҙ меңләп кеше булыуы ихтимал.[20] 2015 йылдың майында Малайзия Мьянманан ҡасҡан рохиньяларҙың һәм Бангладештан килгән рөхсәтһеҙ ҡасаҡтарҙың сираттағы партияһына (бөтәһе 500-ләп кеше) суднонан үҙ биләмәһенә төшөргә рөхсәт итмәй. Малайзия властары белдереүенсә, улар ҡасаҡтарға аҙыҡ, һыу һәм яғыулыҡ биргәндәр ҙә судноны кире борғандар. БМО Генераль секретары Пан Ги Мун Көньяҡ-көнсығыш Азиялағы ҡайһы бер илдәрҙең ҡасаҡ рохиньяларҙы ҡабул итмәүе уңайынан борсолоуын белдерә[21].
2015 йылдың майы аҙағында Малайзия һәм Индонезия Мьянма менән Бангладештан 7-8 мең мигрантты ваҡытлыса ҡабул итәсәген белдерә. АҠШ властары Таиланд властарынан, хәрби күнекмәләрҙә ҡатнашҡан АҠШ хәрби самолеттарына бер аҙға Пхукет утрауында ҡалып, диңгеҙҙәге ҡасаҡтар тулы судноларҙы эҙләргә рөхсәт биреүҙе һораған. Ләкин Таиланд рөхсәт бирмәгән һәм биш көн эсендә Америка персоналы һәм самолеттарын алып сығып бөтөүҙе талап иткән[18].