Салауат Юлаев (Салауат Юлай улы) (16 июнь 1754 йыл [ 1] — 26 сентябрь 1800 йыл ) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат районының почетлы гражданы[ 2] .
1754[ 1] [ 3] йылдың 16 июнендә[ 4] Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы ) Тәкәй [ 5] ауылында тыуған.
Атаһы Юлай Аҙналин 1720 йылда Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы булып китә һәм үҙенең ғәҙеллеге менән Башҡортостан халҡы араһында ихтирам яулай. Атаһы улы Салауатҡа яҡшы белем һәм тәрбиә бирә, ул төрки һәм рус телдәрендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Салауат Юлаевтың әсәһе тураһында документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған, ә фольклор сығанаҡтарында уның белемле ҡатын булыуы әйтелә, һәм ҡайһы бер материалдар буйынса уның исеме Аҙнабикә була[ 6] .
Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын риүәйәттәр һәм халыҡ йырҙары бәйән итә. Ул йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. Тартып алынған көҙәй ырыуы ерендә урынлашҡан Эҫем (Сим) заводын беренсе тапҡыр, йәштәштәре менән үҫмер сағында, туҙҙыра һәм яндыра. Салауат Ҡөрьәнде һәм шәриғәтте лә яҡшы белгән, сәсән Байыҡ Айҙар менән осрашҡан[ 7] . Батыр шулай уҡ йырсы-импровизатор һәм ҡурайсы ла булған[ 8] .
1771 —1773 йылдарҙа Юлай Аҙналин Польша конфедераттарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн кесе хәрби байраҡ менән бүләкләнә. Атаһы хәрби походтарҙа булған саҡта старшина вазифаһын Салауат үҙе башҡара[ 9] .
1773 йылдың 17 сентябрендә императрица Екатерина II ҡаршы Ырымбур губернаһында Емельян Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡана. Ихтилалды, «Пётр III» исемен ҡулланып, казак атаманы Емельян Пугачёв етәкләй. 1773 йылдың 10 ноябрендә ихтилалсыларға Салауат Юлаев етәкселегендә бер төркөм башҡорт яугирҙәре килеп ҡушыла. Салауат Юлаев ноябрь — декабрь айҙарында Ырымбур ҡалаһы янында һәм Ырымбур сик һыҙығында алыштарҙа, шул иҫәптән Ильин ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнаша һәм яралана. Ырымбур ҡәлғәһе тирәһендәге яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм һуғыш оҫталығы өсөн Салауатҡа «Пётр III» исеменән полковник дәрәжәһе бирелә[ 9] .
1774 йылдың ғинуар — мартында Пермь провинцияһының көньяғында һәм Өфө провинцияһының төньяғында Салауат Юлаев ихтилал етәкселәренең береһе була. Уның ғәскәрендә 4 меңдән ашыу төрлө милләттәге кеше була, Салауаттың поход канцелярияһы ихтилалсылар биләгән төбәктәрҙә мөһим хәрби һәм граждандар идараһы органы булып торған. Канцелярия мөрәжәғәтнамәләр һәм фармандар төҙөгән, суд эштәрен дә башҡарған. 1774 йылдың 12 ғинуарында Салауаттың отряды Пермь провинцияһының Красноуфимск ҡәлғәһен һуғышһыҙ ала, 18—25 ғинуарҙа Көңгөр ҡалаһын ҡамай. 19 февралдә Красноуфимск ҡәлғәһе эргәһендә секунд-майор Д. О. Гагрин , 3 һәм 10 мартта — Ҡазан губернаһының Сарапул ҡалаһы эргәһендә подполковник А. Ф. Обернибесов , 14 һәм 17 мартта Красноуфимск ҡәлғәһе һәм Себер даруғаһының Һыҙғы улусы Боғалыш[ 10] ауылы янында секунд-майор А. В. Папава етәкселегендәге император ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[ 11] .
Салауат Юлаев фармандарының береһе.
Апрель — майҙа Салауат Юлаев Өфө провинцияһы халҡын ихтилалсыларҙың Магнит ҡәлғәһе нә[ 12] етеп килеүсе Төп ғәскәренә мобилизациялай, уны аҡса, аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. 6 һәм 8 майҙа Салауаттың 4 меңлек отряды Үрге Эҫем заводы янында, 31 майҙа Себер даруғаһы Әйле улусының Әйле пристане [ 13] янында И. И. Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәре менән һуғыша[ 11] .
2 июндә Салауат Юлаевтың отряды Е. И. Пугачёвтың Төп ғәскәрҙәренә ҡушыла[ 14] . Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы 3 июндә Үрге Ҡыйғы һәм 5 июндә — Уразмәт ауылдары эргәһендә, 11 июндә — Әшит ҡәлғәһе [ 15] янында Пугачёвтың Төп ғәскәре составында А. В. Папава етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа, 18—20 июндә Уҫыны алыуҙа ҡатнаша. Уҫыға юлланған саҡта Салауат Юлаевтың отряды Бөрө ҡалаһын ала[ 16] . 5 июндә «Пётр III» Пугачёв Салауат Юлаевҡа бригадир (генерал) дәрәжәһен бирә[ 17] . Уҫы ҡәлғәһен алған ваҡытта батыр өсөнсө тапҡыр яралана[ 9] .
Июль — ноябрь айҙарында Салауат Юлаев Башҡортостанда баш күтәреүселәр хәрәкәте менән етәкселек итә. Кама буйҙарынан алып Ҡытау йылғаһы заводтарына тиклем барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Август айында Өфө ҡәлғәһе ҡамауға алына: төньяҡтан Салауат Юлаев төркөмө, көньяҡтан — Ҡасҡын Һамаров , көньяҡ-көнбайыштан — Ҡәнзәфәр Усаев , төньяҡ-көнсығыштан — Туҡтамыш Ишбулатов төркөмдәре ҡамауҙа тора. Батырҙың отряды Ҡытау-Ивановск заводын ҡамауға ала. Сентябрь башында Ағиҙел һәм Буй йылғалары араһында Салауат Юлаев премьер-майор И. Г. Штерич етәкселегендәге хәрби көстәр менән һуғыша: 4 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Иваново [ 18] ауылы янындағы алышта ҡатнаша[ 11] .
Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре ҡыйратылып, Емельян Пугачёв ҡулға алынғандан һуң да Салауат Юлаев көрәште дауам итә, һәм уның отрядтары 18 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Тимошкино ауылы, 22 сентябрҙә Себер даруғаһының Ҡыр-Танып улусы Нөркә [ 19] ауылы янында подполковник И. К. Рылеев ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы П. И. Панин башҡорттарҙан ҡорал һалырға, Салауатты һәм уның атаһы Юлайҙы тотоп биреүҙе талап итә. Ә йәшерен комиссия башлығы генерал П. С. Потёмкин Салауат Юлаевтың үҙенә мөрәжәғәт итә: «Покайся, познай вину свою и приди с повиновением» [ 20] .
Даими хәрби әҙерлек үткән ғәскәрҙәргә ҡаршы көрәш алып барыуы еңел булмай. Теүәл 1 йыл 15 көн дауам иткән һуғыш юлында, Салауат Юлаев 28 хәрби алышта ҡатнаша. 20 ноябрҙә Ҡытау-Ивановск заводы янында батырҙың отряды һуңғы тапҡыр хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алыша.
Салауат Юлаев алыштарының исемлеге
Салауат Юлаев алыштарының исемлеге[ 21]
№
Дата
Урыны
Дошманы
Союздашы
Һөҙөмтәһе
1
13.11.1773
Бәрҙе ҡәлғәһе
Сембер коменданты П. М. Чернышёв
Төп ғәскәр
Чернышёв корпусын ҡыйратыу
2
14.11.1773
Бәрҙе ҡәлғәһе
Ырымбур гарнизоны етәксеһе, бригадир А. Ф. Корф
Төп ғәскәр
Ырымбур гарнизоны һөжүмен кире ҡағыу
3
22.11.1773
Бәрҙе ҡәлғәһе
Ырымбур гарнизоны етәксеһе, бригадир А. Ф. Корф
Төп ғәскәр
Ырымбур гарнизоны һөжүмен кире ҡағыу
4
23.11.1773
Ырымбур ҡалаһы
Ырымбур губернаторы И. А. Рейнсдорп
Төп ғәскәр
баш күтәреүселәрҙең һөжүме кире ҡағыла
5
26.11.1773
Бәрҙе ҡәлғәһе
Наумов
Төп ғәскәр
Ырымбур гарнизоны һөжүмен кире ҡағыу
6
07.12.1773
Ырымбур ҡалаһы
Ырымбур губернаторы И. А. Рейнсдорп
Төп ғәскәр
баш күтәреүселәрҙең һөжүме кире ҡағыла
7
11.12.1773
Ырымбур ҡалаһы
Ырымбур губернаторы И. А. Рейнсдорп
Төп ғәскәр
баш күтәреүселәрҙең һөжүме кире ҡағыла
8
23.01.1774
Көңгөр ҡалаһы
ҡала гарнизоны
бригадир И. С. Кузнецов
баш күтәреүселәр ҡала яны территорияһын ала
9
24.01.1774
Көңгөр ҡалаһы
ҡала гарнизоны
бригадир И. С. Кузнецов
аяғы яралана
10
19.02.1774
Красноуфимск ҡалаһы
секунд-майор Д. О. Гагрин
—
баш күтәреүселәрҙең һөжүме кире ҡағыла
11
23.02.1774
Сарапул улусы
секунд-майор И. Гурьев
—
Гурьев командаһын ҡыйратыу
12
03.03.1774
Сарапул улусы
секунд-майор И. Гурьев
—
Гурьев командаһын ҡыйратыу
13
09.03.1774
Сарапул улусы
секунд-майор И. Гурьев
—
Гурьев командаһын ҡыйратыу
14
14.03.1774
Красноуфимск ҡалаһы
подполковник А. В. Папав
—
баш күтәреүселәрҙең һөжүме кире ҡағыла
15
17.03.1774
Боғалыш ауылы
подполковник А. В. Папав
—
баш күтәреүселәрҙең һөжүме кире ҡағыла
16
07.05.1774
Эҫем заводы
подполковник И. И. Михельсон
—
алышта еңеүсе булмай
17
08.05.1774
Эҫем заводы
подполковник И. И. Михельсон
—
алышта еңеүсе булмай
18
17.05.1774
Әй йылғаһы
подполковник И. И. Михельсон
—
алышта еңеүсе булмай
19
31.05.1774
Эҫем заводы
подполковник И. И. Михельсон
—
алышта еңеүсе булмай
20
03.06.1774
Үрге Ҡыйғы ауылы
подполковник И. И. Михельсон
Е. И. Пугачёв
алышта еңеүсе булмай
21
05.06.1774
Мәсәғүт ауылы
подполковник И. И. Михельсон
Е. И. Пугачёв
алышта еңеүсе булмай
22
11.07.1774
Уҫы ҡалаһы
ҡала гарнизоны
И. Н. Белобородов
һөжүм итеү
23
18.07.1774
Уҫы ҡалаһы
ҡала гарнизоны
Е. И. Пугачёв
һөжүм итеү
24
18.07.1774
Уҫы ҡалаһы
ҡала гарнизоны
И. Н. Белобородов
һөжүм итеү
25
20.07.1774
Уҫы ҡалаһы
ҡала гарнизоны
И. Н. Белобородов
һөжүм итеү
26
20.07.1774
Уҫы ҡалаһы
ҡала гарнизоны
И. Н. Белобородов
ҡаланы алыу
27
04.09.1774
Әмзә йылғаһы
секунд-майор И. Г. Штерич
—
алышта еңеүсе булмай
28
18.09.1774
Нөркә ауылы
подполковник И. К. Рылеев
—
баш күтәреүселәр сигенә
29
22.09.1774
Йәлдәк ҡәлғәһе
подполковник И. К. Рылеев
—
алышта еңеүсе булмай
30
22.11.1774
Ҡытау-Ивановск заводы
генерал-майор Ф. Ю. Фрейман
—
баш күтәреүселәр еңелә
Салауат Юлаев 1774 йылдың 25 ноябрендә генерал-майор Ф. Ю. Фрейман командаһы тарафынан ҡулға алына. Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин , арҡаҙашы Иван Зарубин-Чика Өфө ҡәлғәһенең зинданында ябып тотола. Сенаттың Йәшерен экспедицияһы һәм Ырымбур губернаторы И. А. Рейнсдорп тың тикшереү, һорау алыу, язалау, хөкөм итеү эштәре Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә 339 көн дауамында алып барыла. Хөкөм ителгәндән һуң Салауат Юлаевты, атаһы Юлай Аҙналинды Ырымбурға , Өфөгә һәм башҡа көсөргәнешле алыш барған урындарға алып барып язаға тарттыралар. Һәр урында 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылғандан һуң, уларҙың танау япраҡтарын йырталар, маңлайына һәм яңаҡтарына «З» («злодей» — «енәйәтсе»), «Б» («бунтовщик» — «боласы»), «И» («изменник» — «хыянатсы») тамғалары баҫыла[ 11] .
1775 йылдың 2 ноябрендә Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән бергә, Балтик Портына [ 22] (1762 йылға тиклем Рогервик ҡәлғәһе) мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелә. Юлдары Өфөлә башлана һәм Минзәлә — Ҡазан — Түбәнге Новгород — Мәскәү — Тверь — Бөйөк Новгород — Ревель аша үтеп, Балтик Портында тамамлана.
Салауат Юлаев 1800 йылдың 8 октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) вафат була.
Салауат Юлаев иртә өйләнгән. Мосолман ғөрөф-ғәҙәттәренә ярашлы, уның өс ҡатыны һәм 1775 йылға ҡарата ике улы һәм ике (йәки өс) ҡыҙы булған[ 9] . Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа ул һәләк булған ағаларының ҡатындарына өйләнгән тип билдәләнә.
1774 йылдың көҙөндә, Салауат Юлаев ҡулға алынмаҫ элек үк, карателдәр батырҙың ҡатындарын һәм балаларын аманат рәүешендә Өфөгә килтергәндәр, Пугачев ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан генерал-майор Ф. Ю. Фрейманда Салауаттың улы, ә ҡала коменданты полковник С. С. Мясоедовта уның бер ҡатыны һәм икенсе улы булыуы билдәле[ 23] .
Салауат Юлаев ғаиләһенең ҡанунһыҙ рәүештә ҡулға алыныуына протест белдергән: «Такого ж указа, чтоб от лишенных жизни семейства отбирать, действительно нет» . Ул туғандарынан һәм дуҫтарынан ҡатындарын һәм балаларын азат итеүҙе юллап губерна канцелярияһына мөрәжәғәт итергә, был да ярҙам итмәһә, Сенатҡа яҙыуҙарын һораған: «чтоб государевые рабы у подчиненных во услужении не были» . Ғаиләһенең артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Халыҡ хәтерендә батырҙың тоҡомдары тураһында бихисап легендалар һаҡланып ҡалған. Был хаҡта Салауат Юлаевтың биографы В. Сидоров "Был героем Салават" тигән китабында бәйән итә. Имеш, Дыуан районы Вознесенка тигән ауылда Екатерина Михайловна тигән ҡатындан улы булған. Ҡатын үлеп ҡалғас, был баланы Салауат кемгәлер тапшырғанмы, әллә урманда ҡалдырырға мәжбүр булып, шунда уҡ тапҡандармы тигән хәбәрҙәр төрлө вариантта йәшәп килгән. Улы, ихтилалдан һуң 14 йыл үткәс, әсәһе яғынан олаталарына атаһы тураһында белешергә килгән имеш, әммә был хаҡта власть әһелдәренә хәбәр иткәндәр ҙә, уны йәшергәндәр, артабан ҡайҙа киткәне билдәһеҙ, тигән хәбәрҙәр ҙә яҙып алынған.
Икенсе бер риүәйәттә Салауаттың улы баһадир булып буй еткереп, икенсе Әй улусының кантон начальнигы булған, становой приставтарҙы ҡамсылаған, бер ниҙән дә ҡурҡмаған тип бәйән ителә.
Риүәйәттәр Салауаттың тоҡомдарын иң яҡшы сифаттар менән һүрәтләй: бер бүләһе, имеш, бик шәп йырсы булған, икенселәре ҡарт олаталары кеүек һөңгө тотоп ҡына айыу ауларға йөрөгән [ 24] .
Салауат Юлаевтың яҙма рәүештә һәм телдән һаҡланған 500 юл самаһы шиғри мираҫы беҙҙең көндәргә килеп еткән[ 11] .
Салауат Юлаевтың 5 шиғырын тәүге тапҡыр рус телендә Ф. Д. Нефёдов «Салауат, башҡорт батыры» («Салават, башкирский батыр»; 1880) тигән очергында баҫтырып сығара. Шағирҙың тағы ла 7 шиғыры Р. Г. Игнатьевтың «Башҡорттарҙың Пугачёв ихтилалы алдынан хәрәкәте; Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор» («Движение башкир перед пугачёвским бунтом; Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор»; 1893) исемле хеҙмәтендә донъя күрә. Рәсәй империяһы осоронда Салауат Юлаевтың шиғырҙары барлығы дүрт тапҡыр баҫылып сыға[ 25] .
Башҡортостандың бер нисә районында Салауат тип аталған географик объекттар бар.
Салауат Юлаев тыуған Тәкәй йәйләүен әле лә Салауат йәйләүе тип йөрөтәләр. Был урында, Һары ҡондоҙ йылғаһы менән Көҫкәнде йылғаһы ҡушылған ерҙә, тәбиғәт иҫ киткес матур. Ауыл халҡы уны "Оло төбәк" тип йөрөтә. Йәй тау битләүе хуш еҫле сәскәләр менән ҡаплана. Тәкәй йәйләүе аша Һары ҡондоҙ йылғаһы ағып ята. Заманында мул һыулы йылға булған. Унда ҡондоҙҙар бик күпләп үрсегән. Ул дәүерҙә ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә һунар итеү башҡорттарҙың төп кәсебе булып һаналған. Өҫ-баш кейемдәре лә ҡондоҙ тиреһенән булған (Халыҡтың ауыҙ-тел ижадынан ).
Р. У. Ишбулатов. Һынмаған рух, 1966 йыл
Салауат Юлаевҡа башҡорт халыҡ йыры «Салауат» һәм башҡа сәнғәт, әҙәбиәт һәм фольклор әҫәрҙәре арналған. Халыҡ хәтере уның үҙе һәм исеме менән бәйле бик күп иҫтәлекле тарихи урындарҙы һаҡлай. Батырҙың исеме башҡорт, рус, татар һәм башҡа милләт ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары, рәссамдары, скульпторҙары, композиторҙары әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелгән.
Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Салауат Юлаевты А. С. Пушкин «Пугачёв тарихы» тигән романында телгә ала[ 25] . Батыр хаҡында тарихсылар, яҙыусылар В. Н. Витевский , Н. Гурвич , Н. Фирсов, В. Черемшанский , П. Юдин[ 26] , Д. Мамин-Сибиряк, М. Лоссиевский , В. Зефиров , И. Казанцев, А. Алекторов , В. Филоненко, Ф. Нефёдов , Н. Дрягин, С. Руденко һәм башҡалар яҙалар.
П. Кудряшёв тарафынан рус теленә тәржемә ителгән халыҡ йырына А. Алябьев уның көйөн яҙып ала. С. Рыбаков һәм М. Солтанов батыр тураһындағы халыҡ йырҙарын баҫтырып сығаралар[ 25] .
1941 йылда Мәскәүҙә С. П. Злобиндың «Салауат Юлаев» тарихи романы нәшер ителә.
1993 йылда Өфөлә Булат Рафиҡовтың «Эйәрләнгән ат» әҫәре сыға.
1994 йылда Мираҫ Иҙелбаевтың «Юлай улы Салауат» тигән китабы баҫтырыла.
2004 йылда Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре «Салауат Юлаев энциклопедияһы»н нәшер итте.
Салауат Юлаев һәйкәле (авторы Тамара Нечаева )
«Салауат Юлаев» фильмы, 1941 йыл.
Башҡортостанда 1989 йылдан алып йыл һайын Салауат көндәре, 2004 йылдан башлап, июнь айының икенсе яртыһында, республика фольклор байрамы — Салауат йыйыны үткәрелә.
Эстонияның баш ҡалаһы Таллинда 20-се быуат аҙағынан әүҙем эшләп килгән «Ағиҙел» мәҙәни ойошмаһы (етәксеһе Флүзә Хәйруллина ) ағзалары йыл һайын, 45 саҡрымда ятҡан Палдиски ҡалаһына барып, Салауат Юлаевты иҫкә алыу сараһы үткәрә[ 34] .
Никарагуа социалистик партияһы ағзаһы Лопес Аугусто ил президенты диктатураһына ҡаршы хәрәкәттә «Салауат Юлаев» ҡушаматын йөрөтә[ 35]
Советтар Союзында сыҡҡан почта маркаһы
Салауат һәйкәле - маркала
Башҡортостан гербында Салауат Юлаев һыны
Салауат ҡалаһы гербында Салауат Юлаев һыны
Салауат районы гербында Салауат Юлаев һыны
Салауат Юлаев ордены
Өфө ҡалаһындағы Салауат Юлаев проспекты
«Салауат Юлаев» теплоходы
Салауат Юлаев музейында
Салауат ролендә - СССР -ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков
width="25%""Салауат Юлаев - башҡорт халҡының милли ҡаһарманы". Вәкил Шәйхетдинов һүрәте
«Салаватнефтеоргсинтез» берләшмәһенең идаралыҡ бинаһы
Салауат Юлаев майҙаны
"Салауат" гәзите
Салауат мәмерйәһе
Салауат Юлаев шиғырҙары, уның тураһында башҡорт халыҡ йырҙары һәм художестволы әҫәрҙәр. Өфө, 1953. (баш.)
Стихи. Переводы Б. Турганова // Библиотека всемирной литературы. Серия первая. Поэзия народов СССР IV—XVIII веков. М., 1972. 543—547-се биттәр. (рус.)
Жорыҡ жырлары [Поход йырҙары. Ҡаҙаҡсаға Берхаир Аманшин тәржемәһе]. Алматы: Жазушы, 1983. (ҡаҙ.)
Шиғырҙар. Йырҙар. Рәсми ҡағыҙҙар./ Төҙ: М. X. Иҙелбаев. Өфө, 1994. (баш.)
Стихотворения. Уфа: Китап, 2000. (баш.) (рус.)
Стихотворения. Уфа, 2004. (рус.)
↑ 1,0 1,1 Башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1752 йылда.
↑ Азналин Салават Юлаевич (Салават Юлаев) 2016 йыл 4 июнь архивланған .
↑ 1775 йылда 25 февралендә Сенат экспедицияһы яуап алғанда Салауат Юлаев үҙенең йәшен былай тип әйткән:«…отроду ему двадцать первой год»
—
↑ Тыуған көнө март һәм октябрь айҙары арауығына тура килгән, 16 июнь көнө биографтар килешеүе менән шартлы рәүештә ҡабул ителгән.
↑ 1775 йылда Тәкәй ауылы батша ғәскәрҙәре тарафынан яндырылған.
↑ Шәкүр Р. З., 2005 , с. 42
↑ Шәкүр Р. З., 2005 , с. 45
↑ Ахметзаки Валиди Тоган . История башкир: (перевод с турецк. А. М. Юлдашбаева ; авт. вступ. статей А. М. Юлдашбаев, И. Тоган ). — Уфа: Китап, 2010. — С. 169. — 352 с. — ISBN 978-5-295-05000-8 .
↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 Салават Юлаев (исторический портрет), 2011 , с. 360
↑ Хәҙерге Свердловск өлкәһендәге ауыл.
↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Гвоздикова И. М. , Иҙелбаев М. Х. Салауат Юлаев // Башҡорт энциклопедияһы . — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы» , 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9 .
↑ Хәҙерге Магнитогорск ҡалаһы.
↑ Хәҙерге Силәбе өлкәһе Иҫке Пристань ауылы.
↑ История Башкортостана: С древнейших времен до конца XIX в. Учебник для 8 кл. / Отв. ред. И. Г. Акманов . — Уфа: Китап, 2005. — С. 156. — 248 с. — ISBN 5-295-03503-4 .
↑ Хәҙерге Свердловск өлкәһе Әшит ҡасабаһы.
↑ Шәкүр Р. З., 2005 , с. 50
↑ Гвоздикова И. М. Салават Юлаев: исследования документальных источников. Уфа, 2004. — 170—172.
↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иванай ауылы.
↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы ауыл.
↑ Салават Юлаев (исторический портрет), 2011 , с. 361
↑ Кулбахтин Н. М. Сардар Салават // Ватандаш . — ISSN 1683-3554 .
↑ Хәҙерге ваҡытта был ҡәлғә — Эстонияның Палдиски ҡалаһы.
↑ Салават Юлаев (исторический портрет), 2011 , с. 364
↑ Сидоров В. В. Был героем Салават. Уфа: Китап, 2003. (рус.)
↑ 25,0 25,1 25,2 Салават Юлаев.// История литературы Урала. Конец XIV—XVIII вв./ Гл. ред. В. В. Блажес, Е. К. Созина. — М .: Языки славянской культуры, 2012. — С. 106. — 608 с. — ISBN 978-5-9551-0602-1 .
↑ 1898 йылда Мәскәү университеты профессоры П. Л. Юдин Салауат Юлаевтың һуғыштағы ролен бик юғары баһалаған:«Не будь такого талантливого и преданного сподвижника, как Салават, Пугачев перестал бы быть вождем Крестьянской войны, а сама Крестьянская война была бы подавлена еще весной 1774 г. после сокрушительного поражения повстанческой армии под Троицкой крепостью и под селом Лягушино. Только Салават, подоспевший со своей конницей, спас Пугачёва и пугачевский бунт»
— Юдин П. Л. Суд и казнь Салаватки (эпизод из пугачевского бунта) // Исторический вестник. 1898, август, № 8.
↑ Зарипов А. Я. Салават Юлаев.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 513. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7 .
↑ Бикмәев М. Ә. Мең ике йөҙ туҡһан икенсе танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы // Башҡорт энциклопедияһы . — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы» , 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9 .
↑ Сорокина В. М. Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр // Башҡорт энциклопедияһы . — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы» , 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9 .
↑ [http://www.bashinform.ru/bash/1026605/ Эстонияла Салауат Юлаевҡа бюст ҡуйылды. Башинформ мәғлүмәт агентлығы, 2017, 25 июль (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2017)
↑ Челябинская ГТРК / На Южном Урале появился памятник Салавату Юлаеву 2014 йыл 20 октябрь архивланған .
↑ Салават Юлаев поселился на Увильдах — Социальная ответственность — Chelyabinsk.ru — агентство новостей. Новости Челябинска. Лента новостей Челябинска. Новость дня 2011 йыл 20 октябрь архивланған .
↑ Шәкүр Р. З., 2005 , с. 135
↑ В Эстонии башкирские активисты провели мероприятие памяти Салавата Юлаева. ИА «Башинформ», 15 июня 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2021)
↑ Салауат Юлаев // Салават Юлаев: энциклопедия / Гл.ред. И. Г. Илишев . — Уфа: Башкирская энциклопедия , 2004. — 480 с. — ISBN 5-88185-054-8 .
Өҙөмтә хатаһы: <references>
билдәләнгән "Салават Юлаев (исторический портрет)—2011——360" исемле <ref>
тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Әҙәбиәт
Амиров М. В., Черданцев А. А. Библиографический указатель материалов о Салавате Юлаеве. — Уфа, 1952. (рус.)
Аҫылғужа . Салауаттың йәше: Роман. 1-се китап. Өфө: Китап, 2004. (баш.)
Батыр рухы менән осрашыу. Автор-төҙөүсе Г. Ф. Әхмәтҡужина. Өфө: Китап, 2004. (баш.)
Гвоздикова И. М. Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны 1773—1775 гг. и под предводительством Е. И. Пугачева. Уфа: «Китап», 1999. (рус.)
Гвоздикова И. М. Салават Юлаев: исследования документальных источников. Уфа, 1982, 2004. (рус.)
Гвоздикова И. М. Салауат Юлаев: Документаль сығанаҡтарҙы өйрәнеү. Өфө, 1984. (баш.)
Гвоздикова И. М. Салават Юлаев (исторический портрет).// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 360. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9 .
Злобин С. П. Салават Юлаев: Исторический роман. М., 1941, 1953, 1984, 1994; Уфа, 1974, 2004. (рус.)
Злобин С. П. Салауат Юлаев: Тарихи роман. Өфө, 1957, 1983. (баш.)
Игнатьев Р. Г. Башкир Салават Юлаев, пугачевский бригадир, певец и импровизатор. — «Известия Общества археологии, истории и этнографии при Казанском университете», 1893, Т. XI, вып. 2. (рус.)
Идельбаев М. Х. Башкирская литература XVIII века и творчество Салавата Юлаева. Уфа, 2003. (рус.)
Идельбаев М. Х. Сын Юлая Салават: Документальный роман. Уфа: Китап, 2004. (рус.)
Иҙелбаев М. Х. Юлай улы Салауат: Документаль роман. Өфө: Китап, 1995. (баш.)
Идея свободы в творчестве Салавата Юлаева: Всероссийская научно-практическая конференция, посвященная 250-летию со дня рождения Салавата Юлаева (г. Уфа, 3 июня 2004 г.). Уфа: Гилем, 2004. (рус.)
Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. Сб. документов и материалов. Уфа, 1975. (рус.)
Крестьянская война 1773—1775 гг. в России. Сб. документов и материалов. М., 1873. (рус.)
Лимонов Ю. А., Мавродин В. В., Панеях В. М. Пугачёв и его сподвижники. М.-Л., 1965.
Наш Салават, Уфа, 1973. (рус.)
Нефёдов Ф. Д. Движение среди башкир перед пугачевским бунтом. Салават, башкирский батыр. // Ж. «Русское богатство», СПб., 1880, № 10. (рус.)
Салауат башҡорт фольклорында=Салават в башкирском фольклоре=Salawat in Bashkir Folklore: 2 томда. Өфө, 2008. (баш.) (инг.) (рус.)
Салават Юлаев: Библиографический указатель. Уфа, 1982. (рус.)
Салават-батыр навечно в памяти народной: сборник документов и материалов. Уфа, 2004. (рус.)
Салават Юлаев. К 200-летию со дня рождения, Уфа, 1952. (рус.)
Салават Юлаев. Энциклопедия / Гл. ред. И. Г. Илишев, сост. И. М. Гвоздикова. Уфа, 2004. (рус.)
Сидоров В. В. О башкире-певце и бесстрашном бойце. Уфа, 1983, 1986. (рус.)
Сидоров В. В. Шағир һәм яугир Салауат. Өфө, 1985, 1990. (баш.)
Сидоров В. В. Салауат батыр ир ине. Өфө: Китап, 1995. (баш.)
Сидоров В. В. Был героем Салават. Уфа: Китап, 2003. (рус.)
Сидоров В. В. По следам Салавата. — Уфа, Башкнигоиздат, 1988. — 159 с. (рус.)
Таймаҫов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7 . (рус.)
Хамматов Я. Салауат. Һырдаръя: Тарихи романдар. Өфө: Китап, 2000. (баш.)
Хамматов Я. Салават-батыр. Уфа: Китап, 2004. (рус.)
Шежере Салавата. — Уфа: Китап, 2008. (рус.)
Шәкүр Р. З. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө: Китап, 2005. — 376 с. — ISBN 5-295-02098-3 . (баш.)
Юдин П. Л. Суд и казнь Салаватки (эпизод из пугачевского бунта) // Исторический вестник. 1898, август, № 8. (рус.)
YouTube сайтында Видео «Личность в башкирской истории: Салават Юлаев» . ТРК «Башкортостан», 2010 г.
YouTube сайтында Видео «Лик Салавата» . ТРК «Башкортостан», 2013 г.
YouTube сайтында Видео фильм "Салават Юлаев". Я. Протазанов, 1941 (полная версия)
YouTube сайтында Видео "Пугачевщина в Башкирии (Башкирское восстание 1773-1774 гг.")