Санфирова Ольга Александровна | |
рус. Ольга Александровна Санфирова[1] | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 2 май 1917 |
Тыуған урыны | Һамар, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 13 декабрь 1944 (27 йәш) |
Вафат булған урыны | Гродно[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Гродно[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | лётчик, офицер |
Хәрби звание | Капитан |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
![]() |
Санфирова Ольга Александровна (2 май 1917 йыл — 13 декабрь 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған осоусы 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы эскадрилья командиры, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
Ольга Александровна Санфирова 1917 йылдың 2 майында (19 апрелендә) Һамар ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.
9-сы класты, Мәскәү өлкәһенең Коломна ҡалаһында аэроклубты тамамлай. Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта йәшәй һәм эшләй.
Ҡыҙыл армияла 1941 йылдың декабренән. Батайск хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлай. 1942 йылдың майынан хәрәкәттәге армияла. 1942 йылдан ВКП (б) ағзаһы.
46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының эскадрилья командиры (325-се төнгө бомбардировка авиадивизия, 4-се һауа армияһы, 2-се Белорус фронты) гвардия капитаны О.А.Санфирова дошмандың тере көсөн һәм техникаһын юҡ итеү өсөн 630 хәрби осош яһай.
Ҡыйыу осоусы 1944 йылдың 13 декабрендә хәрби заданиенан ҡайтып килгәндә батырҙарса һәләк була. Машинаны Польшала, Населск районында яндыралар. Ольга Санфирова һәм штурман Руфина Гашева парашют менән һикереп, нейтраль зонаға эләгә. Ольга Санфирова пехотаға ҡаршы минала шартлай, ә Руфинаны беҙҙең һалдаттар алып сыға. Белоруссияның Гродно ҡалаһында туғандар ҡәберендә ерләнә.[2]