Саҡсауыл | |
Халыҡ-ара ғилми атамаһы | Haloxylon Fenzl, 1851 |
---|---|
Таксономия рангыһы | Ырыу |
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон | Salsoloideae[d] |
Таксондың халыҡ атамаһы | 梭梭属[1], 梭梭属[2][3][4][…] һәм 琐琐属[3] |
Номенклатурный тип | H. ammodendron[d] |
GRIN URL | npgsweb.ars-grin.gov/gri…[5] |
Саҡсауыл Викимилектә |
Саҡсауыл (лат. Halóxylon) (ҡаҙ. Сексеуіл) — Марь (Chenopodioideae) төрөнә ҡараған, сүллектәрҙә урман булып үҫә торған ҡаты, әммә һыныусан ағас (саҡсауыллыҡтар). Үҙәк Азия һәм ғәрәп илдәрендә унға яҡын төрө бар. Уларҙың өс төрө : аҡ саҡсауыл, Зайсан саҡсауылы һәм ҡара саҡсауыл Ҡаҙағстанда үҫә. Дөйөм алғанда, улар был республикала 48% урман фондын биләй (15 млн гектар). Төркмәнстанда — 6 миллион гектар, Үзбәкстанда-0,6 млн гектар майҙанда үҫә [6].
Ушаков Дмитрий Николаевич фекеренсә, атама ҡаҙаҡса «сексеүил» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан[7]. Мәктәп этимологик һүҙлегендә атама XIX тыуатта төрки телдәрҙән алынған тип яҙылған[8].
Ҡыуаҡ йәки ҙур булмаған, йәш ботаҡтары һыныусан, тарбаҡлы ағас (бейеклеге 1,5—12 м). Япраҡтары ваҡ,төҫһөҙ тәңкә кеүек, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы урынлашҡан.Фотосинтезды йәшел ботаҡ ғәмәлгә ашыра. Ике енесле сәскә, бөрөһөндә 4-әрләп ултыра. Сәскә төбөндә 5 яры кеүек япраҡ, улар орлоҡҡа ҡанат кеүек беркетелгән була. Тамыр системаһы ҡеүәтле, 10-11 м тәрәнлеккә китә. Олоно тигеҙһеҙ, ныҡ, әммә ҡайһы берҙә мурт булып китә. Ҡайырыһы аҡ, ҡара йәки көрән.
The Plant List мәғлүмәт базаһында күренеүенсә (2013) , 9 төрө бар [9]
Бөтә төрҙәре лә Азия сүллектәрендә йәки ярымсүллектәрендә үҫә[10].