Спорт ориентирлашыуы | |
Спорт ориентирлашыуы Викимилектә |
Спорт ориентирлашыуы — спортсыларҙың спорт картаһы һәм компас ярҙамында билдәле булмаған трассаны ошо төбәктә урынлашҡан контроль пункттары (КП) аша үтеүен үҙ эсенә алған спорт төрө. Ярыш һөҙөмтәләре дистанцияны үтеү ваҡытына (ҡайһы бер осраҡта штраф ваҡыты ла быға индерелә) йәки йыйылған мәрәйҙәр[1] һанына ҡарап сығарыла.
Борон замандан урында тейешле йүнәлеш ала белеү (ориентирлашыу) оҫталығы һәм юл үтеү күнекмәләре киң файҙаланылған, әммә тарихи факттарҙы күҙәтеүҙе Европаның төньяҡтағы илдәрендә үткәрелеп килгән хәрби ярыштарҙан башлау дөрөҫөрәк булыр. Спорт төрө булараҡ ориентирлашыуҙың барлыҡҡа килеүен XIX быуат аҙағында Швеция, Норвегия, Бөйөк Британияның хәрби гарнозондары араһында ярыштар үткәрелә башлау менән бәйләргә кәрәк.
1897 йылдың 31 октябрендә Осло (Норвегия) янында Тьалве спорт клубы граждандар араһында ориентирлашыу буйынса тәүге күмәк ярышты үткәрә. Хәҙерге заман ориентирлашыу ярыштары 1918 йылда барлыҡҡа килә. Майор Эрнст Килландер, Стокгольм һәүәҫкәр спорт ассоциацияһы Президенты, швед ауылдары урынлашҡан тәбиғи мөхитте уның хәрби тәжрибәһенә нигеҙләнгән яңы спорт төрө өсөн файҙаланырға ҡарар итә. Ярышты соҡор-саҡырлы урында үткәреүҙе уйлап таба, был осраҡта спортсы йүгереп кенә ҡалмай, ә, карта һәм компас ҡулланып, үҙ маршруттарын табырға тейеш була.
1934 йылға ориентирлашыу спорты Швейцария, СССР һәм Венгрияла таралыу ала. Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем йыл һайын Швецияла, Норвегияла һәм Финляндияла ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн милләт беренселеге үткәрелә.
1946 йылда ориентирлашыусыларҙың Скандинавия комитеты булдырыла, ул халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә юл аса.
1949 йылдың майында Швецияның ориентирлашыу ассоциацияһы Сандвикенела Халыҡ-ара конференция үткәрә, унда ун бер ил ҡатнаша.
1960 йылда Стокгольм янында ете ил ҡатнашлығында Асыҡ халыҡ-ара ярыштар булып үтә[2].
1961 йылдың 21 майында[3] Копенгагенда үткәрелгән конгреста Халыҡ-ара ориентирлашыу спорты федерацияһы булдырыла. Европаның 10 иле — Болгария, Чехословакия, Дания, ГДР, Финляндия, Венгрия, Норвегия, Швеция, Швейцария, ГФР ориентирлашыу федерацияның тәүге ағзалары булып теркәлә.
1996 йылдан алып ветерандар араһында спорт ориентирлашыуы буйынса донъя чемпионаты үткәрелә.
Йүгереп ориентирлашыу ярыштары бирелгән йүнәлеш («ЗН»), һайлап алыу («ВО») һәм хатта маркёрлы трасса («МТ») кеүек һәм башҡа төрлө дисциплиналар буйынса күп һанда үткәрелә. Йүгереп спорт ориентирлашыу буйынса донъя чемпионаты 1966 йылдан үткәрелә.
Саңғыла ориентирлашыу буйынса ярыштар тотороҡло ҡар япмаһы булған шарттарҙа түбәндәге дисциплиналарҙа үткәрелә: бирелгән йүнәлеш, маркёрлы трасса, Ориентатлон (Ski-O-thlon) — алдағы ике төрҙөң комбинацияһы. Бирелгән йүнәлеш ярыштарында спортсы саңғы юлдары, шулай уҡ саңғыла хәрәкәт итеү тиҙлеген билдәләүсе төрлө төрҙәге саңғы юлдары төшөрөлгән махсус картаны файҙалана. Саңғыла ориентирлашыу спорты буйынса Донъя чемпионаттары 1975 йылдан алып үткәрелә.
Велосипедтарҙа ориентирлашыу ярыштары түбәндәге дисциплиналарҙа үткәрелә: бирелгән йүнәлеш, маркёрлы трасса, һайлап алыу йәки ошо төр ярыштарҙың комбинациялары. Спорт картаһында велосипедта үтеү тиҙле генә йоғонто яһайасаҡ юл төрҙәре күрһәтелә. Велосипедтарҙа ориентир табыу спорты буйынса донъя чемпионаттары 2002 йылдан алып үткәрелә.
Халыҡ-ара исеме —Trail Orienteering (TrailO, шулай уҡ PreO, Рәсәйҙә иҫкесә исеме — «һуҡмаҡ буйынса ориентирлашыу») — карта ярҙамында урындағы хәлде дөрөҫ баһалауҙы үҙ эсенә алған ориентирлашыу төрө[4]. Ҡатнашыусылар контроль ваҡытта (ғәҙәттә бирелгән эҙмә-эҙлелек менән) һәр береһендә күҙ күреме алыҫлығында бер нисә призма (флаг) урынлаштырылған пункттарҙан торған араны үтә. Ҡатнашыусылар урында ошо призмаларҙың (флагтарҙың) ҡайһыныһы картала билдәләнгән нөктәгә һәм бирелгән легендаға тап килеүен (береһе лә билдәләнмәүе һәм тап килмәүе ихтимал) асыҡларға һәм теркәп ҡуйырға бурыслы. Шул уҡ ваҡытта картаға урында булған ориентирҙарҙың ҡайһы берҙәре аңлы рәүештә индерелмәүе лә мөмкин.
Ҡатнашыусыларҙың рөхсәт ителгән һуҡмаҡтар (юлдар) йәки төбәктең маркёрланған участкалары аша ғына хәрәкәт итеүе ҡаралған. Спортсы үҙе һайлап йәйәү (йүгереп) йәки велосипедта, йәки ҡул йәки электр моторы ярҙамында хәрәкәткә килтерелгән бер урынлыҡ коляскала старт алырға мөмкин. Араны үтеү ваҡыты иҫәпкә алынмай, һөҙөмтә тик дөрөҫ яуаптар һанына ҡарап иҫәпләнелә. Дистанцияны үтеү ваҡыты иҫәпкә алынмай, ярыш һөҙөмтәһе дөрөҫ яуаптар һаны буйынса билдәләнә. «Тайм-КП» тип аталған ҡайһы бер контроль пункттарында ҡарар ҡабул итеү ваҡыты өҫтәлмә рәүештә теркәлә, ләкин бындай осраҡта контроль пункттар араһында хәрәкәт итеү ваҡыты иҫәпкә алынмай.
Теүәл ориентирлашыу буйынса донъя чемпионаты (World Trail Orienteering Championships — WTOC) 2004 йылдан алып үткәрелә. Ярыштар баштан уҡ классик дистанцияла (элек «TrailO», хәҙер «PreO») үткәрелеп килә. 2013 йылдан Донъя чемпионаты программаһына «Спринт» («ТемпО») дисциплинаһы индерелә. Спринт тик "Тайм-КП"ларҙан ғына тора. 2016 йылдан команда ярыштары «Трейл-О Эстафеталарҙа» (TrailO Relay) ярыштары менән алмаштырыла.
Бирелгән йүнәлештә ориентирлашыу «ЗН» дистанцияны бирелгән тәртиптә үтеүҙе күҙҙә тота. Ҡатнашыусы старт бирелгән ваҡытта (айырым осраҡтарҙа стартҡа тиклем 1 минут ҡалғас) старт урыны, КП, линияларҙың тотошҡан урындары күрһәтелгән һәм КП-ларҙы эҙмә-эҙлелектә үтеү билдәләнелгән картаны ала. Еңеүсе дистанцияны иң ҡыҫҡа ваҡытта үтеүгә ҡарап билдәләнә.
Спорт лабиринты (ультраспринт) ярыштары бәләкәй майҙансыҡта яһалма тотҡарлыҡтар араһында үткәрелә. Уның оҙонлоғо 100—500 метр тәшкил итә, лабиринт карталарының масштабы 1:100 була.
Һайлау буйынса ориентирлашыу «ВО» дистанцияны ирекле рәүештә үтеүҙән ғибәрәт. Старт алдынан һәр ҡатнашыусыға старт, финиш һәм контроль пункттараның ҡайҙа урынлашыуы күрһәтелгән карта бирелә. Ошондай төр ярыштарҙы үткәреүҙең өс варианты бар:
Маркёрланған трассала «МТ» ориентирлашыу ҡатнашыусыға старт урыны билдәләнгән спорт картаһы бирелеүҙән ғибәрәт. Маркёрланған трасса буйынса барып, ҡатнашыусы юлында осраған КП-ларҙы картаға энә йәки масус компостер ярҙамында билдәләп ала. Финишта судьялар контроль пункттарының теүәл билдәләнеүен тикшерә һәм, хатаға ҡарап, штраф яҙа. Маркёрланған трассала ориентирлашыу ярыштары, нигеҙҙә, Рәсәйҙә һәм элекке СССР илдәрендә генә үткәрелә.
Башҡа критерийҙар буйынса ла ярыштар айырыла:
Компас | Легенда | Ориентир табыу өсөн аяҡ кейеменең табаны | Emit билдәһе өсөн чип |
Рәсәйҙә ориентирлашыу спорты[5] Федерацияһы булдырылған, «Рәсәй азимуты» тип аталған күмәк ярыштар уҙғарыла.
Рәсәй спортсылары донъя ориентирлашыу ярыштары элитаһына ҡарай, иң юғары кимәлдә үткәрелгән бөтә төр ориентирлашыу ярыштарында юғары баһалы бик күп миҙалдар яуланды. Ватан спорты тарихындағы тәүге ҡаҙаныштарҙың бер нисәһе генә:
1994 йылда Иван Кузьмин ориентирлашыу буйынса донъя чемпионатында отҡан Рәсәйҙең тәүге спортсыһы. Был хәл Италаияла спринт дистанцияһында саңғы ориентирлашыуы ярышында булды. Һөҙөмтәлә Иван Кузьминға Рәсәй оринтирлашыусылары араһында иң беренсе булып Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры исеме бирелде.
2005 йылда Руслан Грицан велосипедта ориентирлашыу буйынса донъя чемпионаттарында (Баньск-Быстрица, Словакия, 2005) Рәсәй ориентирлашыусылары араһында иң тәүге алтын миҙал яулаусы булды. Өҫтәүенә ул ошо чемпионатта ике алтын миҙал яуланы: урта һәм оҙон дистанцияларҙа.
2005 йылда Андрей Храмов донъя чемпионатында (Айти, Япония, 2005) йүгереп ориентирлашыуҙа Рәсәй ориентирлашыусылары араһында иң тәүге алтын миҙалды яуланы. Шул уҡ йылда Храмов ватан тарихында тәүге тапҡыр йүгереп спорт ориентирлашыуы буйынса Донъя кубогын яуланы.
2006 йылда Данияла (Орхус) донъя чемпионатында составына Роман Ефимов, Андрей Храмов һәм Валентин Новиков ингән ир-егеттәр командаһы Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр эстафетала алтын миҙал яуланы, 2007 йылда ошо уҡ составта улар Украинала (Киев) үткән донъя чемпионатында ошо ҡаҙанышын ҡабатланы.
2008 йылда Чехияла үткән донъя чемпионатында Андрей Храмов, Швейцария спортсыһы Даниэль Хубмандан финишҡа ни бары 2 секундҡа алда килеп, спринтта алтын миҙал яуланы.
2011 йылда Францияла Дмитрий Кучеренко трейл-ориентирлашыуҙа Рәсәй спортсылары араһында беренсе донъя чемпионы булды.[6]