Сур | |
ғәр. صور | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 2750 |
---|---|
Рәсми атамаһы | صور |
Дәүләт | Ливан |
Административ үҙәге | Сур[d] һәм Финикия[d] |
Административ-территориаль берәмек | Сур[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 160 000 кеше (2018) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 10 метр |
Туғандаш ҡала | Алжир, Дизфуль[d], Малага[d], Перпиньян[d], Тунис, Перпиньянская средиземноморская метрополия[d] һәм Новороссийск[1] |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Civilization V[d] |
Майҙан | 5 км² |
Рәсми сайт | tyremunicipality.com |
Сур Викимилектә |
Сур[2], йәки Тир (ғәр. صورصورғәр. صور, Сур[3], финикий теленән 𐤑𐤅𐤓 «Сор» — ҡаялы утрау; грек. Τύρος) — Ливандағы ҡала. Көньяҡ Ливан мухафазаһында урынлашҡан. Тир — Финикияның һәм Урта диңгеҙҙең иң боронғо сауҙа үҙәктәренең береһе. Ғәрәпсә хәҙерге заман атамаһы — Сур. Юпитерҙың Европа юлдашындағы Тир ҡулса структураһы уның хөрмәтенә аталған.
Финикия мифтары (Филон Библский яҙып алған) был ҡалаға нигеҙҙе аллалар һалған тип һүрәтләй (тап улар — мифтарҙың геройҙары, башҡаса аңлатҡанда ярымаллалар[4]). Ул мифтарға ярашлы, Усоос бүрәнәгә ултырып утрауға йөҙөп килә, ике ментрҙы ҡаҙаҡлап ҡуя һәм уларҙы ҡорбан ителгән малдарҙың ҡаны менән һуғара[5]. Икенсе бер риүәйәт: утрау тулҡындарҙа бәүелеп йөрөй; ундағы ике ҡая араһында үҫкән ағаста бөркөт ултыра; утрауға кем дә булһа берәү йөҙөп килеп, бөркөттө ҡорбан итеп салһа, утрау туҡтарға тейеш. Был ғәмәлде диңгеҙҙә йөҙгән тәүге йән эйәһе Усоос атҡара, һәм утрау ергә беркетелә.
Урындағы ҡанбабалар Геродотҡа, ҡалаға нигеҙ 23 быуат элек, йәғни беҙҙең эраға тиклем XXVIII быуатта һалынған, тип һөйләй. Ике антик тарихсы ҡалаға нигеҙ һалыу ваҡытын һуңғараҡ күсерә — беҙҙең эраға тиклем 1200 йылдар тирәһе, тиҙәр улар: Иосиф Флавий, был ваҡиғаны Соломон Ғибәҙәтханаһын төҙөүҙән 240 йылға алға күсерә, Марк Юниан Юстин да, Тир Трояны емергәндән һуң төҙөлә, тип раҫлай.
Тирҙың («Сурраның») иң боронғо яҙмаларҙа аталыуы — Амарн архивында һаҡлана. Тир кенәзе Абимилки урындағы дипломатик хат алышыуҙарҙа 10 таҡтасыҡтың (146-сынан 155-енсегә тиклем) авторы була. Ул үҙенең сюзерены, Египет фирғәүене Эхнатонға төбәктәге хәлдәр торошо тураһында еткерә — сөнки ул Тирҙың хакимы сифатында раҫланған һәм рабис («генерал») званиеһын йөрөтә. Бынан тыш Абимилки түбәнселек менән (таҡтасыҡтар араһында «Фирғәүенгә Гимн» бар) Египеттан Сидон кенәзе Зимридаға һәм аморейҙарға (шул иҫәптән хапируға һәм уларҙың юлбашсыһы Азируға) ҡаршы ярҙам һорай; уны утрауға япҡандар, уның хатта эсергә һыуы ла, яғырға утыны ла юҡ. Anastasi I (беҙҙең эраға тиклем XIII быуат) папирусында Тир «диңгеҙҙәге ҡала, уға һыуҙы караптарҙа ташыйҙар, ә унда балыҡ диңгеҙ ҡомона ҡарағанда ла күберәк» тип билдәләп үтелә.
Боронғо тораҡ пункты, ысынлап та, утрауҙа урынлашҡан; материкта ҡала сите һәм зыярат ҡына була; материктағы атамаһы — Палетир («боронғо Тир»), уға нигеҙ аңғармаҫтан ғына һалына. Утрауҙа һыу булмай; һыуҙы Рас-эль-Аиндан ярға тиклем үткәрәләр, шунан караптарға тейәп ҡалаға ташыйҙар (Телль-Машук һәм Рас-эль-Аин араһында һалынған һыу үткәргестең ҡалдыҡтары беҙҙең көндәргә лә килеп еткән); ҡамауҙа ҡалған ваҡытта ямғыр һыуын цистерналарға йыйыр булалар.
Утрауҙа ике гавань була — төньяҡта Сидон гаване һәм көньяҡ-көнсығышта Египет гаване; һуңғыһы ҡом менән ҡапланған, һәм утрауҙың бер өлөшө диңгеҙ тарафынан йыуылған.
Беҙҙең эраға тиклем XII быуатта, филистимлеләр Сидонды емергәндән һуң, Финикия ҡалалары араһында Тир алғв сыға; сауҙала ул төп ролде үтәй башлай. Финикиялыларҙың Урта диңгеҙҙең көнбайыш яртыһындағы бөтә колониялары (Кадис, Утика, Карфаген һәм күп кенә башҡалары) Тирҙы өҫтөн күрә: улар был ҡаланың башҡалар менән сағыштырғанда алда барыуын таный, уларҙың Аллаһы Мелькартты үҙҙәренең Аллаһы тип иҫәпләй һәм йыл һайын Мелькарттың ғибәҙәтханаһына яһаҡ ебәрә. Тирға ҡаршы баш күтәрергә маташҡан Утиканы батша Хирам I (беҙҙең эраға тиклем 969—936 йылдар) тиҙ арала тынысландыра. Яҡшы ойоштороусы һәм ҡала биҙәүсе булараҡ танылған аҡыллы сәйәсмән Хирам 53 йәшендә вафат була, ул 34 йыл Тир батшаһы тәхетендә ултыра. Тышҡы сәйәсәттә ул Сидондан уға күскән Тирҙың өҫтөнлөгөн раҫлай, киттийҙар менән һуғыша (Кипрҙа йәшәүселәр менән) һәм Давид батшанан алып Израиль-Иудей батшалығы менән союзда тора. Хирам Соломон батша менән дуҫ булғанға күрә, Тир халҡы йәһүдтәргә Соломон Ғибәҙәтханаһын төҙөргө ярҙам итә.
Тәхеткә власты законһыҙ рәүештә үҙ ҡулына алған Итобаал I ултырғанға тиклем (ул Иезавелиның ҡустыһы, Ахава Израильскийҙың еҙнәһе) Тирҙа бола артынан бола булып тора. Ул тәхеттә булғанда Ассирия батшаһы Ашшурнацирапал II көнбайышҡа хәрби походы менән Нар-эль-Кельбаға тиклем барып етә (беҙҙең эраға тиклем 876 йыл); Тир уға бүләктәр биреп ҡотола. Иттобаал ассирийлыларҙан һаҡланыу өсөн Ботрисҡа нигеҙ һала, Израиль батшаһы Омри менән союз төҙөй һәм Ливия Авзуһына колония ебәрә. Уның ейәне Маттане I Салманасар II Тирҙан бүләктәр ала (беҙҙең эраға тиклем 842 йыл) , Тирҙың артабанғы батшаһы Пигмалион (антик сығанактар Карфагенға нигеҙ һалған Элиссаны, йәғни Дидонаны уның һеңлеһе тип атай) заманында Рамман-Нирариға (беҙҙең эраға тиклем 804 һәм 801 йылдар) хәрби походтар була, ә бит Тир үҙ ваҡытында уға бүләктәр бирә. Тиглатпалассару Өсөнсөгә Тир 150 талант түләй; уның яҙмаларында Тирҙың батшалары Хирам II һәм Маттан II (беҙҙең эраға тиклем 738 һәм 734 йылдар) атап үтелә. Уларҙан һуң тәхеттә Элулай, йәки Пюй (беҙҙең эраға тиклем 728—692 йылдар) ултыра, ул киттийлыларҙы ҡайтанан буйһондора һәм Салманасар Дүртенсенең биш йыл буйы ҡамауына сыҙай.
Даими ҡамау һәм һуғыштар ҡаланы көсһөҙләндерә. Беҙҙең эраға тиклем IX быуатта ҡолдар, был хәлдән файҙаланып, баш күтәрә, юғары ҡатлам кешеләрен ҡыра. Был восстание тураһындағы бик аҙ ғына мәғлүмәттәр буйынса фекер йөрөткәндә, баш күтәргән ҡолдар ир затынан булған бөтә аҡһөйәктәрҙе юҡ итә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар баш күтәреүселәргә таратып бирелә; Абдастарт (грекса Стратон) батша итеп һайлана.
Беҙҙең эраға тиклем 126 йылда Тир Селевкид империяһынан бойондороҡһоҙлоҡ алыуға өлгәшә. Эллинизм осоронда Тир белемлелек үҙәгенә әйләнә (тарихсылар Менандр, Дий, философ-неоплатоник Порфирий). Иудей һуғышы осоронда йәһүдтәргә ҡаршы була. Беҙҙең эраға тиклем 43 йылда Рим ҡуйған Марий тиран булараҡ эҙ ҡалдыра. Тирҙа христианлыҡ бик иртә барлыҡҡа килә; Апостол Павел (Деяния XXI, 3) был ҡалала йәшәп китә; тиҙҙән ҡала епископияға (изге Дорофей һәм башҡалар) әйләнә. Эҙәрлекләүҙәр осоронда ҡаланың ҡайһы бер христиандары язаға дусар ителеп үлә; Диоклетиан осоронда ғына бында 156 кеше язалана. Ориген Тирҙа үлә; әле VI быуатта уның уның кәшәнәһен күрһәтер булалар.
Урта быуаттарҙа Тир Көнсығыштың төп ҡалаларының береһе була, баҫып алыу мөмкин булмағанға күрә, ул ҙур роль уйнай. Мосолмандар араһындағы үҙ-ара низағтар булғанға күрә генә Балдуин II Венеция флоты ярҙамы менән Тирҙы баҫып ала (1124 йыл); франкия епархияһына нигеҙ һалына (Вильгельм, архиепископ Тирский, тарихсы). Тир бик бай һәм сәнәғәт ҡалаһы була, ул быяла изделиелары менән дан тотаю
Хәҙерге заманда Тир урынында торған Сур — яр менән берләшкән утрауҙың төньяғында урынлашҡан, сауҙа Бәйрүтҡа күсеү сәбәпле, айырым иҡтисади әһәмиәткә эйә булмаған ҡала. Каймакам резиденцияһы. Халыҡ һаны 90 тирәһенә етә (54 000 мосолман-шиит, 18 000 мосолман-сөннәт, 18 000 католик йәшәй); православныйҙарҙың күбеһе, Католик Сиркәүенә йөрөп, Мелькит католик сиркәүен булдыра; ҡала общинаһына архиепископ Тирский етәкселек итә. Мәктәптәр һәм төрлө миссиялар учреждениялары монах ордендарына һәм протестант сиркәүҙәренә буйһона.
1837 йылда Тир ер тетрәүҙән ныҡ зыян күрә.