Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Сыуаш Республикаһы
| |||||
| |||||
Баш ҡалаһы |
Чебоксар | ||||
75-се | |||||
- Барлығы |
18 343 км² | ||||
- Барлығы |
↘1 236 628[1] (2016) 67.42 кеше/км² | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
152,5[2] млрд. һум (2010) 123,0 мең һум | ||||
Волга буйы | |||||
Волга-Вятка иҡтисади районы | |||||
сыуаш, урыҫ | |||||
Республика Башлығы |
Михаил Васильевич Игнатьев | ||||
Министрҙар Кабинеты Рәйесе |
Иван Борисович Моторин | ||||
Дәүләт Советы Рәйесе |
Юрий Алексеевич Попов | ||||
21 | |||||
RU-CU | |||||
MSD[d] һәм Европа/Москва[d][3] |
Сыуашстан, Сыуа́ш Респу́бликаһы (cыу. Чăва́ш Ен, Чăва́ш Республики́) — Рәсәй Федерацияһы составындағы республика[4]. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, Свияга һәм Сура йылғалары араһында урынлашҡан.
Көнбайышта — Түбәнге Новгород өлкәһе, төньяҡта — Марий Эл, көнсығышта — Татарстан, көньяҡта — Ульяновск өлкәһе һәм Мордовия менән сиктәш. Волга буйы федераль округына ҡарай. Майҙаны — 18,3 мең км². Баш ҡалаһы — Чебоксар[5].
1920 йылда Сыуаш автономиялы өлкәһе булараҡ барлыҡҡа килә, 1925 йылдан — Сыуаш АССР‑ы (1929—36 йылдарҙа Горький крайы составында), 1990 йылдан — Сыуаш ССР‑ы, 1992 йылдан — Сыуаш Республикаһы. 21 район, 9 ҡала, 8 ҡасабаны үҙ эсенә ала. Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң үҙәгендә урынлашҡан.
Сыуашстандың дәүләт телдәре — сыуаш һәм урыҫ телдәре[6].
Хәҙерге Сыуашстан территорияһында тәүге кешеләр яҡынса 80 мең йыл элек килгәндәр.
IX быуат аҙағында Волга буйы Болғары дәүләте барлыҡҡа килә, уның составында төрлө ҡәбиләләр инә. Халҡы ер эшкәртеү, малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм умартасалыҡ менән шөғөлләнә. Ҡалалар һәм башҡа тораҡ пункттар төҙөлә, эске һәм тышҡы сауҙа үҫешә.
1243 йылда Урта Волга территорияһы Алтын Урҙа, ә ул тарҡалғандан һуң, 1438 йылда — Ҡазан ханлығы составына инә[7].
XVI быуат уртаһында сыуаштар Урыҫ дәүләте составына ҡушыла. XVI—XVII быуаттарҙа Сыуашстан территорияһы Ҡазан һарайы приказы менән идара ителә, XVIII быуат башында уның бер өлөшө Ҡазан губернаһы, икенсе өлөшө — Түбәнге Новгород губернаһы составында инә, ә 1775 йылдан һуң Ҡазан һәм Сембер губерниялары составында була. XVIII быуат уртаһында сыуаштарҙы христиан диненә суҡындырыу процессы башлана, әммә ғәмәлдә улар традицион динен тотоуҙы дауам итә[7].
Халыҡтың ихтыярын иҫәпкә алып, 1920 йылдың 24 июнендә Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты һәм РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы тарафынан, В. И. Ленин һәм М. И. Калинин ҡултамғалары аҫтында, РСФСР составында Сыуаш автономия өлкәһе ойошторолоуы тураһында ҡарар ҡабул итәләр. 1925 йылдың 21 апрелендә Сыуаш АССР‑ы тип үҙгәртелә, 1929—1936 йылдарҙа Горький крайы составында була[8]. 1920-се йылдарҙа Сыуаш АССР-ын Болғар АССР-ы һәм сыуаштарҙы болғарҙар тип үҙгәртеү тураһында фекерләшеүҙәр була[9].
Совет осоронда республикала сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешә, милли мәҙәниәт, фән һәм мәғәриф алға китә. 1935 йылда Сыуаш АССР-ына Ленин ордены бирелә. Бөйөк Ватан һуғышында республиканан 208 меңдән ашыу кеше ҡатнаша[7].
1990 йылдың 19 октябрендә Сыуаш АССР-ын Сыуаш Совет Социалистик Республикаһы (Сыуаш ССР) тип үҙгәртелә. Сыуаш ССР-ның Юғары Советы «Сыуашстандың дәүләт суверенитеты тураһында» декларацияны ҡабул итә. 1992 йылдың 13 февраленән алып Сыуаш АССР-ы Сыуаш Республикаһы тип үҙгәртелә[10].
Республиканың төп законы булып, 2000 йылда ҡабул ителгән Сыуаш Республикаһы Конституцияһы булып тора.
Сыуаш Республикаһында иң юғары вазифалы кеше — Башлыҡ (2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем — Президент). 1994 йылда тәүге Сыуашстан Президенты итеп Николай Васильевич Федоров һайлана.
Сыуашстан Дәүләт Советы республикала юғары вәкәләтле, закондар сығарыусы һәм контроль органы булып тора.
Сыуашстан Министрҙар Кабинеты башҡарма һәм ойоштороусы дәүләт органы булып тора. Уны премьер-министр етәкләй.
Сыуаш Республикаһы 21 район, 9 ҡала, 8 ҡасаба һәм яҡынса 1700 ауылды үҙ эсенә ала.
Сыуашстан баш ҡалаһы — Чебоксар ҡалаһы. Унда 480 741[11] кеше йәшәй.
№ | Район | Халҡы, кеше. |
Территория, км2 |
Үҙәк |
---|---|---|---|---|
1 | Алатырь | ↘15 191[11] | 1940 | Алатырь ҡ. |
2 | Аликово | ↘16 328[11] | 554.1 | Аликово а. |
3 | Батырев | ↘35 142[11] | 994 | Батырево а. |
4 | Вурнар | ↘32 773[11] | 1012.6 | Вурнары ҡсб. |
5 | Ибреси | ↘23 894[11] | 1201.2 | Ибреси ҡсб. |
6 | Канаш | ↘36 254[11] | 981.4 | Канаш ҡ. |
7 | Козловка | ↘19 727[11] | 516.8 | Козловка ҡ. |
8 | Комсомольск | ↘25 629[11] | 630.3 | Комсомольск а. |
9 | Красноармейск | ↘14 616[11] | 456.3 | Красноармейск а. |
10 | Красночетайск | ↘14 975[11] | 691.6 | Ҡыҙыл Четаи а. |
11 | Мариин-Посад | ↘22 710[11] | 686.1 | Мариин Посад ҡ. |
12 | Моргауши | ↘33 492[11] | 845.3 | Моргауши а. |
13 | Порецк | ↘12 881[11] | 1116.9 | Порецк а. |
14 | Урмары | ↘23 578[11] | 598.3 | Урмары ҡсб. |
15 | Цивильск | ↘36 234[11] | 790.8 | Цивильск ҡ. |
16 | Чебоксар | ↘62 487[11] | 1331.7 | Кугеси ҡсб.[12] |
17 | Шемурша | ↘12 846[11] | 799.1 | Шемурша а. |
18 | Шумерля | ↘9419[11] | 1047.6 | Шумерля ҡ. |
19 | Ядрин | ↘26 915[11] | 897.5 | Ядрин ҡ. |
20 | Яльчик | ↘17 950[11] | 567.2 | Яльчики а. |
21 | Янтиково | ↘15 223[11] | 524.4 | Янтиково а. |
|
|
|
Милләт | 1926 йыл, мең кеше (*) |
1939 йыл, мең кеше (*) |
1959 йыл, мең кеше (*) |
1970 йыл, мең кеше (*) |
1979 йыл, мең кеше (*) |
1989 йыл, мең кеше (*) |
2002 йыл, мең кеше (* 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.) |
2010 йыл мең кеше[17] |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
сыуаштар | 667,7 (74,7 %) | 777,2 (72,2 %) | 770,4 (73,0 %) | 856,2 (70,0 %) | 887,7 (68,4 %) | 906,9 (67,8 %) | 889,3 (67,7 %) | 814,8 (67,7 %) |
урыҫтар | 178,9 (20,0 %) | 241,4 (22,4 %) | 263,7 (24,0 %) | 299,2 (24,5 %) | 338,2 (26,0 %) | 357,1 (26,7 %) | 348,5 (26,5 %) | 323,3 (26,9 %) |
татарҙар | 22,6 (2,5 %) | 29,0 (2,7 %) | 31,4 (2,9 %) | 36,2 (3,0 %) | 37,6 (2,9 %) | 35,7 (2,7 %) | 36,4 (2,8 %) | 34,2 (2,8 %) |
мордвалар | 24,0 (2,7 %) | 22,5 (2,1 %) | 23,9 (2,2 %) | 21,0 (1,7 %) | 20,3 (1,6 %) | 18,7 (1,4 %) | 16,0 (1,2 %) | 13,0 (1,1 %) |