Тажетдинов Тәлғәт Сафа улы | |
татар. Тәлгать Сафа улы Таҗетдинев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 октябрь 1948 (76 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡазан, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | мөфтөй, йәмғиәт эшмәкәре |
Биләгән вазифаһы | Верховный муфтий[d] |
Уҡыу йорто |
Медресе Мири Араб[d] Әл-Әзһәр университеты |
Принадлежит к | Рәсәй Үҙәк диниә назараты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мәзһәб | Хәнәфи мәҙһәб |
Тажетдинов Тәлғәт Сафа улы Викимилектә |
Тәлғәт Тажетдин (татар. Тәлгать Таҗетдин, Тажетдинов Тәлғәт Сафа улы, татар. Тәлгать Сафа улы Таҗетдинев; 12 октябрь 1948 йыл, Ҡаҙан) — Рәсәй һәм совет дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө.
Тәлғәт Сафа улы 1948 йылдың 12 октябрендә Ҡаҙанда татар ғаиләһендә тыуған.[1] Атаһы — йөк машинаһы йөрөтөүсе, әсәһе заводта эшләгән.
1966 йылда Бохара ҡалаһындағы «Ғәрәп Донъяһы» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Бында юғары дини белем ала, 1973 йылда бишлегә тамамлай.
1978 йылда Ҡаһирәлә әл-Азхар ислам университетында белем ала. Ҡазандың "Әл-Мәржәни мәсете"ндә 1973 йылда — икенсе, 1978 йылда беренсе имам-хатиб итеп һайлана.
1980 йылдың 19 июнендә СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назаратының рәйесе һәм мөфтөйө итеп һайлана.
1990 йылдың майында СССР мосолмандары дини идаралыҡтары башлыҡтары (1991 йылға тиклем улар 4) кәңәшмәһендә СССР-ҙың мосолман ойошмаларының Халыҡ-ара бәйләнештәр идаралығы (1991 йылдан Мосолман ойошмаларының тышҡы бәйләнештәре ассоциацияһы) рәйесе итеп һайлана, әлеге көнгә тиклем уның рәйесе булып тора.
1990 йылдың 6-8 июнендә Өфө ҡалаһында үткән СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының V съезында яңынан СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назаратының рәйесе һәм мөфтөйө итеп һайлана.
1992 йылда Рәсәй мосолмандарының VI ғәҙәттән тыш съезында СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назараты структураһын Рәсәй һәм БДБ-ның Европа илдәре мосолмандары Үҙәк Диниә назараты тип үҙгәртеп ҡороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Эре төбәктәрҙең дин үҙәктәре (мухтасибаттар) мосолмандарҙың диниә назараты тип үҙгәртелә (әлеге ваҡытта илленән ашыу мөфтиәт) һәм Юғары мөфтөй дәрәжәһе индерелә, ул Тәлғәт Тажетдинға бирелә.
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы дини берләшмәләр менән үҙ-ара бәйләнеш буйынса Совет ағзаһы, Рәсәй дин-ара совет Президиумы ағзаһы, БДБ дин-ара советы Президиумы ағзаһы, БДБ илдәре мосолмандарының Консультатив советы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Милли хәрби фондының попечителлек советы ағзаһы булып тора.
2003 йылдың март айында диниә назаратының Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратын Изге Рәсәй ислам Үҙәк Диниә назараты тип үҙгәртергә тәҡдим итә, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә католик епархиялар ойоштороуға ҡаршы сығыш яһай, «…Рәсәйҙә күп быуаттар инде традицион конфессияларҙың берҙәм дини арауығы бар: православие, ислам, иудаизм һәм буддизм, шуға күрә, башҡа дини лидерҙарҙы (уларға папа ла инә) саҡырғанда, беҙ мотлаҡ конфессиялар араһындағы мөнәсәбәттәрҙә бәхәсле мәлдәрҙе иҫәпкә алырға һәм беҙҙең илдең православие динендәге һәм мосолмандары араһындағы йылы мөнәсәбәттәр тураһында иҫтә тотрға тейешбеҙ» тип белдерә.
2013 йылдың октябрендә Өфө ҡалаһында Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдинға 65 йәш һәм император Екатерина II Указы менән 1788 йылда нигеҙ һалынған һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты вариҫы булып торған "Ырымбур мосолман дини йыйылышы"ның 225 йыллығына арналған тантана үтә. Унда донъяның 33 иленән 500-ҙән ашыу ҡунаҡ һәм Рәсәй Федерацияһының 40-тан ашыу субъектынан делегаттар ҡатнаша. Байрам тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡатнашыуы үҙәк ваҡиға булып тора. Тантаналы сара сиктәрендә Дәүләт башлығының Тәлғәт Тажетдин менән осрашыуы үтә.
1989 йылдан башлап Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин йыл һайын Болғар ҡалаһына (Татарстан Республикаһының Спас районы) — "Изге Болғар Шокер Джиена (Болғарҙағы Изге рәхмәт соборы"на) хаж ҡылыу сәфәрен ойоштороусы. Сара хәҙерге заман татарҙарының ата-бабалары, Волга буйы болғарҙары һәм 922 йылда Болғар ҡалаһында Алмуш хан тарафынан ислам динен ҡабул итеү йыллығына арнала. Собор ваҡыт үтеү менән Рәсәй сиктәренән сыға һәм халыҡ-ара масштаб ала. Мәҫәлән, Булғар Соборы-2015-тә 20-нән ашыу илдән 50 мең самаһы мосолман була.
Тәлғәт Тажетдин хәҙерге ваҡытта ЮНЕСКО-ла, Ислам конференцияһы ойошмаһында, Мосолмандарҙың Европа лигаһында һәм башҡа эре халыҡ-ара ойошмаларҙа Рәсәй Федерацияһы мосолмандарының рәсми вәкиле булып тора.
Юғары Мөфтөй Тәлғәт Тажетдин татар халҡының болғарҙарҙан килеп сығышы тураһында фекерҙе яҡлай, һәм татарҙарға үҙҙәренең тарихи үҙаңын — болғарҙар (иҙел болғарҙары) ҡайтарыу кәрәклеге хаҡында күп тапҡыр белдерә. Ул бындай белдереү менән киң мәғлүмәт сараларында, телевидениела, интернетта һәм шәхси сығыш яһай.
Мәҫәлән, 2001 йылда Софияла (Болгария Республикаһы) халыҡ-ара конференцияла былай тип белдерә: «Беҙҙе былай ҙа татарҙар тип үсекләйҙәр, ысынында беҙ болгарҙар… Ә болғарҙар — булғарҙарҙың яҡын туғандары. Тик берәүҙәре Волгала ҡалған, ә башҡалары артабан, Дунайға киткән һәм славяндар менән аралашҡан». Был белдереү үҙәк болғар республика телевидениеһы аша күрһәтелә һәм урындағы гәзиттәрҙә баҫылып сыға. Мәғлүмәт Рәсәй киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыла, мәҫәлән. «Российская газета», 03.10.2001
2015 йылдың 24 декабрендә Тәлғәт Тажетдин үҙенең урынына Татарстан мөфтөйө Сәмиғуллин Камилды тәғәйенләп, үҙ посынан китергә ниәтләүен белдерә. Был хаҡта ул Болгарҙа, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (Мәүлит ән-Нәби) тыуған көнөнә арналған тантаналы саралар ваҡытында журналистарға һөйләй[2]. Әммә 2016 йылдың 20 февралендә Өфөлә мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты президиумының киңәйтелгән ултырышында, К. Сәмиғуллиндың баш тартыуы менән бәйле, уны Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө вазифаһына тәғәйенләү тураһында фарман-ҡарар юҡҡа сығарыла. Шулай итеп, Т. Тажетдин үҙенең вазифаһында ҡала[3].
Өйләнгән, ике ул һәм өс ҡыҙы бар: