Танзимат

Танзимат (ғосман. تنظيمات — «тәртипкә һалыу», «йыйынтыҡ») — Ғосман империяһында 1839—1876 йылдарҙа, беренсе ғосман конституцияһы ҡабул ителгән осорҙа, йәмғиәтте яңыртыу реформаларының атамаһы.[1] Реформаларҙың төп принциптары 1839 йылдың 3 ноябрендә солтан Абдулмәжит тарафынан тәхеткә ултырғанда сығарылған Гөлхана хатт-и-шәрифендә бирелә.  Әүәлге реформаларҙан айырмалы, Танзиматта төп урынды хәрби түгел, ә социаль-иҡтисади үҙгрәтеп ҡороуҙар биләй. Инициатива Мостафа Рәшит паша етәкселегендәге зыялы бюрократиянан сыға, һәм Мостафа Рәшит паша Гөлхана хатт-и шәрифенең авторы ла була. Бер нисә йыл рәттән ул  Англияла һәм Францияла илсе булған була, унан һуң сит ил эштәре министры итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселеге аҫтында, илдең тормошон Көнбайыш илдәрендәге тормош нормаларына яраҡлаштырыу маҡсатында, үҙәк власты нығытырға, Балҡандағы милли азатыҡ хәрәкәтенә юл ҡуймаҫҡа һәм Портаның Европа державаларына бойондороҡлолоғон кәметергә тейешле яңы реформалар планы эшләнә.[2]

Реформаларҙың тарихы һәм тәүшарттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат башында Ғосман империяһында кризис тәрәнәйә, был кризис эске ҡапма-ҡаршылыҡтар үҫеүе һәм Европа державаларының Балҡанда һәм Яҡын Көнсығышта хакимлыҡ итеү өсөн көрәше киҫкенләшеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән була.  Илдең иҡтисади һәм сәйәси хәлһеҙләнеүе, һуғыштарҙа еңелеү, үҙәктән ситтәге феодалдарҙың айырымланыуға ынтылышы, һалымдар артыуы һәм феодализм ҡоролошоноң иҫкереүе сәбәпле халыҡ массаларының ҡәнәғәтһеҙлеге ғосман идаралығы даирәләрендә реформаларға ынтылышты тыуҙыра.  

Солтан Сәлим III-нөң (1789—1807), унан һуң бөйөк вәзир Мостафа паша Байраҡтарҙың (1808) [3] реформа үткәрергә тырышыуы уңышһыҙлыҡҡа осрай. Мәхмүт II-нең реформалары (шул иҫәптән 1826 йылда яңысар ғәскәрен бөтөрөүе) дәүләт идаралығын, ергә милек формаларын тәртипкә һала, монархтың шәхси власын көсәйтә, ләкин төрөк йәмғиәтендә прогресс яһамай. 

Империялағы дөйөм кризис дауам итә, 19-сы быуаттың  20-30-сы йылдарында Төркиәнең һуғыштарҙа еңелеүе һәм хәҙерге Балҡан менән Греция территорияларындағы биләмәләрен юғалтыуы, Мысыр менән Ҡурдистандағы болаларҙы саҡлы-соҡло баҫтырыуы был кризистың сағылышы була. 

Хужа Мостафа Рәшит паша

Империяның иҡтисади хәле насарайыу реформалар өсөн тәүшарттарҙың береһе булып тора.  XVIII быуат аҙағына тиклем урындағы һөнәрселәр яй ғына үҫә барған ихтыяжды ҡәнәғәтләндереп тора. Мануфактура етештереү үҫә. Сауҙа-сәнәғәт производствоһы сауҙа капиталына буйһондорола бара. Һөҙөмтәлә ғосман йәмғиәтенең байыраҡ элементтары ер биләүселеккә күсә башлай. Сипаһ системаһын бөтөрөү менән эре ер биләүсе тибы ныҡлы формалаша. Феодаль-абсолютистик режимды урынлаштырыу был синыфтың сәйәси ҡеүәтен генә сикләй, әммә уның иҡтисади тамырҙарына ҡағылмай. Феодаль тәртип  нигеҙҙә һаҡланып ҡала. 

XIX быуаттың беренсе яртыһында, айырыуса Европала сәнәғәт инҡилабы тамамланғандан һуң, Азия һәм Европа провинцияларындағы ҡала һөнәрселеге өсөн шарттар бик ныҡ насарлана, сөнки Европанан арзанлы һәм сифатлы тауар ташыла. Күп тармаҡтар бөлгөнлөккә төшә. Ебәк туҡыма, йөн, эшкәртелмәгән тире, майлы культуралар орлоғо, тәбиғи буяу, зәйтүн майы, тәмәке япрағы, иген, сәтләүек, әфиүн кеүек экспортҡа китә торған тауарҙар етештереү ҡыҫҡара. 

Сауҙаның  үҫешенә һәм берҙәм эске баҙар хасил булыуға феодаль тәртиптәр һәм империя иҡтисадының тотороҡһоҙлоғо аяҡ сала. Төркиәгә ингән сил ил капиталы капитализм урынлашыуға түгел, ә сауҙаны дәртләндереп, иҡтисадтың төшөнкөлөгөн тағы ла нығыраҡ арттырыуға ғына хеҙмәт итә. Һөҙөмтәлә, Төркиә Европа илдәре өсөн сеймал сығанағына һәм тауар һатыу баҙарына әйләнә.  Империяла капитал туплау, аҡсаны эре хужалыҡ объекттарына һалыу өсөн шарттар булмай. Өҙлөкһөҙ барған һуғыштар дәүләт ҡаҙнаһын да бушатып тора.

Реформалар барышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй һәм совет тарихи хеҙмәттәрендә Ғосман империяһындағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙы шартлы рәүештә ике осорға бүлеү ҡабул ителгән:

  • Беренсе осор — 1839—1853 йылдар, йәғни Ҡырым һуғышы башланғанға тиклемге осор.
  • Икенсе осор — 1856—1876 йылдар, һуғыш тамамланғандан алып 1876 йылда конституция ҡабул иткәнгә  тиклемге осор.

Гөлхана хатт-и-шәрифе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Реформалар тураһындағы указды әҙерләү Мәхмүт II хакимлыҡ иткән саҡта уҡ башлана. 1839 йыл аҙағында йәш солтан Абдулмәжит билдәле Гөлхана хатт-и-шәрифен («хатт» — «изге указ», Гөлхана («раузалар торлағы») — хатт-и-шәриф иғлан ителгән һарай алдындағы Гөлхана паркы) баҫтырып сығара. Хатт-и-шәрифкә тоғролоҡҡа солтан үҙе ант бирә. 


Гөлхана хатт-и шәрифе үҙгәртеп ҡороуҙарҙың өс төп маҡсатын иғлан итә: ниндәй диндән булыуына ҡарамаҫтан империяның бөтә граждандарының ғүмере, намыҫы һәм мөлкәтенең һаҡланғанлығын  тәьмин итеү; һалымдарҙы дөрөҫ бүлеү һәм йыйыу; рекрутты тәртипкә һалыу һәм ғәскәри хеҙмәт мөҙҙәтен ҡыҫҡартыу. Солтандың 1839 йылғы указы идеяларын тормошҡа ашырған саҡта Мостафа Рәшит паша реформаға ҡаршыларҙың, бөтәһенән элек өләмдәрҙең һәм ришүәт алып, закондарҙы боҙоп байыған юғары чиновниктарҙың аяуһыҙ ҡаршылығына осрай.  Реакционерҙарҙың әүҙем ҡарышыуы һөҙөмтәһендә Танзимат реформаларын эҙмә-эҙлекле үткәреү ауырлаша.

Проект авторҙары шуны яҡшы аңлай: хөкүмәт һәм халыҡ берҙәм булһа ғына, алға ҡуйылған бурыстарға өлгәшеп буласаҡ һәм бының өсөн илдең күп милләтле халҡын берләштерерлек дәүләт идеологияһы кәрәк. Ғосмансылыҡ ошондай идеология тип иғлан ителә. 

Ҡырым һуғышы ваҡытында  (1853—56) солтандың яңы рескрипты сығарыла (1856 йылдың 18 феврале) (хатт-и һумаюн 1856). Гөлхана актының төп положениеларын ҡабатлау менән бергә ул илдең иҡтисадын үҫтерергә, бының өсөн «Европа тәжрибәһен һәм капиталын файҙаланырға», йәғни сит ил капиталына яңы өҫтөнлөктәр бирергә вәғәҙә итә.  Был рескрипт Париж солох договорында ла  (1856) телгә алына һәм Төркиәнең халыҡ-ара йөкләмәләренең бер өлөшөнә әйләнә. Танзимат закондары дәүләт идаралығын, судты һәм хакимиәтте бер ни тиклем яҡшырта. Мәҫәлән, 1864 йылда вилайәттәр тураһында закон, 1858 йылда — енәйәт һәм ер, 1869 — граждан кодексы  сыға.

1858 йылда ер законы ҡабул ителә. Ғосман империяһындағы ерҙәр тарихи яҡтан түбәндәгесә бүленә:

  • Мири — дәүләт ере. Ил ерҙәренең күп өлөшө уға инә. Был ерҙәргә милек хоҡуғына дәүләт эйә була. 
  • Мүлк — «хосуси». Феодал ерҙәре.
  • Ваҡуф — килтергән килемдәре дини учреждениеларға йә йәмәғәт хәйриәһенә бара торған ерҙәр.

1857 йылдың декабрендә юғары юстиция советы тарафынан хупланған һәм  шәйех-үл-ислам тарафынан иғлан ителгән ҡарарҙа мәрхүм булған балаһыҙ ирҙәр һәм ҡатындарҙың ерҙәрен тапшырыу, тапу (мири ерен билмәгә алыу хоҡуғын биргән документ) түләү шарты менән уларҙың ерҙәрен алыу хоҡуғына эйә булғандарҙың даирәһен киңәйтеү ҡағиҙәләре сыға. Был ерҙәрҙе беренсе сиратта уларҙың ата-әсәһенә түләүһеҙ тапшырыу ҡарала. Улар булмаһа, тапу буйынса ала алыусыларҙан сират төҙөлә. Вариҫтар даирәһен киңәйтеү тураһындағы ҡарарҙар 1858 йылғы Ер законына индерелә.  1839—1858 йылдарҙа индерелгән аграр мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы үҙгәрештәр 1858 йылғы аграр законға әҙерлек була. Был законды ваҡытлы махсус  комиссия әҙерләй. Ергә ҡағылышлы  Күркәм (Ҡануни) Сөләймән I-нән башлап ҡабул ителгән бөтә закондар һәм шәйех-үл-исламдарҙың бөтә  фәтүәләре ҡабат ҡарап сығыла. 1858 йылдың 21 апрелендә закон проекты Танзимат советы ҡарамағына тапшырыла, шунан һуң шәйех-үл-ислам һәм бөйөк вәзир раҫлауына бирелә. Солтан хуплағандан һуң 1858 йылдың 6 июнендә закон раҫлау ала. Законда ерҙәрҙең биш категорияһы атала: 

  1. мүлк ерҙәре (мәмлүкә)
  2. дәүләт ерҙәре (мирийә)
  3. ваҡыф ерҙәре  (мәвкүфә)
  4. йәмәғәт ерҙәре (мүтрәкә)
  5. буш ерҙәр (меват)

Ер законына  консерватизм хас була. Уна тыйыуҙар күп була. Мәҫәлән, үҙ ереңдә кирбес һуғыу менән шөғөлләнергә ярамай. Был ерҙә мәрхүмде ерләү тыйыла. Чиновниктың рөхсәтенән башҡа, ағас ултыртырға, баҡса яһарға ярамай.  Ерҙе хөкүмәт чиновнигының рөхсәте менән генә бушлай бирергә йә шартлы хаҡҡа һатырға ярай. Шулай ҙа ер биләүсенең мөмкинлектәре киңәйә төшә. Ул үҙ биләмәһен ҡуртымға бирергә һәм уның өсөн үтес алырға һәм ерҙе рәһен итергә хоҡуҡлы була. 1858 йылғы закон буйынса крәҫтиәндәрҙең хоҡуҡтары киңәйһә лә, милеккә хоҡуҡ тулы булмай. 

Милеккә юғарғы хоҡуҡ дәүләттә ҡала. 

Ғосман империяһында тәүләп тимер юлдар һалыу тураһындағы мәсьәлә күтәрелә.  1866 йылда юл төҙөлөшө проекттарын эшләү буйынса хөкүмәт комиссияһы төҙөлә. Әммә ғәмәлдә уның эше Истанбул юлдарын ремонтлау проекттарын эшләү менән сикләнә. Юлдар менән вилайәттәр үҙҙәре шөғөлләнергә тейеш була. 60-сы йылдарҙың икенсе яртыһында Дунай вилайәтендә юл төҙөлөшөнә ҙур иғтибар бирелә. Унда Миҙхәт паша губернатор булған була. Уның заманында вилайәттә 3 мең километр юл һәм 420 күпер төҙөлә. Дөйөм алғанда ла Ғосман империяһында юлдар яҡшыра төшә. Әммә  ХIХ быуаттың икенсе яртыһында ғосман дәүләте үҙаллы тимер юл һалырлыҡ хәлдә булмай.  ХIХ быуаттың 50-70-се йылдарында (хәйер, унан һуң да) Ғосман империяһында тимер юлдарҙы сит ил концессионерҙары һала.




Танзимат сиктәрендә хәрби реформа үткәрелә. Илдә мосолмандарға ла, мосолман булмағандарға ла дөйөм хәрби хеҙмәт үтеү бурысы йөкмәтелә. Армияла хеҙмәт итеү мөҙҙәте 15 йылдан  5-7 йылға (артабан 4 йылға) ҡалдырыла. Империяла армия даимиға һәм замансаға әйләнә. Уңайлы яңы хәрби форма индерелә. 

Мәғарифта реформа 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
 Танзимат реформаһы барғанда асылған Ғалатаһарай лицейы

40-сы йылдарҙан башланған донъяуи мәктәптәр асыу эше дауам итә. Уларға етәкселек итеү өсөн мәғариф министрлығы ойошторола. 60-сы йылдар уртаһында башланғыс донъяуи мәктәптәрҙә  660 мең уҡыусы уҡый. Урта мәктәптәр иһә бер нисә тиҫтә генә була. Шуның менән бергә мәсеттәр эргәһендәге мәктәптәрҙең бөтәһе лә һаҡланып ҡала, ә донъяуи мәктәптәрҙә уҡыу ваҡытының яртыһы дин дәрестәренә бирелә. Ғәмәлдә контроль руханиәт ҡулында ҡала. 1869 йылда төрөк мәктәптәрендә өс-дүрт йыллыҡ дөйөм белем биреү тураһында закон сыға.  

Дини һәм милли мәсьәләләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1856 йылда дини эдикт ҡабул ителә.  Ул мосолмандарҙың һәм мосолман түгелдәрҙең хоҡуҡтарын бөтә яҡлап тиңләй. Ысынбарлыҡта, ислам дине нормалары үҙәктә ҡалыуын дауам итә. [4][5]

Реформаларҙың һөҙөмтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1895 йылғы төрөк асылмаһы, унда 1876 йылғы ваҡиғалар тасуирлана. Уртала солтан Абдулхәмит II, Бөйөк вәзир һәм империяның башҡа мөһим вазифалы кешеләре тора. Иң уртала торған ҡатын-ҡыҙ ҡоллоҡ бығауҙарын өҙөп ырғытҡан Төркиәне һынландыра. Өҫтә осоп барған фәрештә Француз инҡилабына һәм уның «Азатлыҡ, тиңлек, туғанлыҡ» тигән девизына ишара яһай. Быларҙың бөтәһе лә Истанбул ерлегендә бара. 

Танзимат реформалары ниндәйҙер кимәлдә традицияларға һәм шәриғәткә ҡаршы килгәнлектән, шулай уҡ чиновниктарҙың, руханиәттең һәм башҡа феодаль элементтарҙың матди һәм социаль мәнфәғәттәренә ҡағылғанлыҡтан тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҙур ҡаршылыҡтарға осрай. Прогрессив булыуына ҡарамаҫтан, реформа Төркиәнең христиан халҡын иҙеүҙе көсәтеүҙе күҙҙә тота. Буржуаз реформалар өсөн нигеҙ Европа илдәрендә һәм Ғосман империяһында  социаль-иҡтисади кимәл һәм хакимлыҡ иткән идеологиялар күҙлегенән бер төрлө булмай.

Реформалар осоронда ауыл хужалығы етештереү һиҙелерлек үҫә. Шул уҡ ваҡытта 1863—1872 йылдарҙа импорт экспортҡа ҡарағанда бик ҙур була. Тышҡы сауҙа дефициты сит илдән үтескә алынған аҡсалар менән ҡаплана һәм илдең Европа капиталына бойондороҡлолоғон арттыра. Бер яҡтан, донъя баҙары Ғосман империяһында тарихи барлыҡҡа килгән етештереү структураһының һәм күләменең тарихи барлыҡҡа килгән ҡулланыу күләменә бәйһеҙлеген хасил итә, икенсе ятҡан, шуның уҡ тәьҫире аҫтында ихтыяждың яңы структураһы һәм йыйылмаһы барлыҡҡа килә.  Ҡулланыу һәм етештереү араһында барлыҡҡа килгән нисбәтһеҙлек ғосман иҡтисадының  етештереүҙе үҫтереү һәләтен юғалта барыуын аңлата. 

Ғосман империяһының иҡтисади үҙаллылығы ҡаҡшай. Ҡырым һуғышынан һуң  төрөк реформаторҙары илдә үткәрелгән үҙгәртеп ҡороуҙар өсөн финанс базаһы булдырырға тырыша,  финанс һәм һалым системаһын үҙгәртеүҙе дауам итә. Танзимат реформалары талаптарына яуап биргән яңы финанс учреждениелары барлыҡҡа килә,  яңы һалымдар индерелә. Ләкин һуғыштан һуң фискаль сәйәсәт башлыса халыҡ етештергәнде тартып алыу йүнәлешендә эшләүгә ҡорола. 70-се йылдарҙағы иҡтисади кризис илде бөлгөнлөккә алып килә. 

Илдең тышҡы бурыстары бик тиҙ үҫә. Әгәр 1854 йылда ул 75 миллион франк тәшкил итһә, 1863 йылда — 200 миллион франк, 1874 йылда 1 миллиард франкҡа етә.  1875 йылдың октябрендә төрөк хөкүмәте эске бурысты тейешле күләмдә түләй алмауы тураһында белдерә.  Ғосман империяһы бөлгөнлөккә төшә. 

Танзимат реформалары  өмөттө аҡламай.  Иҫке хәрби-феодаль бюрократия үҙгәртеп ҡороуҙарға ҡамасаулай. 

Илдең үҫешенә һәм реформаларға аяҡ салған башҡа сәбәптәр ҙә етерлек була:

  • Етди үҙгәрештәрҙе телмәгән ғосман бюрократияһының көсө.
  •  XIX быуат уртаһында дин хакимлығынан баш тарта алмау, чиновниктарҙың күпселегенең сәйәси һәм иҡтисади ҡарарҙар ҡабул иткәндә динде икенсе планға ҡуйырға кәрәклеген аңламауы.
  • Төрөк капитализмы менән төрөк иҡтисадының көсһөҙлөгө өҫтөнә дәүләттең ябыҡлығынан баш тарта алмау.
  • Ғосман империяһына көсләп тағылған  Европа үтестәренең илдең финанс системаһын тәртипкә һалмау ғына түгел, уны бөтөнләй бөлдөрөүен аңламау. 
  • Империялағы бик юғары кимәлдәге коррупция.
  • Халыҡтың реформаларҙы хупламауы, был реформаларҙың ниндәй булырға тейешлеген аңламау.
  •  XIX быуаттағы Ғосман йәмғиәтендә урта быуаттар һыҙаттарының өҫтөнлөк итеүе.
  • Мәхмүт II  осоронда монархия власын көсәтеүҙең илдә ҡырҡа үҙгәрештәр яһау өсөн етерлек булмауы. 
  • Йәш солтан Абдулмәжит I-нең реформаларҙың әһәмиәтен аңламауы. 
  • Империя эсендәге етди мәҙәни һәм милли ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың ғәрәп донъяһынан алып  Европаға һәм Мысырҙан алып Кавказға тиклем арауыҡта йәшәгән халыҡтарҙың реформаларҙы бер төрлө ҡабул итә алмауы һәм яңы тәртиптәргә берҙәй буйһонмауы. 

Реформалар исемлеге 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҡтисади реформалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Беренсе ғосман аҡса банкноталары сығарыла  (1840).
  • Финанс реформаһы. Финанс министрлығы Франция өлгөһө буйынса эшләй башлай  (1840). Ҡайтанан финанслауҙың процентлы ставкаһы, акционерҙар йәмғиәттәре төшөнсәһе булдырыла, беренсе фонд биржаһы ойошторола.
  • Тәү башлап илдең бюжеты нәшер ителә  (1841—1842), ә 1846—1847 йылдарҙа беренсе профессиональ  бюджет ҡабул ителә.
  • Иҡтисадта урта быуаттар ҡалдыҡтары бөтөрөлә. Гильдиялар һәм мануфактуралар фабрикаларға алмаштырыла.
  • Мосолман булмағандар өсөн өҫтәмә һалымдар бөтөрөлә, даими килемгә һалым индерелә. 
  • Һалымдар бер нисә тапҡырға күберәк йыйыла. Ауыл халҡы өсөн һалымдар арта. 
  • Чиновниктар коррупция менән көрәш сиктәрендә һалымдан өлөшләтә азат ителә. 
  • Төркиәлә тәүге пароходсылыҡтарҙы төҙөгән Şirket-i Hayriye компанияһы ойошторола (1851);
  • 1855 йылда Ғосман империяһы Бөйөк Британиянан тәүге тапҡыр ҙур сит ил кредиты ала. 
  • Истанбулдың Зәйтинбурну районында туҡыма етештерә торған беренсе  механикалы фабрика һәм уның янында профессиональ тегеү мәктәбе асыла.
  • Мамыҡ иләү буйынса заводтар асыла. 
  • Дәүләт хеҙмәткәрҙәренә тик Ғосманда етештерелгән туҡыманан тегелгән кейем һатып алыу йөкмәтелә. 
  • Йедикүле тигән беренсе өлгөлө индустриаль парк булдырыла.
  • Беренсе телеграф селтәрҙәре үткәрелә  (1847—1855), беренсе тимер юлдар төҙөлә (1856).
  • Күпләп юлдар һалына башлай.
  • Ғосман үҙәк банкы асыла (Bank-ı Osmanî 1856)[6] and the Ottoman Stock Exchange (Dersaadet Tahvilat Borsası, established in 1866).[7]
  • Шәхси  типографиялар һәм нәшриәттәр асыу рөхсәт ителә, элек  Сәлим III заманында асылып һуңынан ябылған типографиялар ҡабат эшләй башлай — Serbesti-i Kürşad Nizamnamesi (1857).

Сәйәси реформалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Буласаҡ төрөк парламентының элгәре — ғосман мәжлесе ойошторола (1841).
  • Эске эштәр министрлығы (1845) һәм Мәғариф министрлығы ойошторола (1857).
  • Хәҙерге Истанбул муниципалитеты (Şehremaneti, 1854) һәм ҡаланы планлаштырыу советы ойошторола (İntizam-ı Şehir Komisyonu, 1855).
  • Империяның бөтә халҡын милләттәргә бүлмәйенсә «ғосмандар» тип рәсми иғлан иткән закон ҡабул ителә (1869).
  • Мосолман булмағандарҙы (шул иҫәптән христиандарҙы) дәүләт хеҙмәтенә алыу рөхсәт ителә.
  • Мосолмандарҙы һәм мосолман булмағандарҙы тәү башлап сәйәси хоҡуҡтарҙа тигеҙләйҙәр. 
  • 1876 йылда тулы ҡиммәтле ике палаталы парламент ойошторола (1878 йылда таратыла).

Ҡануниәт реформалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ғосман империяһының бөтә граждандарына тәү тапҡыр ғүмергә, намыҫҡа һәм дәрәжәгә, шулай уҡ мөлкәткә хоҡуҡ гарантиялана (1839).
  • Франция өлөгөһө буйынса  граждан һәм енәйәт кодексы ҡабул ителә (1840).
  • Яңы сауҙа һәм коммерция кодексы ҡабул ителә (1850).
  • Беренсе граждан (йәғни мосолман булмаған) судтар (Meclis-i Ahkam-ı Adliye, 1853), шулай уҡ коммерция судтары һәм Юғары суд барлыҡҡа килә (Meclis-i Ali-yi Tanzimat, 1853).
  • Ер кодексы ҡабул ителә (Arazi Kanunnamesi (1857).
  • Журналистар кодексы ҡабул ителә (Matbuat Nizamnamesi, 1864). 
  • Дәүләт хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы дәғүәләрҙе ҡарау буйынса дәүләт советы нигеҙләнә  (1867).
  • Тәүге тапҡыр сит ил граждандарына Ғосман империяһы территорияһында милеккә, ергә һәм күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ гарантиялана, ергә хоҡуҡ нығытыла. 
  • Ғосман империяһының беренсе  конституцияһы ҡабул ителә (1876).

Социаль реформалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ғосман империяһының почтаһы ойошторола (1840);
  • Тәүге Ғосман гимны һәм Ғосман милли флагы булдырыла (1844);
  • Ғосман империяһында тәү башлап халыҡ иҫәбе алына, илдәге бөтә ир заты һанала (1844);
  • Паспортҡа тиң булған тәүге мәджидәләр индерелә  (1844);
  • Ҡоллоҡ бөтөрөлә һәм ҡол сауҙаһы тыйыла (1847);
  • Хатт-и Һумаюн (1856) бөтә диндәр вәкилдәренең тиңлеген гарантиялай
  • Гомосексуализм өсөн енәйәт яуаплылығы бөтөрөлә (1858)[8].

Мәҙәни реформалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Солтан Абдул Азиз диңгеҙ флоты мобилизацияһын башлай
  • Тәүге Ғосман университеттары (darülfünun, 1848), академиялары (1848) һәм педагогика мәктәптәре (darülmuallimin, 1848) ойошторола;
  • беренсе донъяуи (дини булмаған) мәктәптәр асыла.
  • Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булдырыла (Tıbbiye Nezareti, 1850);
  • Ғосман Фәндәр академияһы ойошторола (Encümen-i Daniş, 1851);
  • Иҡтисад һәм сәйәсәт фәндәре мәктәбе асыла  (Mekteb-i Mülkiye, 1859);
  • Ғосман империяһы студенттары тәү башлап сит илдәргә уҡырға китә.
  • Ғосман империяһы  профессиональ даими армияға күсә  (20 йәштән өлкән ирҙәрҙе хеҙмәткә алыу башлана). Армияла мәжбүри хеҙмәт мөҙҙәте элекке 15 йылдан (1843—44) 4 йылға ҡалдырыла;
  • Тәүләп армияла мосолман булмағандарға ла хеҙмәт итеүгә рөхсәт бирелә (1856);
  • Солтан Абдул Азиз Европа өлгөһөндә хәрби диңгеҙ флоты булдырыу тураһында бойороҡ сығара.  
  • 1867 — Хәрби диңгеҙ министрлығы ойошторола.
  • 1869 — Европалағы кеүек хеҙмәттә үрләү системаһы ойошторола. 
  1. Cleveland, William L & Martin Bunton, A History of the Modern Middle East: 4th Edition, Westview Press: 2009, p. 82.
  2. NTV Tarih 2013 йыл 12 февраль архивланған. history magazine, issue of July 2011.
  3. Миллер А. 
  4. There Is No Compulsion in Religion": On Conversion and Apostasy in the Late Ottoman Empire: 1839-18… more, Selim Deringil, Comparative Studies in Society and History, Vol. 42, No. 3 (Jul., 2000), pp. 547—575
  5. Corrupting the Sublime Sultanate: The Revolt of Tanyus Shahin in Nineteenth-Century Ottoman Lebanon, Ussama Makdisi, Comparative Studies in Society and History, Vol. 42, No. 1 (Jan., 2000), pp. 180—208
  6. Ottoman Bank Museum: History of the Ottoman Bank 2012 йыл 14 июнь архивланған.
  7. Istanbul Stock Exchange: History of the Istanbul Stock Exchange 2012 йыл 25 февраль архивланған.
  8. http://old.ilga.org/Statehomophobia/ILGA_State_Sponsored_Homophobia_2010.pdf 2010 йыл 22 ноябрь архивланған.
  • Акимкина Н. А., Люксембург М. А. Практикум по истории стран зарубежного Востока (Индия, Иран, Турция). — М.: Высшая школа, 1963. — 145 с.
  • Хрестоматия по всеобщей истории государства и права: Уч. пособие / Под ред. З. М. Черниловского. Сост. В. Н. Садиков. — Можайск, 1994. — 412 с.
  • Хрестоматия по новой истории: в 3-х тт./ Под ред. А. А. Губера. — М.: Мысль, 1965. — Т.2. — 752 с.
  • Еремеев Д. Е., Мейер М. С. История Турции в средние вевремя: Уч. пособие. — М.: Изд-во МГУ, 1992. — 248 с.
  • Новая история стран Азии (вторая половина XIX — начала ХX вв.)/Под ред. В. И. Овсянникова. — М.: МГУ, 1995. — 329 с.
  • Новейшая история стран Азии и Африки, ХХ век: учеб. для студентов высших учебных заведений: в 2-х ч./ Под ред. А. М. Родригеса. — М.: Гуманит. Изд. Центр ВЛАДОС, 2001. — 4.1: 1900—1945. — 368 с.
  • Евдокимова, А. А. История стран Востока в новое время. Курс лекций: учебное пособие для студентов вузов [Текст]. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2009. — 238 с.
  • Edward Shepherd Creasy, History of Ottoman Turks; From the beginning of their empire to the present time, London, Richard Bentley (1854); (1878).
  • Maurizio Costanza, La Mezzaluna sul filo — La riforma ottomana di Mahmûd II, Marcianum Press, Venezia, 2010
  • Nora Lafi, «The Ottoman Municipal Reforms between Old Regime and Modernity: Towards a New Interpretative Paradigm», Istanbul, 2007
  • LAFI (Nora), Une ville du Maghreb entre ancien régime et réformes ottomanes. Genèse des institutions municipales à Tripoli de Barbarie (1795—1911), Paris: L’Harmattan, (2002).
  • LAFI (Nora), Municipalités méditerranéennes. Les réformes municipales ottomanes au miroir d’une histoire comparée, Berlin: K. Schwarz, (2005).
  • Gelvin James L. The Modern Middle East: A History. — Second Edition. — Oxford University Press, 2008. — ISBN 978-0-19-532759-5.
  • Hussain, Ishtiaq. «The Tanzimat: Secular reforms in the Ottoman Empire]», Faith Matters 2012 йыл 12 ғинуар архивланған. 2011
  • Édouard Engelhardt: La Turquie et le Tanzimât ou histoire des réformes dans l’Empire Ottoman depuis 1826 jusqu'à nos jours. 2 Bände. Cotillon, Paris 1882—1884.
  • Nora Lafi: Une ville du Maghreb entre ancien régime et réformes ottomanes. Genèse des institutions municipales à Tripoli de Barbarie (1795—1911). L’Harmattan, Paris 2002, ISBN 2-7475-2616-X.
  • Nora Lafi (Hrsg.): Municipalités méditerranéennes. Les réformes municipales ottomanes au miroir d’une histoire comparée (Moyen-Orient, Maghreb, Europe méridionale) (= Zentrum Moderner Orient. Studien. Bd. 21). K. Schwarz, Berlin 2005, ISBN 3-87997-634-1.
  • Lord Kinross (d. i.: John Patrick Douglas Balfour Kinross): The Ottoman Centuries. The Rise and Fall of the Turkish Empire. Morrow, New York NY 1977, ISBN 0-688-08093-6.
  • Josef Matuz: Das Osmanische Reich. Grundlinien seiner Geschichte. 2., unveränderte Auflage. Wissenschaftliche Buchgesellschaft, Darmstadt 1990, ISBN 3-534-05845-3.
  • Donald Quataert: The Ottoman Empire, 1700—1922 (= New Approaches to European History. Bd. 17). Cambridge University Press, Cambridge u. a. 2000, ISBN 0-521-63328-1.
  • Thomas Scheben: Verwaltungsreformen der frühen Tanzimatzeit. Gesetze, Maßnahmen, Auswirkungen. Von der Verkündigung des Ediktes von Gülhane 1839 bis zum Ausbruch des Krimkrieges 1853 (= Europäische Hochschulschriften. Reihe 3: Geschichte und ihre Hilfswissenschaften. Bd. 454). Lang, Frankfurt am Main u. a. 1991, ISBN 3-631-43302-6 (Zugleich: Mainz, Universität, Dissertation, 1988).
  • Michael Ursinus: Regionale Reformen im Osmanischen Reich am Vorabend der Tanzimat. Reformen der rumelischen Provinzialgouverneure im Gerichtssprengel von Manastir (Bitola) zur Zeit der Herrschaft Sultan Mahmuds II. (1808-39) (= Islamkundliche Untersuchungen. Bd. 73). Schwarz, Berlin 1982, ISBN 3-922968-17-1.
  • Dominic Lieven: Dilemmas of Empire 1850—1918. Power, Territory, Identity. Journal of Contemporary History 1999; 34; 163
  • Maurizio Costanza, La Mezzaluna sul filo — La riforma ottomana di Mahmûd II, Marcianum Press, Venezia, 2010
  • Enver Ziya Karal, Non-Muslim representatives in the First Constitutional Assembly, 1876—1877, in Benjamin Braude and Bernard Lewis (eds), Christians and Jews in the Ottoman Empire — The functioning of a plural society, New-York & London, Holmes & Meier Publishers inc., 1982, vol.I, pp. 387–400, ISBN 0-8419-0519-3
  • Cleveland, William L & Martin Bunton, A History of the Modern Middle East: 4th Edition, Westview Press: 2009, p. 82.