Тирмә

Тирмә
төр. Yurt
Рәсем
Ил  Монголия[1]
Статус нематериального культурного наследия Представительный список нематериального культурного наследия человечества[d][1]
Тасуирлау биттәре ich.unesco.org/en/RL/008…
ich.unesco.org/fr/RL/008…
ich.unesco.org/es/RL/008…
Вики-проект WikiProject Intangible Cultural Heritage[d]
 Тирмә Викимилектә
Һамар губернаһы башҡорттары тирмә ҡуя. ХХ б. башы
Ош скверында тирмә
Ош скверында тирмә

Тирмә — күсмә халыҡтарҙың ваҡытлыса йәшәү өсөн ҡулайлаштырылған торлағы. Ул быуаттан-быуатҡа тәбиғәт ҡосағында йәшәү тәжрибәһен сағылдырған, бөтә талаптарға ла яуап бирә алған торлаҡ төрө. Һаҡлау, күсереү, урынлаштырып ҡуйыу өсөн бөтә яҡтан да уңайлы итеп уйлап табылған был ҡоролма башҡорттарға ла хас булған.

Тирмәнең тарихы быуаттар төпкөлөнән килә. Тирмә төшөрөлгән беренсе һүрәттәр Төньяҡ Ҡытайҙа табылған статуэткаларҙа һынланған (беҙҙең эраның VI быуат башы). Х быуатта Волга буйы һәм Көньяҡ Уралда сәйәхәт ҡылған Ибн Руста башҡорттар тураһында «уңайлы көтөүлектәр эҙләп урындан урынға күсеү сәбәпле, сатырҙарҙа йәшәйҙәр», тип яҙып ҡалдырған. Иң ҡыҙығы шунда: бөгөнгө көнгә тиклем тирмә бер ниндәй ҙә үҙгәрешһеҙ һаҡланып ҡалған.

Урыҫ авторҙары: ғалимдар, этнографтар, яҙыусылар (П. Небольсин, Д. Никольский, С. Рыбаков, С. Руденко, Н. Харузин, Л. Толстой, А. Чехов һ. б.) башҡорттарҙың йәшәйешенә ҡағылышлы ғилми тикшеренеүҙәр, күҙәтеүҙәр, хәтирәләр ҡалдырған. Совет осоронда һәм һуңғы йылдарҙа ла был темаға арналған бихисап хеҙмәттәр яҙылған (Кузеев Р. Г., Шитова С. Н., Йәнбухтина Ә. Ғ., Бикбулатов Н. В., Солтангәрәева Р. А., Йосопов Р. М. һ. б.)

Йәйләгән саҡта башҡорттар ваҡытлы торлаҡтарҙы ҡулланған. С. Руденко, Н. Харузин был торлаҡтарҙы (ҡыуыш, ағас тирмә, аласыҡ, бурама, сатыр) ентекләп өйрәнгән. Иң күркәме, уңайлыһы, киң ҡулланышта булғаны тирмә, тип билдәләгәндәр. Был торлаҡты башҡорттар ҡош тип йөрөткән, тип яҙыла С. И. Руденконың һәм башҡа күҙәтеүселәрҙең этнографик һәм ғилми хеҙмәттәрендә. Хәҙерге көндә был һүҙ ҡулланыштан бөтөнләй тиерлек юғалған.

Йыр — риүәйәттәрҙә, эпостарҙа йәйләүҙәргә сығып, тирмәләрҙә йәшәү йолаһына ярашлы күптәнән булған халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен, традицияларын күҙ алдына килтереү бөгөнгө көнгә тиклем иҫ киткес бәхетле осор булып халыҡ хәтерендә уйылып ҡалған.

Башҡорт тирмәһе ике төрҙә булған:

  • монгол һәм
  • ҡырғыҙ (икенсе исеме төрки).

Был төрҙәр тирмәнең өҫкө өлөшө (ҡыйыҡ формаһы) менән генә айырылған. Монгол тирмәһенең ҡыйығы конус ҡалыплы, ә ҡырғыҙҙыҡы — ярым түңәрәк.

Беренсе төр урман-ялан башҡорттарында таралған булһа, икенсеһе — Урал алды һәм Урал аръяғы ялан зонаһында.

Монгол тирмәһенең үҙ сиратында бер нисә төрө билдәле. Силәбе, Ҡурған өлкәләрендә һайғауҙарҙы өҫкө тағараҡҡа индереп ҡуйғандар. Рәшәткәләрҙе тирмәнең эсендә ҡаҙып ҡуйылған бағаналарға нығытҡандар. Бындай тирмәләр хәҙерге Күгәрсен, Ейәнсура райондарында төрки типтағы тирмәләр менән бер рәттән ҡулланылған. Монгол тирмәләре ярлылар торлағы тип һаналған. Ейәнсура районында тирмә кирәгәһе арҡыс-торҡос тоташтырылған һәм өс рәт ағас ҡоршау менән нығытылған. Ҙур булмаған өсөнсө ҡоршау менән һайғауҙарҙы тағараҡҡа йыйғандар.

Дим буйы башҡорттарында кейеҙ тирмәнең уртаһында бағана (ныҡлыҡ, урта бағана) ҡуйылған, шул бағананан йыуан арҡанды (ҡанат) рәшәткәләргә һуҙып, уларҙы каркасҡа бәйләп, арҡандың бер осон тышҡа сығарып нығытып ҡуйғандар. Монгол тибындағы тирмә формаһы түңәрәк тә, дүрт мөйөшлө лә була. Әлшәй районында тирмә һөлдәһе 30—40 һайғауҙан һәм урталағы 3 метрлыҡ бағананан торған. Һайғауҙарҙан бағана осона ат ҡылынан үрелгән арҡан һуҙылған. Алдан әҙерләнгән каркасты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә урынлаштырып булған. Кейеҙ менән тирмәне һәм ишеген дә ҡаплағандар. Борон бындай тирмә көньяҡ-көнсығышта ла осраған. Шулай итеп, монгол тирмәһенең конструкциялары төрлө булған.

XIX аҙағында көмбәҙ формалы төрки типтағы (ҡырғыҙ) тирмәләр Башҡортостан территорияһының көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ дала һәм урман-дала райондарында, шулай уҡ Ырымбур далаларында киң ҡулланыла. Дөйөм алғанда, ҡырғыҙ тирмәһе йышыраҡ ҡулланылған.

С. Н. Шитова билдәләүенсә, хәҙерге Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондарында тирмә һәм уның айырым өлөштәрен яһау буйынса оҫталар булған. Мәҫәлән, көмбәҙ уҡтарын Баймаҡ районының Әбделкәрим, Ҡыуат, Яңғаҙы ауылдарында, рәшәткәләрҙе (ҡанат) Хәйбулла районы Әбделнасир ауылында, тағараҡты — Баймаҡ районы Ишбирҙе һәм Хәйбулла районы Рафиҡ ауылдарында махсус кәсепселәр эшләгән. Продукция бик тиҙ арала ерле халыҡ һәм ҡаҙаҡтар тарафынан һатып алып бөтөрөлгән. Был әҙерләмәләр менән Ырымбур, Орск, Турғай баҙарҙарында ла һатыу иткәндәр.

Төрки тирмә конструкцияһы өс өлөштән тора: ағас рәшәткәле һөлдә (кирәгә), нәҙек итеп әҙерләнгән, уҡ формаһындағы һайғауҙарҙан ҡоролған көмбәҙ һәм тағараҡ (сығараҡ, сағараҡ). Һайғауҙар бөгөлгән була, ошо бөгөлгән уҡтар ҡыйыҡты көмбәҙ формаһына әйләндерә. Тағараҡ тал сыбығынан түңәрәк итеп урелгән була, уның диаметры 1, 4 м. Тағараҡты ла биҙәгәндәр. Был тағараҡ ямғырлы мәлдәрҙә кейеҙ (төндөк, төнлөк) менән ябылған, күберәк ваҡыт асыҡ торған һәм тәҙрә ролен уйнаған. Яҙлы-көҙлө һыуыҡ көндәрҙә төтөн сығарыу ролен дә үтәгән. С. И. Руденко билдәләп үтеүенсә, башҡорттар башлыса тирмә эсендә утты йылыныр өсөн генә яҡҡан. Аш-һыуҙы ишек алдында әҙерләгәндәр.

Башҡорт тирмәһе төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тирмә макеты
Сувенир тирмә

Башҡорт тирмәһенең бер нисә төрө була:

а) «тирмә» — традицион көнкүреш тирмәһе;

б) «аш тирмә» — аш-һыу әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән тирмә;

в) «ҡунаҡ тирмә», «аҡ тирмә» — аҡ кейеҙ менән ябылған ҡунаҡ ҡаршылау өсөн тәғәйенләнгән тирмә;

г) «Ун ике ҡанатлы аҡ тирмә» — иң ҙур тирмә — ырыу башлыҡтарына, хандарға тәғәйенләнгән.

Тирмәмдә
Тирмәм тора көмөш кеүек
Йылға ярында.
Хуш еҫле сәскәләр үҫә
Тирә яғымда.

Көтөүҙәр йөрөй. Мин үҙем
Ятам тирмәмдә.
Туғандарым, яҡындарым
Минең эргәмдә.

Шул саҡта тирмәм ишеген
Асырға ҡуштым.
Төн буйы тыңланым моңон
Һандуғас-ҡоштоң.

Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы
Булды бөгөн төн.
Керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем
Ошо төндө мин.

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Салауат Юлаев

Тирмәне ҡатын-ҡыҙ ҙа бер сәғәт эсендә ҡуя алғаны тарихта билдәле факт. Ирҙәр өҫтәге ҡоршауҙы күтәрергә генә ярҙам иткән. Тирмә йылыны ла һәйбәт һаҡлай, йәйге эҫелә лә бында һалҡынса, йәмле була. Үтә ныҡ эҫе көндәрҙә аҫҡы кейеҙҙе күтәреп ҡуйғандар. Дөйөм алғанда, уртаса тирмәнең ауырлығы (ябыуҙары менән бергә һанағанда) 400—450 кг, бейеклеге — 3 м, әйләнәһе — 16-18 м, диаметры — 8-10 м, торлаҡ майҙаны — 20 кв. м. Тирмәгә аяҡ баҫыу менән тирмәнең ҙурлығы бөтөнләй онотола: эске киңлеге һәм йыһазы үҙенең тынысландырыу һәләте, яҡлау көсө һәм ябай бәхет тойғоһо уятыуы менән ғәжәпкә ҡалдыра.

Тирмә урынын билдәләүгә борондан ҙур әһәмиәт бирелгән. Урынды ат урап үтһә, йәки, мәҫәлән, үрмәксе ҡаҙан аҫтында ау ҡормаһа — был ергә тирмә ҡуймағандар. Башҡорттар тәбиғәткә бик һаҡ булған: тирмәне ҡуйған саҡта доғаһыҙ ҡаҙыҡ ҡатмағандар, тирмәнең хайуандар өңөнә, эре ҡош ояһына яҡын булмаҫҡа тейешлеген белгәндәр. Тирмә шишмәле- йылғалы, ҡоро, ҡалҡыу ерҙә урынлаштырылған.

Беренсе мәртәбә тирмә ҡуйған саҡта бағананы майлап, теләк тә әйткәндәр;

« Тирмә ҡотло булһын,
Бәрәкәт артһын,
Ҡото йоҡһон!
Киң ризыҡ килһен!
»

Бындай ырым — теләктәр бик күп булған.

Тирмәнең тышҡы һәм эске биҙәлешендә ырыу билдәләре мотлаҡ сағылырға тейеш булған. Тирмә тышындағы кейеҙҙә, мәҫәлән, тамға күрһәтелер булған, ырыу әләме эленгән.

Тирмәлә йәшәүҙең дә үҙ ҡанундары булған: ингән-сыҡҡан саҡта уң аяҡтан башларға, тупһаға баҫмаҫҡа, тирмә эсендә ҡысҡырышыу — талашыу тыйылған, ашарға ултырғанда билдәле бер тәртип буйынса инеп ултырғандар.

Тыш яғынан тирмәне тығыҙ итеп кейеҙ менән ҡаплайҙар (көмбәҙҙе япҡан кейеҙ ғәҙәттә ҡалыныраҡ була), уның өҫтөнән бының өсөн махсус ат ҡылынан үрелгән арҡан менән нығытып ураталар. Күсмә халыҡтарҙың тормошонда кейеҙ бик мөһим урын биләгәне билдәле. Хәлле башҡорттарҙың тирмәләре аҡ кейеҙ менән ҡапланған. Уны ағартыр өсөн хатта избис тә ҡулланырға тура килгән.

Парижда башҡорттар лагеры. 1835 йыл. Билдәһеҙ художник

Төрки тирмәһенең ишеге йыш ҡына ике яҡҡа асылмалы булған, тыш яҡтан ишек матурлыҡ өсөн биҙәкле балаҫ йәки кейеҙ менән ябылған. Ишек һәм рәшәткәләр эс яҡтан ҡыҙыл төҫкә буялған, Тағараҡты шул уҡ төҫкә буяғандар, ҡыҙғылт төҫтәге төндөк менән ҡапланған.

Башҡорттар күпләп мал аҫыраған халыҡ булараҡ, һарыҡ йөнөнән төрлө сағыу биҙәкле кейеҙ баҫып, балаҫ һуғып тирмәне эс яҡтан да биҙәгән. Дөйөм алып әйткәндә, тирмәнең эсе лә тик тотоуға йомшаҡ кәрәк — яраҡтарҙан: йөн, күн, иләнгән еп, ат ҡылы, төрлө туҡыманан торған.

Тирмәнең эсенә күҙ һалайыҡ. Тыш яҡтан ыҡсым ғына күренгән торлаҡ, эсенә ингәс, үҙенең үҙенсәлекле аураһы менән арбай. Һауа менән тоташтырған тағараҡ — тирмәнең үҙәге. Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән торлаҡ ҙур мәғәнәгә эйә; тәбиғәт балаһының донъяға бағыуын асып биреүсе; йән, ер, күк тигән төшөнсәләрҙе берләштергән арауыҡ. Тирмәнең философик һәм психологик аспекттарына Н. Л. Жуковская, А. Г. Янбухтина үҙҙәренең хеҙмәттәрендә ҙур әһәмиәт бирә. Ярым -күсмә тормош алып барған башҡорт халҡының милли холҡонда башҡа халыҡтарға хас булмаған үҙенсәлектәре барлығын В. М. Черемшанский ҙә билдәләп үтә.

Түңәрәк формалағы тирмә эсендә һандыҡтан һәм һандыҡ аҫтынан (һандыҡ аяғы, ширлек тип тә әйтәләр) башҡа мебель юҡ. Аяҡ аҫтында ҡат-ҡат кейеҙ, ҡулдан эшләнгән септә, ҡорамалы түшәктәр, кейеҙ аҫтында — хуш еҫле бесән. Тирмәнең урта тирәһенән (метр ярым — ике метр бейеклектә) ишектең бер яғынан икенсе яғына тиклем семәрләп һуғылған 25—30 см яҫылыҡ туҡыма беркетелгән.

Сигелгән, һуғылған, тамбурлы, үҫемлектәр төшөрөлгән аппликациялы таҫтамалдар, затлы кейем төрҙәре (түр күлдәге) түңәрәк буйлап йәки урҙаға эленгән. Ишектең һул яғынан һунар ҡорал-ҡорамалдары, ат эйәрҙәре, ҡамыт -дуға, уҡ -йәйә һ. б. кәрәкле нәмәләр иҙән буйлап теҙелгән. Кирәгәгә төрлө төҫтәге билбауҙар ҙа эленгән, билбау тирмә хужаһының ҡатындарының һанын күрһәткән.

Ишектең уң яғынан — ағастан эшләнгән төрлө һауыт-һаба (турһыҡ, тәпән, ағас күнәк, сеүәтә, тырыз, самауыр, ҡомған, сүмес — ҡашыҡ, батман һ. б.) теҙелеп киткән. Сәңгелдәк, түшелдеректәр, ҡатын-ҡыҙҙың кәрәк -ярағы ла бында урынлашҡан. Тап уртала (йәки саҡ ҡына һулдараҡ) — һандыҡ. Һандыҡ өҫтөндәге каралды билдәле бер тәртиптә һалынған: урын балаҫы, йыяр балаҫ,ҡорамалы юрған, яҫтыҡ (мамыҡ түшәк), эсте балаҫ (эсле балаҫ). Өйөлгән ҡаралды сигелгән түшәк тартмаһы (урын тартмаһы) менән тартылған. Алама күҙҙән, ен — бәрейҙән һаҡлаусы был таҫмала ырыу тамғалары сигелгән була. Биҙәктәрҙең ни тиклем бай һәм ҡупшы булыуы кейәүгә бирә торған ҡыҙҙың, хужабикәнең оҫталығын күрһәткән.

Ишеккә ҡаршы төп урын (түр баш) ирҙәр яғы һанала. Ирҙәр яғы ҡатын-ҡыҙ яғынан бай орнаментлы, семәрле ҡыҙыл төҫтәге шаршау менән бүленә. Ҡунаҡты ирҙәр яғында ҡабул итәләр, шул ваҡытта был шаршау бигерәк тә кәрәкле була. Аш-һыу әҙерләгән саҡта, мәшәҡәтле хужалыҡ эштәрен ҡунаҡтарға күрһәтмәҫ өсөн бик уңайлы.. Төндә лә тартып ҡуйырға мөмкин. Башҡа ваҡытта шаршау йыйылып ҡуйыла. Килгән һәр кемгә, бигерәк тә ҡунаҡ кешегә, яҫтыҡ, бәләкәй балаҫ бирелә. Буҙа, ҡымыҙ, айран, ҡатык, һөҙмә тәҡдим ителә.

Хәлле башҡорттар ғәҙәттә ике тирмә ҡуйған. Береһе хужалыҡ функцияларын үтәгән, бында аҙыҡ-түлек, өй кәрәк-яраҡтары урынлаштырылған. Балалар, йәш ғаилә, оло туған — тыумаса ошо тирмәлә йәшәй алған. Төп тирмә (аҡ тирмә) гел бөхтә йыйыштырылған хәлдә тотолған. Йыш ҡына аҡ тирмәнең бер яғына һырлы карауат та ҡуйғандар. Ишек төбөндә ҡымыҙ тәпәне ҡуйылған, эргәһенә семәрле ҡашыҡтар эленә.

Башҡорт тирмәһенең бөгөнгө торошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тирмә — ул уникаль ҡоролош. Башлыса осло ҡаҙыҡ (сөй), бау, ҡайыш менән нығытылған, шул уҡ ваҡытта ерҙә ныҡ торған, ел-ямғырға бирешмәгән, күркәм формаһы менән күҙ яуын алған, донъя моделен һынландырған, ер менән күкте берләштереү символын уйнаған торлаҡ ул. Тирмәлә йоҡлау ҙа бик файҙалы, һаулыҡ өсөн шифалы. Күп кенә этнографтар башҡорттарҙың йәйләүҙә, тирмәлә көн итеүҙән һаулыҡтары шаҡтай яҡшырыуын билдәләп үткән. Быға тирмәнең көмбәҙ формаһы ла, кейеҙҙең уратып алыуы ла булышлыҡ иткәндер.

Тирмәнең төҙөлөшө, тышҡы һәм эске биҙәлеше, йыһазы — башҡорт халҡы мәҙәниәтенең, сәнғәтенең айырылғыһыҙ бер өлөшө, уның этник һәм милли символдарын һынландырыусы күренекле өлгөһө.

1923 йылда Мәскәүҙә беренсе Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы күргәҙмәһе уҙғарыла. Был мөһим сарала үҙенең шәхси тирмәһе менән Баймаҡ районы Темәс ауылынан Әбделхаҡ Хөсәйенов ҡатнаша. Бөтә нескәлектәре менән йыһазландырылған тирмәне, милли аш-һыу төрҙәрен, ҡымыҙ эшкәртеү процесын, йолаға әүерелгән башҡорт ҡунаҡсыллығын күрһәтә алғаны билдәле.

Конгресс-хол янында этноауыл

Үҙенең күркәмлеге, камиллығы менән тирмә әле лә һабантуйҙарҙы, башҡа төрлө мәҙәни байрамдарҙы биҙәй. Хәҙерге көндә лә тирмә күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Байрамдарҙы тирмәләр ҡуйып биҙәү 1980-сы йылдарҙа тергеҙелә башлай. Йомабай Иҫәнбаевҡа 100 йыл тыуыуы айҡанлы Хәйбулла районында Матрай ауылы эргәһендә беренсе мәртәбә тирмәләр урамы ҡоролдо. Артабан 1990 йылда Йылайыр районында Ишмулла Дилмөхәмәтов көндәрен үткәргәндә тирмәләр урамы барлыҡҡа килде. Быға тиклем тирмә онотолған, сәйәси тыйылған булғанға күрә, уға сәйерһенеп, ҡурҡып ҡараусылар булды, тип иҫләй билдәле драматург һәм журналист Сәрүәр Сурина. 1993 йылда Бөрйәндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары республика конференцияһы уҙған ваҡытта тирмәләр ҡоролдо. Бынан һуң тирмә ҡороу һәр милли байрамдарҙа, һабантуйҙарҙа күркәм йолаға әүерелде. Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, башҡорттар күпләп йәшәгән өлкәләрҙә башҡорт тирмәләре байрам атрибутына әйләнде. Тирмәне биҙәү сәнғәте тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Республика кимәлендә тирмәләр конкурсы 2004 йылда беренсе «Салауат йыйыны»нда үткәрелде. 2006 йылда Балтас районында конкурста 54 тирмә ҡатнашты. Шул ваҡыттан алып «Салауат йыйыны» байрамында ошо конкурс үткәрелеп килә.

Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары үткән көндәрҙә Конгресс-холл янында (июль айы, 2015 йыл) ете тирмәнән торған этноауыл ойошторола.

Республикала тирмә эшләүсе кәсепселәр һаны көндән-көн арта.

  1. С. И. Руденко. Башкиры. Историко-этнографические очерки. Уфа, «Китап», 2006. (Печатается по изд.: Руденко С. И., Историко-этнографические очерки., М; Л.,1955. С изменениями и дополнениями). [1](недоступная ссылка)
  2. А. Янбухтина. Народные традиции в убранстве башкирского дома. Уфа, «Китап», 1993.
  3. С. Н. Шитова. Резьба и роспись по дереву у башкир. Уфа, «Китап», 2001.
  4. Ф. М. Гареева, заведующая библиотекой, Н. В. Горбунова, библиотекарь Уфимского городского Дворца детского творчества им. В. М. Комарова Литературная композиция «Башҡортостан — край белых юрт». [2]
  5. Этнографическая юрта. [3] 2016 йыл 29 май архивланған.
  6. Юрта. [4]
  7. Масленникова Т. А. Художественная организация предметно-пространственной среды в башкирском народном искусстве. Автореферат. М., 2011. [5]
  8. Источник: Р. М. Юсупов. Процесс изготовления башкирской юрты // Материальная культура башкир и народов Урало-Поволжья: Сборник материалов Межрегиональной научно-практической конференции, посвященной 70-летию со дня рождения М. Г. Муллагулова. — Уфа: Гилем, 2008. — С.207 — 215. [6]
  9. Башкирская юрта. Методическое пособие 2016 йыл 22 ғинуар архивланған. /Р. М. Юсупов, Р. А. Султангареева, С. Н. Шитова — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2010. [7]
  10. Башкиры — это…http://dic.academic.ru/dic.nsf/ruwiki/30095
  11. Башкирская энциклопедия.[8](недоступная ссылка)
  12. Уральская Историческая энциклопедия. [9] 2016 йыл 8 апрель архивланған.
  13. Энциклопедия Башкирии — жилища временные. [10]
  14. С. Н. Шитова. Правила и нормы оформления юрты. [11]
  15. С. Н. Шитова. Временные летние жилища. [12]
  16. Музей археологии и этнографии Института этнологических исследований УНЦ РАН
  17. Работает выставка «Материальная культура башкирского народа» [13]
  18. Башкирская юрта очаровала гостей фестивальной экспозиции съезда РГО.[14](недоступная ссылка)
  19. Национальный музей Республики Башкортостан. Этнография башкир. [15]
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Тирмә. Башҡорт халыҡ әкиәте

Видеоматериалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. YouTube сайтында Видео Юрта башкирская −2006. Салауат йыйыны. Балтас районы. Автор С. Сурина.
  2. YouTube сайтында Видео Юрта башкирская-2007. Конкурс на празднике «Салауат йыйыны-2007», Саҡмағош. 2007 г. Автор С. Сурина.
  3. YouTube сайтында Видео Юрта башкирская-2010. Часть 1. «Салауат йыйыны» Ишембай, Торатау. Автор С.Сурина.
  4. YouTube сайтында Видео Юрта башкирская-2010. Часть 2. «Салауат йыйыны» Ишембай, Торатау. Автор С. Сурина.
  5. YouTube сайтында Видео Строительство башкирской юрты, передача Орнамент на БСТ. .
  6. YouTube сайтында Видео М. Бурангулов. Башкирская свадьба. Спектакль Башакадемтеатра.
  1. 1,0 1,1 Representative List of the Intangible Cultural Heritage of Humanity, Liste représentative du patrimoine culturel immatériel de l’humanité, Lista Representativa del Patrimonio Cultural Inmaterial de la Humanidad (ингл.)