Тун | |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | шерсть[d][1] |
---|---|
Тун Викимилектә |
Тун — (төркисә тон — күлдәк, кейем), һыуыҡтан һаҡланыу өсөн тиренән тегелгән оҙон салғыйлы өҫ кейеме. Тун күп төрки халыҡтарҙың өҫ кейеме булараҡ билдәле. Элгәре тәбиғи тиренән тегелһә, хәҙер инде яһалма мехтан да етештерәләр.
Тәбиғи тундарҙы тегеүгә һарыҡ тиреһе — мәҫәлән, мутон, ҡаракүл һәм цигейка), аҡ төлкө, көҙән, шәшке, төлкө (шул иҫ. ҡара төлкө), шиншилла, аҫ, ҡондоҙ, айыу, бүре, койот, һыуыр, опоссум[2], нутрия, ондатра, йорт ҡуяны, тейен, тарбаған, нерпа, ҡуян, тюлень, бесәй, эт, илька, янут, һыуһар, скунс[3], ҡоно, сүл бүреһе, тюлень, янут кеүек эт, төньяҡ боланы, калан, йофар, һары шәшке, бурһыҡ, ягуар, һуҡыр сысҡан (төрткө), пони, һеләүһен, мышы, ҡар барыҫы һәм башҡалар ҡулланыла.
Рәсәйҙә иң йыш шәшке, кеш, ҡаракүл һәм мутон ҡулланыла.
Башҡорт халҡында ир-ат тундары тура бесемле, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн билле, ултыртма яғалы итеп тегелгән. Тышлап та, ике яғы ла мехлы итеп тә, дупланған тиренән дә етештерәләр. Башлыса һарыҡ, һирәкләп кәзә, йылҡы, дөйә тиреһен ҡулланғандар; бүре, төлкө, ҡуян, тейен тиреһенән тегелгән тундар юғары баһаланған. Ирҙәр туны ҡушаҡ менән бәйләп , ҡайһы берҙә 1— 2 төймә менән эләктереп кейелгән. Ҡатын‑ҡыҙ тунын эстә ҡалдырып тегелгән бау менән бәйләп, төймәгә эләктереп кейгән. Билле ҡыҫҡа тундар ҙа булған. Көндәлеккә лә, байрамдарға ла кейегәндәр. Эслек өсөн Урта Азия ебәге — әҙрәс ҡулланылған. Ҡама тиреһе менән ҡырпылған, төлкө тиреһенән тегелгән тундар (баса тун, төлкө тун) кейәү егет кәләшенең әсәһенә һәм атаһына ҡалым малы булараҡ туйҙа бүләк ителгән. Был тундар инә тун һәм ата тун тип аталған.