Төрөк яны — Төркиәлә барлыҡҡа килгән һәм ҡулланылған ҡатмарлы составлы ян төрө.
Төрөк йәйәләре төрлө материалдар ҡулланып эшләнгән. Саған, ҡайын, ҡорос ағастары ҡулланылған. Йәйәнең дуғаһын яһай торған ағас пластиналарҙы, кәрәкле кәкрелек алыу өсөн, алдан киптереп, өтәләр һәм бәйләйҙәр. Йәйәнең урта өлөшөнә тотҡа, ә остарына мөгөҙ йәки һөйәк пластинкалар йәбештерәләр. Клей һеңер (сухожилие) ҡалдыҡтарынан эшләнгән. Яндың эске яғына, юлаҡ соҡоп, буйвол мөгөҙөнән пластинка йәбештерәләр. Бынан һуң йәйәнең тышҡы һәм эске яҡтары һеңер таҫма менән уратыла, ә һуңынан тышҡы яғынан осона тиклем тағы бер ҡат һеңер һәм остарына кереш өсөн мадьян йәбештерелә. Ахыр сиктә, уларҙы дымдан һаҡлау өсөн, туҙ менән уратып, бер нисә ҡат ағас лагы һөртәләр. Кереште бәрәстең йәки үгеҙҙең киптерелгән һеңеренән йәки эсәктәренән ишкәндәр. Тыныс хәлдә йәйәнең дуғаһы алға бөгөлгән, был көсөргәнешлелекте арттырырға мөмкинлек биргән[2]. Бындай уҡтарҙың тартылыу көсө 80 килограмға етә[3].
Төрөктәр йәйәнән атыуҙың «монгол» ысулын ҡулланған. Монголдар кереште баш бармаҡ ярҙамында тартҡандар. Ҡайһы берҙә улар фил һөйәгенән, көмөштән, алтындан, нефриттан эшләнгән атыу бармаҡсаһы («зекерон») ҡулланған. Һул яурынды кереш һуғылыуынан һаҡлау өсөн, күн муфта кейәләр[2].
Төрлө типтағы уҡ ҡулланылған. Уҡтар ҡарағай, ҡорос, бук ағасынан эшләнгән, киңлеге 2 сантиметр самаһы булған. Оҙонлоғо — 25,5 дюймдан (63,75 см) 25,75 дюймға тиклем (64,375 см). Уҡ ауырлығы — 7 драхм (12,39 грамм).
Ағас шымартыла, һуңынан 2 ай киптерелә, ә һуңынан тағы ла 10 көн ҡоро урында һаҡлана. Ағас осонда кереш өсөн ярым овал формаһында уйым һәм ҡаурый беркетелгән. Уҡтарҙың оҙонлоғо уртаса 75 — 80 см тәшкил итә[2].
Ян йәйә һауытында , ә уҡтар һаҙаҡта (20 — 30 уҡ һыйған) йөрөтөлгән.
Төҙләп тыу алыҫлығы 150 метрға, ә уҡтың осоу алыҫлығы 400—550 метрға еткән. Рекордты төрөк солтаны Сәлим III 1798 йылда Истанбулда үткән ярыштарҙа ҡуя, уның атыу алыҫлығы 889 м тәшкил итә[4]. Ә 1795 йылда Лондон янында төрөк илселеге секретары 441 метрға ата, шул уҡ ваҡытта инглиз рекорды 306 м тәшкил итә. Төрөк йәйәһенән атылған уҡтар башҡа төр йәйәләр менән сағыштырғанда бик ҙур тиҙлек менән оса, һәм, һөҙөмтәлә, тишеү көсө юғары була. Яҡшы уҡсы бер минут эсендә 12-гә тиклем атыу яһай алған[5].
Төркиәлә йәйәләр XV быуат уртаһына тиклем киң ҡулланылған. XVI быуатта, атыу ҡоралы таралыу сәбәпле, уларҙың хәрби роле кәмей бара, әммә улар мөһим спорт әһәмиәтен һаҡлап ҡала.
Сөләймән I һуң уҡтан атыу элекке популярлығын юғалта, әммә XVII быуат уртаһында Морат IV осоронда яңынан тергеҙелә. XVIII—XIX быуаттарҙа Төркиәлә йәйә, башлыса спорт ҡоралы булараҡ популяр була.