Уж | |
---|---|
укр. Уж | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 256 км |
Бассейн | 8080 км² |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Припять |
· Координаталар | 51°15′41″ с. ш. 30°15′52″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Ҡара диңгеҙ |
Ил | Украина |
Уж Викимилектә |
Уж (укр. Уж) — Украиналағы йылға. Житомир һәм Киев өлкәләре аша көньяҡ йүнәлештә аға. Припять йылғаһының уң ҡушылдығы, Ҡара диңгеҙ бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо — 256 километр. Киев һыуһаҡлағысына ҡоя. Чернобыль атом электр станцияһындағы авария һөҙөмтәһендә Уж йылғаһы тулыһынса радиация менән ағыуланыу кимәленең рөхсәт ителгәндән юғары булған зонаға инә.
Боронғо урыҫ телендә йылғаны «Уша» тип атағандар. Был топоним хәҙер «Уж» тип йөрөтөлгән йылға буйында урынлашҡан Ушомир ауылы атамаһында һаҡланып ҡалған.
Йылға Житомир өлкәһе Емильчин районының Сорочень ауылы янында башлана һәм артабан Полесье уйһыулығы (Украина Полесьеһы) буйлап аға. Үҙәне борма-борма, күп һанлы тармаҡтарға бүленә. Йылғаның ауышлығы 0,47 м/км. Башлыса ямғыр һәм ер аҫты һыуҙары менән тулылана.
Йылға һыуының минераллығы уртаса: яҙғы ташҡын ваҡытында — 126 мг/дм³; йәй-көҙ осоронда — 198 мг/дм³; ҡыштарын — 214 мг/дм³ тәшкил итә.[1]
Уж йылғаһы буйында Житомир өлкәһенең ошо исемдәге район үҙәктәре булған Коростеньҡалаһы һәм ҡала тибындағы Народичи ҡасабаһы (Чернобыль атом электр станцияһынан 74 километр алыҫлыҡта, Уждың Жерев йылғаһы менән ҡушылған ерендә), шулай уҡ Киев өлкәһенә ҡараған Чернобыль ҡалаһы һәм ҡала тибындағы Полесское ҡасабаһы (1993 йылға тиклем ошо исемдәге район үҙәге була, Чернобыль аварияһы айҡанлы халҡы күсерелә, 1999 йылда тораҡ пункты булараҡ иҫәптән алына, хәҙер унда үҙ теләктәре менән барған тиҫтәгә яҡын кеше йәшәй) урынлашҡан.