Ушинский Константин Дмитриевич | |
![]() | |
![]() | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған көнө | 19 февраль (3 март) 1823 |
Тыуған урыны | Тула, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 22 декабрь 1870 (3 ғинуар 1871) (47 йәш) |
Вафат булған урыны | Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы[2] |
Үлем сәбәбе | болезнь лёгких[d] |
Ерләнгән урыны | Выдубицкий монастырь[d] |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, яҙыусы, уҡытыусы |
Эшмәкәрлек төрө | педагогика һәм уҡытыусы[d] |
Эш урыны | Демидов юридик лицейы |
Уҡыу йорто | юридический факультет МГУ[d] |
Кемдә уҡыған | Пётр Григорьевич Редкин[d] |
![]() | |
![]() |
Ушинский Константин Дмитриевич (3 март 1823 йыл — 3 ғинуар 1871 йыл) — Рәсәй империяһы педагогы, яҙыусы, илдә фәнни педагогикаға нигеҙ һалыусы.
Константин Дмитриевич Ушинский 1823 йылдың 3 мартында[3] Тула ҡалаһында тыуған[4]. Уның атаһы Дмитрий Григорьевич Ушинский — отставкалағы офицер, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ваҡ поместьелы дворян. Әсәһе — Любовь Степановна улына 12 йәш саҡта вафат була.
Константин Дмитриевичтың атаһын судья итеп тәғәйенләү сәбәпле, Ушинскийҙар ғаиләһе Чернигов губернаһының ҙур булмаған өйәҙ ҡалаһы Новгород-Северскийға күсенә. К. Д. Ушинскийҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары уның атаһы ҡаланан дүрт саҡырым (верст) алыҫлыҡта, Десна йылғаһы буйында урынлашҡан бәләкәй генә именьела үтә. Константин Ушинский 11 йәшендә Новгород-Северский гимназияһының өсөнсө синыфына уҡырға инә һәм был уҡыу йортон 1840 йылда тамамлай.
Гимназиянан һуң ул Мәскәү университетының юридик факультетына уҡырға инә. Бында ул тарих профессоры Тимофей Николаевич Грановский һәм дәүләт һәм хоҡуҡ философияһы профессоры Пётр Григорьевич Редкин кеүек билдәле уҡытыусыларҙың лекцияларын тыңлай.
1844 йылда университет курсын юриспруденция кандидаты булып тамамлаған Ушинский профессор дәрәжәһенә әҙерләнеү өсөн Мәскәү университетында ҡалдырыла. Ул философия һәм юриспруденциянан тыш әҙәбиәт һәм театр менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Йәш Ушинский тағы ла ул ваҡыттағы рус йәмғиәтенең алдынғы даирәләре вәкилдәрен волновать иткән бар мәсьәләләр, шул иҫәптән (в частности) ябай халыҡ араһында грамотность һәм аң-белем таратыу юлдары шулай уҡ йәш Ушинскийҙың да иғтибарынан ситтә ҡалмай.
![]() | |
---|---|
![]() |
К. Д. Ушинскийҙың бронза портреты. Скульпторы: УССР-ҙың халыҡ рәссамы Александр Павлович Скобликов УССР |
Константин Дмитриевич Ушинский буласаҡ ҡатыны — Надежда Семёновна Дорошенко менән йәшлек йылдарында Новгород-Северский ҡалаһында таныша. Ул сығышы менән боронғо казактар нәҫеленән[4]. 1851 йылдың йәйендә, Ушинский Чернигов губернаһында эш сәфәрендә булғанда, улар өйләнешә.
Вера ҡыҙы (ире буйынса фамилияһы Пото) үҙ аҡсаһына Киевта ирҙәр өсөн К. Д. Ушинский исемендәге Ҡала ирҙәр училищеһын, ә аса. Надежда ҡыҙы атаһының әҫәрҙәрен һатыуҙан килгән аҡсаға Богдановка ауылындағы Ушинскийҙың йортонда башланғыс мәктәп аса.
Ушинскийҙың педагогик системаһы нигеҙе — халыҡ мәғарифын демократизациялау талабы һәм тәрбиәнең халыҡсанлыҡ идеяһы. Уның педагогик фекерҙәре «Детский мир» (1861) һәм «Родное слово» (1864) исемле тәүге уҡыу китаптарында һәм «Человек как предмет воспитания. Опыт педагогической антропологии» (2 т. 1868—1869) тигән фундаменталь хеҙмәтендә, шулай уҡ башҡа педагогик яҙмаларында сағылыш тапҡан.
Педагог тәҡдим иткән план буйынса Кавказ аръяғы уҡытыусылар семинарияһы әзербайжан бүлегенең беренсе инспекторы Алексей Осипович Черняевский 1882 йылда беренсе синыф уҡыусылары өсөн «Вэтэн дили» («Родная речь») дәреслегенең 1-се өлөшөн төҙөй. Был әсбаптың башланғыс мәктәптең икенсе-өсөнсө синыфтары өсөн тәғәйенләнгән 2-се өлөшөн ул уҡыусыһы Сәфәрали бек Велибеков менән берлектә 1888 йылда яҙа. Был дәреслектәрҙә Ушинский тәҡдим иткән һәм уҡытыу процесын еңеләйткән «тауыш методы» ҡулланыла. Авторҙар А. О. Черняевский менән С. Г. Велибеков баҫманың баш һүҙендә «Вэтэн дили» Константин Ушинскийҙың педагогик принциптарына нигеҙләнгән тип билдәләй.
![]() |
Ушинский Викиөҙөмтәлә |
---|---|
![]() |
Ушинский Викимилектә |
![]() |
Ушинский Викияңылыҡтарҙа |
(НПБ им. К. Д. Ушинского РАО).