Фарсы ҡултығында һуғыш | |
Урын | Күвейт, Сәғүд Ғәрәбстаны, Ираҡ, Израиль һәм Ғәрәп ярымутрауы |
---|---|
Башланыу датаһы | 2 август 1990 |
Тамамланыу датаһы | 28 февраль 1991 |
Ҡатнашыусылар | Республика Ирак[d], Сәддам Хөсәйен, Джабер аль-Ахмед аль-Джабер ас-Сабах[d], Джордж Герберт Уокер Буш[d], Джон Мейджор[d], Маргарет Тэтчер, Күвейт, Америка Ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия, Франция, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Австралия |
Фарсы ҡултығында һуғыш Викимилектә |
Газинур галиянда килден войнахын бишлей бишенсе октябрь иандалан чикалдан гошанын кирпичан заводтар гибеляй
Кувейтҡа XVIII быуатта Ғәрәбстандың һәм Катар ярымутрауының эске райондарынан Фарсы ҡултығы ярына күсеп килгән бедуин кландары (ырыуҙары) төркөмө нигеҙ һала. Кувейттың статусы ярайһы уҡ билдәһеҙ була: Ғосман империяһы уны үҙ территорияһының бер өлөшө тип иҫәпләй, ғәмәлдә Кувейт шәйехтәре Истанбулға бәйле булмаған бойондороҡһоҙ сәйәсәт үткәрә. XIX быуат аҙағында Кувейт Бөйөк Британия бойондороҡлоғона эләгә, ә 1920 йылда рәсми рәүештә Британия империяһының протектораты була. Ул 1961 йылда бойондороҡһоҙлоҡ яулай.
Һуғыш башланып китеүҙең төп сәбәптәре: бай нефть ятҡылыҡтары өсөн көрәш, 1990-сы йылдарҙа яғыулыҡ баҙарының торошо һәм Яҡын Көнсығышта барлыҡҡа килгән тарихи хәл. Бәләкәй генә Кувейт (ни бары Әл-Кувейт ҡала-порты, уның янында ятҡан ҙур булмаған өлкә һәм бер нисә бәләкәй уртау) һәр ваҡыт көслө һәм бай державаларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Оҙаҡ ҡына ваҡыт Кувейт Британия колониаль империяһының бер өлөшө була, ләкин колониаль статус бында, әйтәйек Һиндостан менән сағыштырғанда, әллә ни ауыр булмай. 1930-сы йылдарҙа бында ғәйәт ҙур нефть ятҡылығы табыла. 1961 йылда бойондороҡһоҙ дәүләткә әүерелә, ә 1970—1980 йылдарҙа көнбайышҡа нефтте төп ҡуйыусы булып китә. Нефть экспорты бик табышлы тармаҡ була: һанаулы ғына йылдарҙа ярлы Кувейт төбәктең иң бай илдәренең береһенә әйләнә. Кувейттың уңыштары күршеләренә: Сәғүд Ғәрәбстаны менән Иракҡа тынғылыҡ бирмәй. Ике ил дә Кувейтты үҙенә ҡушырға теләй, шуға ла Кувейттың артабанғы үҫешенә аяҡ салырға тырыша. Багдад Кувейтты борондан үҙ ере тип иҫәпләй һәм бойондороҡһоҙ дәүләткә әйләнгән көндән алып был бәләкәй әмирлеккә дәғүә итә. Ул дәүерҙә Ирак төбәктең иң ҡеүәтле дәүләттәренең береһе була. Көслө армияға эйә булыуы ла Багдадҡа Яҡын Көнсығышта лидер булыуға дәғүә итеү мөмкинлеген бирә. 1988 йылда Ирак-Иран һуғышында Ирак еңеп сыға. Был конфликтта Кувейт әмире Ирак яҡлы була, сөнки ул мәлдә Иранда Ислам революцияһы башланып ҡына торған саҡ була, шуға күрә төбәктең күп кенә дәүләттәре революция ялҡынының уларға күсеүенән хәүефләнә. Кувейт Ирак властарына хәрби кампанияны алып барыу өсөн үтескә 15 млрд доллар тирәһе аҡса бирә. Һуғышты еңеп сығыуына ҡарамаҫтан, Ирак һуғыш аҙағында хәлһеҙләнә, ҡаҙнаһы бушап ҡала, халҡы ҡырыла. Ирак, тәрән иҡтисади кризис кисереү сәбәпле, Кувейтҡа бурысын ҡайтарып бирә алмай, шуға ул үҙ «уйынын» башлап ебәрә. 1990 йыл яҙының аҙағы һәм йәй башында Әль-Кувейтҡа бер нисә дәғүә белдерә. Ғәрәп илдәре башлыҡтары съезында Ирак башлығы — Саддам Хөсәйен — ОПЕК-тың күп кенә илдәре Ирак иҡтисадының үҫешенә аяҡ сала, тигән белдереү яһай. Уның белдереүендә илдәрҙең атамалары яңғырамаһа ла, бөтәһе лә һүҙҙең Кувейт һәм Сәғүд Ғәрәбстаны тураһында барыуын аңлай. Шуға ла, тип дауам итә ул, нефткә хаҡ төшә, һәм Ирак көнбайышҡа ебәргән яғыулығына тейешле аҡсаны алып еткермәй. (Был дәғүне ғәҙел тип иҫәпләргә лә мөмкин: шул ваҡиғалар алдынан нефткә хаҡ, ысынлап та, 18 долларҙан 7 долларға тиклем түбәнәйә, ә Саддам, баррель 25 доллар торорға тейеш, тип иҫәпләй); Кувейтҡа шулай уҡ Дипломатик нота ебәрелә. Унда, Кувейт ауыш быраулау ысулын ҡулланып, Ирак ятҡылыҡтарынан нефть һура, тигән ғәйеп ташлана. Саддам Хөсәйен Ирак бурысын тулыһынса юҡҡа сығарыуҙы һәм Багдад ҡаҙнаһына 2 млрд доллар күсереүҙе талап итә. Кувейт ҡырҡа баш тарта һәм Ирактың үҙен нефть урлауҙа ғәйепләй. Был конфликтта Сәғүд Ғәрәбстаны Кувейт яғында, ә Иран Ирак яғында була. Күп кенә ғәрәп илдәре был конфликтты бөтөрөргә тырыша. Мысыр президенты Хөсни Мөбәрәк һөйләшеүҙәр алып барыу мәлендә аралашсы ролен үтәргә ризалаша. 1 августа Джиддала (Сәғүд Ғәрәбстаны) һөйләшеүҙәр башлана, ләкин параллель рәүештә Ирак сик буйына хәрби контенгынтын туплай. Һөйләшеүҙәр барышында Кувейт күршеһенең бөтә талаптарын да кире ҡаға, һәм һуғыш ҡотолғоһоҙ була.
1990 йылдың 2 авгусында төндә Ираҡ армияһының дүрт регуляр дивизияһы Кувейтҡа баҫып инә. Дошмандың тулы хәрби өҫтөнлөгө арҡаһында Кувейт ҡораллы көстәренең ер өҫтө подразделениелары уларҙы тотҡарлау алыштарын ғына алып бара, шул уҡ ваҡытта Сәғүд Ғәрәбстаны территорияһына сигенә. Кувейт Хәрби-Һауа көстәре авиацияһының төп өлөшө Сәғүд аэродромдарына күсергә өлгөрә. Көн аҙағына Кувейттың баш ҡалаһы Ираҡ көстәре контроле аҫтында ҡала.
Кувейтты оккупациялау буйынса операцияның уңышы Ирактың баҫып ингән ғәскәре Кувейт милли армияһынан байтаҡ сифатлы булыуы менән билдәләнә. Һанлы өҫтөнлөк һәр ваҡыт Ираҡ яғында булмай, Ираҡтың танкылары һәм авиациялары күберәк була, ә бына Ирактың флоты Кувейт флотынан күпкә ҡалыша. Мәҫәлән, Кувейттың 30-ҙан ашыу хәрби карабы һаҡлаған төп хәрби-диңгеҙ базаһы Эль-Кулайа Ирак армияһының ике генә ракета катеры менән баҫып алына.[1] Шуға ҡарамаҫтан Ираҡ Кувейт кризисының артабанғы үҫешенә йоғонто яһаған етди уңышһыҙлыҡҡа дусар була: Ираҡ спецназы Кувейт хакимы, әмир Джабер Өсөнсөнө ҡулға ала алмай. Әмирҙе ҡулға алыу маҡсатында Әль-Кувейтҡа төшөрөлгән вертолет десантын илдең Һауа һөжүменә ҡаршы көстәре атып төшөрә, ирактың спецназы, бик күп юғалтыуҙар кисереп, сигенергә мәжбүр була. Әмир Сәғүд Ғәрәбстанына эвакуациялана, әммә уның ҡустыһы дошман һарай комплексын штурмлағанда һәләк була.
2 августа уҡ БМО-ның Именлек Советы 660-сы резолюция ҡабул итә[2], унда БМО баҫып инеүҙе тәнҡитләй һәм Ираҡтан кисекмәҫтән үҙ ғәскәрҙәрен Кувейттан сығарыуҙы талап итә. Ираҡ етәкселеге был резолюцияны һанға һуҡмай. Кувейтта «ваҡытлы хөкүмәт» урынлаштырыла, шул «Ваҡытлы хөкүмәт» Ираҡҡа Кувейтты үҙ составына индереүҙе һорап мөрәжәғәт итә. 6 августа БМО-ның Именлек Советы Ираҡ менән сауҙа итеүгә эмбарго индереүҙе күҙҙә тотҡан 661-се резолюцияны ҡабул итә[3].
8 августа Кувейттың баҫып алыныуы тураһында иғлан ителә. Илдең бер өлөшө Ираҡтың Басра провинцияһына ҡушыла, ә ҡалған территория 28 августа Ираҡтың 19-сы провинцияһы тип иғлан ителә. Әл-Кувейт ҡалаһы Кадхиму тип үҙгәртелә.[4] Сәғүд Ғәрәбстанына Кувейт ҡасаҡтары ағыла башлай.
БМО-ның Именлек Советы даими рәүештә Кувейт кризисына әйләнеп ҡайтыуын һәм резолюциялар ҡабул итеүен дауам итә (дөйөм алғанда, йыл аҙағына 12 резолюция ҡабул ителә). Ираҡҡа бер нисә санкция һалына, диңгеҙ блокадаһы индерелә. Быға яуап итеп, Ираҡта санкциялар индереүҙә ҡатнашҡан дәүләттәрҙең граждандары ҡулға алына. Был кешеләр ысынында аманат хәлендә була һәм Ираҡ тарафынан сәйәси манипуляция өсөн ҡулланыла. Тик декабрҙә генә Ираҡтағы сит ил граждандарының проблемаһы тулыһынса хәл ителә.
Шул уҡ ваҡытта донъя йәмәғәтселегенә оккупацияланған Кувейтта ираҡ һалдаттарының күп һанлы мародёрлыҡ факттары билдәле була. «Известия» гәзите хәбәрсеһе Борис Иванов та илдең элекке баш ҡалаһында күргәндәре тураһында яҙып сыға.
Саддам Хөсәйен ғәскәрҙәре Кувейттың бик күп бронетехникаларын баҫып ала.[5]
Кувейт оккупацияланғандан һуң Кувейт—Сәғүд Ғәрәбстаны сиген Ираҡ ҡораллы көстәренең эре төркөмө һаҡлай. Шунда уҡ тиерлек Ираҡ хәрбиҙәренең илдәр араһындағы халыҡ-ара сиген боҙоуына бәйле сик инциденттары була башлай. Ираҡ президенты Саддам Хөсәйендең ниндәй һөҙөмтәгә өлгәшергә теләүе асыҡланмай. Көнбайыш аналитиктарының ҡайһы берҙәре, хәҙер Ирак баҫып инеүҙе кире ҡағыу өсөн етерлек һанда армияһы булмаған Сәғүд Ғәрәбстанына баҫып инергә тырышасаҡ, тип фаразлай. Ғәйәт ҙур нефть запасына эйә булған ике илгә контроллек итеү Иракҡа донъялағы нефть баҙарына һиҙелерлек йоғонто яһау мөмкинлеген бирә. Ошонан хәүефләнеп, Сәғүд Ғәрәбстаны АҠШ-ҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. 7 августа Сәғүд Ғәрәбстанына Америка ғәскәрҙәре килә башлай. Илдең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса операция Сүллек ҡалҡаны (Desert Shield) тип атала.
1990 йылдың 29 ноябрендә, Ираҡты кризисты тыныс көйләүгә ылыҡтырырға маташыуҙар уңышһыҙлыҡ менән тамамланғандан һуң, БМО-ның Именлек Советы 678-се резолюцияны ҡабул итә[6]. Резолюция Ираҡҡа Кувейтты оккупациялауҙы туҡтатыу өсөн ярты ай ваҡыт бирә. Әгәр шулай булмаһа, Кувейт хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек иткән БМО-ға ҡараған дәүләттәр 660-сы (1990) резолюцияны, шулай уҡ артабанғы резолюцияларҙы үтәү, халыҡ-ара тыныслыҡ урынлаштырыу һәм төбәктә хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн талап ителгән бөтә сараларҙы ла күрәсәк, тип әйтелә һуңғы резолюцияла. Был инде БМО-ның шул мәлгә ойошҡан Күп милләт көстәре (МНС) коалицияһына Кувейтты азат итеү буйынса хәрби операция үткәреүгә хоҡуҡ биреүен аңлата[2].
Төрлө сығанаҡтарҙа МНС илдәренең хәрби төркөмдәренең һәм улар бирелгән техника һәм кәрәк-яраҡтарҙың төрлө һаны күрһәтелә. Түбәндә дөйөмләштерелгән мәғлүмәттәр килтерелә.
1991 йылдың 17 ғинуарында МНС ғәскәрҙәре Кувейтты азат итеү буйынса хәрби операция башлай.
1991 йылдың 17 ғинуарында контактһыҙ фаза: һауа һөжүме, унда 1000-гә тиклем самолет йәлеп ителә. Ираҡ Сауд Ғәрәбстанының (һуғышта ҡатнаша) һәм Израиль (һуғышҡа ҡатнаша) территорияларын баллистик ракеталар менән утҡа тота һәм Фарсы ҡултығына нефть ағыҙыу кеүек экологик акци яҡуллана.
1991 йылдың 29 ғинуарында Хафджи янындағы алыш.
1991 йылдың 24 февралендә Кувейтты азат итеү һәм уға бойондороҡһоҙ дәүләт статусын тергеҙеү менән тамамланған ерҙә үткәрелгән операция.[8]. Ул "Сүллек ҡылысы " операцияһы исемен ала.
26 февралдә Саддам Хөсәйен радио аша сығышында ираҡтарҙы коалицион көстәрҙе еңеүе менән ҡотлай, әммә Ираҡ ғәскәрҙәренең Кувейтты ташлап китергә мәжбүр булыуын таный. 28 февралдә иртән ул Ираҡ тарафынан БМО-ның бөтә талаптарын да ҡабул итеүен иғлан итә. 3 мартта Норман Шварцкопфф һәм Халедн Солтан баҫып алынған Ираҡ баҫып алған Сафван авиабазаһында Ираҡ вәкилдәре менән утты туҡтатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуя.
Ер өҫтө операцияһы 100 сәғәт дауам итә. Дүрт тәүлек эсендә МНС ғәскәрҙәре Кувейтты тулыһынса азат итә һәм Ираҡ территорияһының яҡынса 15 процентын биләй. Һуғыш яланында һөжүм барышында МНС һәм Ираҡтың юғалтыуҙары нисбәте Ираҡтың бер юҡ ителгән дивизияһына яҡынса бер үлтерелгән МНС һалдатын тәшкил итә.[9]
Халыҡ-ара коалицияның юғалтыуҙары буйынса мәғлүмәттәр тарҡау. тик АҠШ-тың юғалтыуҙары буйынса ғына тулы мәғлүмәттәр бар.
Ираҡтың махсус хеҙмәттәре, шулай уҡ бөтә донъя буйынса таралған төрлө төркөмдәр һуғыш барышында һәм унан һуң Ираҡҡа ҡаршы коалиция илдәренең хәрбиҙәренә һәм чиновниктарына ҡаршы диверсиялар үткәрә.
Ираҡ пропагандаһы һуғышты, «Кувейт режимына ҡаршы баш күтәргән халыҡҡа ярҙам күрһәтеү» һәм «британ колонизаторҙары һайлап алған ираҡ ерҙәрен»[10] кире ҡайтарыу өсөн башланды, тип аңлата.[11]