Фемида | |
Мифология | |
---|---|
Грексә яҙылышы |
Θέμις, Θέμιδος |
Заты |
ҡатын-ҡыҙ |
Шөғөлө |
ғәҙел хөкөм алиһәһе |
Туғандары |
Рея[1], Иапет[d], Кронос, Гиперион[d], Тейя[d], Океан (мифология) һәм Тефида[d] |
Тормош иптәше | |
Атрибут |
ҡулдарында үлсәү һәм ҡылыс, күҙҙәрендә бәйләмес |
Фемида Викимилектә | |
Фемида, шулай уҡ Темида, Темис (бор. грек. Θέμις, Θέμιδος, лат. Themis) — боронғо грек мифологияһында ғәҙел хөкөм алиһәһе, титанида, Зевстың икенсе ҡатыны. Гомер «Одиссея»һында телгә алына (II 68)[2]. Римлеләрҙә — Юстиция.
Күҙҙәрендә бәйләмес менән, ҡулдарында үлсәү һәм ҡылыс менән һүрәтләнә[⇨].
Ситләтеп әйтелгән рәүештә Фемида — ғәҙел хөкөм, закон; Фемида үлсәүе — ғәҙел хөкөм символы; Фемиданың хеҙмәт итеүселәре (хеҙмәтселәре, ҡанбабалары) — закон хеҙмәтселәре, судьялар[3][4].
Фемида — Уран һәм Геяның ҡыҙы[5], титанида. Зирәклек алиһәһе Метиданан (Метис) һуң, Зевстың икенсе ҡатыны[6].
Зевс менән союздан ул өс Орҙы («ваҡыт», йәки боронғо грек мифологияһында йыл миҙгелдәре алиһәләрен) таба[7]: Эвномия («алла ҡануны»), Дике («ғәҙеллек») Эйренаны («Тыныслыҡ»)[8]; һәм, мифтың бер варианты буйынса, өс Мойраны (боронғо грек мифологияһында яҙмыш алиһәләрен) Клото («Еп иләүсе»), Лахесис («Яҙмыш»), Атропосты («Ҡотолғоһоҙ») тыуҙыра.
Эсхилға ярашлы, Фемида — Прометейҙың әсәһе[9], шул уҡ ваҡытта уның образы Гея ер менән яҡынлаша һәм уға тап килә[10][11]. Күрәҙәлек һәләтенә эйә булған Фемида Прометейға сер аса: Зевстың Фетидаға өйләнеүе Зевсты ҡолатасаҡ улын тыуыуға килтерә[12][13]. Миф версияһы буйынса, Геянан ул Дельфий оракулы ала, унда күрәҙәлек ҡыла, һәм уны үҙенең һеңлеһе Фебаға тапшыра, ә тегенеһе уны үҙенең ейәне Аполлонға бүләк итә[14].
Фемида Зевсҡа Троя һуғышын башларға ярҙам итә[15].
Гомер буйынса, ул Зевстың Олимпта ихтыярын иғлан итә, тәңреләрҙе кәңәшкә саҡыра[6][16]. Юғары тәңренең әмерҙәрен кешеләргә еткерә.
Фемида беренсе булып күрәҙәселәргә, ҡорбан килтереүҙәргә һәм дини йолаларға өйрәтә[17]. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, героик гексаметр уйлап таба[18]. Ул һиндтарҙа диндарлыҡ тәрбиәләй[19].
Олимпия мифологияһы алиһәһе булараҡ, Фемида инде ер менән тиңләштерелмәй (Гея менән), ә уның тыумышы була, Зевс ҡатыны булараҡ, хоҡуҡ тәртибенең нигеҙе булып тора[10].
Олимпияла Стомион янында (Ауыҙ, Тишек) Геяның миһрабы янында уның оракулы менән һәм Зевс миһрабы янында Фемиданың ҡорбан килтереү урыны була[20][10].
Фемида бөйөк алиһә була, ул ике миҙгелгә бүленгән йәйге һәм ҡышҡы ҡояш торошо менән 13 айлыҡ йыл менән идара итә. Афинала был замандарҙың кәүҙәләнеше булып Талло менән Карпо тора, был «сәскә атыу» һәм «өлгөргән емеш» илаһтарын аңлата.
Микен дәүерендә «фемис» һүҙе ауыл исемдәрендә осрай: ti-mi-to a-ke-e (Фемисто Агее?), te-mi-ti-ja (Фемистия?)[21].
Уға LXXIX орфик гимн бағышлана
Алиһә исеме менән 1853 йылда асылған Фемида астероиды (24) аталған. Юстиция хөрмәтенә 1887 йылда асылған Юстиция астероиды (269) аталған.
Фемиданы күҙҙәрендә бәйләмес менән һүрәтләйҙәр, был ғәҙел ҡарашты символлаштыра бер ҡулында үлсәү, икенсеһендә ҡылыс менән — бындай киң таралған һүрәтте ул гректарҙан образын Юстиция рәүешендә үҙләштергән римлеләрҙән ала. Римлеләр уның ҡулына ҡылыс урынына муллыҡ мөгөҙө һала[2][22], башта уның бер ниндәй ҙә бәйләмесе булмай[23], ғөмүмән, ул үлсәүҙәр һәм муллыҡ мөгөҙө менән һүрәтләнә[24].
Үлсәү — үлсәмдең һәм ғәҙеллектең боронғо символы. Ғәҙел хөкөм үлсәүҙәрендә изгелек һәм яуызлыҡ, тере саҡта башҡарылған эштәр үлсәнә. Үлгәндән һуң кешеләрҙең яҙмышы ниндәй туҫтаҡтың өҫтөнөрәк булыуына бәйле. Фемида ҡулындағы муллыҡ мөгөҙө — хөкөм алдына баҫҡан кешегә түләнеү йәки түләнмәү символы[25].