Хамеро де Медина Люсила | |
исп. Lucila Gamero de Medina | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Гондурас |
Тыуған көнө | 12 июнь 1873 |
Тыуған урыны | Данли[d], Эль-Параисо[d], Гондурас |
Вафат булған көнө | 23 ғинуар 1964 (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Тегусигальпа[d], Гондурас |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Испан теле |
Һөнәр төрө | романист, суфражистка, яҙыусы, хоҡуҡ яҡлаусы, табип |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1955 |
Люсила Хамеро де Медина (исп. Lucila Gamero de Medina; 12 июнь 1873 йыл, Данльи, Гондурас — 23 ғинуар 1964, шунда уҡ) — Гондурас яҙыусыһы, Үҙәк Америкала роман баҫтырып сығарыусы беренсе ҡатын-ҡыҙ. Әҙәби тәнҡитсе Луис Марин-Отеро уны «гондурас әҙәбиәтенең бөйөк ҡатыны» тип атай. Медицина һәм фармакологияны өйрәнгән, университет та уҡымаһа ла медицина факультеты деканынан хирург һәм табип дипломын ала. Дауахананы етәкләй һәм тыуған департаментында санитар инспекторы булып эшләй. Феминист. Гондурастың Феминистар комитетына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Люсила Хамеро-Монкада 1873 йылдың 12 июнендә Данлиҙа Мануэль Хамеро һәм Камилли Монкадо ғаиләһендә тыуған[2]. Урта белемде Колехьо-Ла-Эдукасьонда ала[3] һәм уны сит илдә дауам итергә теләй (медицина өйрәнергә), ләкин был килеп сыҡмай[4]. Яҙыусының атаһы табип була һәм уны дауалау эштәренә һәм фармакологияға өйрәтә[5]. Ул атаһының клиникаһында эшләй һәм ғаилә аптекаһы менән идара итә[4]. Һуңыраҡ яҙыусы медицина факультеты деканы Мануэль Суниганан медицина дипломы ала. 1924 йылда ул Данлиҙа Сангре госпиталенең етәксеһе була, ә 1930 йылда Эль-Парайсо департаментында санитар инспекторы булып хеҙмәт итә[6].
Люсила Хамеро-Монкада бала саҡтан яҙа башлай[7]. 1891 йылда уның әҫәрҙәре «Ла-Хувентуд Ондуренья» (Гондурас йәштәре) журналында тәүге тапҡыр баҫылып сыға[2]. Хамеро Гондураста роман яҙыусы һәм баҫтырып сығарыусы беренсе ҡатын-ҡыҙ була. Был әҫәре 1892 йылда Фроилан Турсиос[4] мөхәррирлеге аҫтында аҙналыҡ «Эль-Пенсамьенто» гәзитендә бүлектәр менән баҫылып сыҡҡан «Амалия Монтьель» романы була[5]. Киләһе йылда «Адриана и Маргарита» исемле икенсе романы айырым баҫма менән сыға.
Хамероның әҫәрҙәре стиле Латин Америкаһы әҙәбиәтенең һуңғы осор романтик осорона ҡарай. Мөхәббәт һәм ғаилә — яҙыусының күпселек әҫәрҙәренең төп темаһы. Люсила Хамероның иң билдәле романы «Бланка Ольмедо» — Гондураста сиркәүҙе туранан-тура ғәйепләүсе мөхәббәт тарихы, был Гондурас әҙәбиәтендә быға тиклем булмаған күренеш була. «Бланка Ольмедо» романы XX быуат башында Гондурас әҙәбиәтендә иң әһәмиәтлеләрҙең береһе һанала[8]. Яҙыусының әҫәрҙәре Гондурас университтеарының һәм юғары уҡыу йорттарының әҙәбиәт буйынса уҡыу программаларына индерелгән. Люсила Хамеро үҙе XIX быуат аҙағы Үҙәк Америка яҙыусыларының иң мөһиме тип һанала[5]. Яҙыусы Үҙәк Американың күп һанлы әҙәби ассоциациялары ағзаһы, Гондурас тел академияһы ағзаһы булып тора. 1949 йылда ул үҙенең автобиографияһын баҫтырып сығара[7].
Хамеро шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың Гондураста тауыш биреү хоҡуғы өсөн көрәштә ҡатнаша[9]. 1924 йылда ул Икенсе Панамерика ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһында делегат була[10]. 1946 йылдың 2 февралендә Панамерика феминистар йәмғиәтенә нигеҙ һалыуҙа, ә 1947 йылдың 5 мартында ҡатын-ҡыҙҙарға сәйәси хоҡуҡтар тәьмин итеү маҡсатында Гондурастың феминистар комитетын (Америка-ара ҡатын-ҡыҙҙар комиссияһы менән берлектә) ойоштороуҙа ҡатнаша. Яҙыусының мәҡәләләре Гондураста иң әһәмиәтле феминистик баҫма булған «Мухер Американа» (Америка ҡатын-ҡыҙы) журналында сыға[11]. Хамероның ире Хильберто Медине, унан ҡыҙы Аида-Кора һәм улы Хильберто-Густаво була. Люсила Хамеро-Монкада 1964 йылдың 23 ғинуарында Данлиҙа вафат була.