Чудь | |
Чудь Викимилектә |
Чудь — хәҙерге Рәсәй Федерацияһы территорияһында боронғо заманда йәшәгән боронғо урыҫ ҡәбиләләренең һәм халыҡтарының йыйылма, ҡағиҙә булараҡ, балтик буйы-фин төркөмө (водь, весь, сумь, емь, ижора, эст һәм башҡа халыҡтарҙың) атамаһы.
"Чудь" һүҙе тәүҙә «естланд йә финланд»тарҙы аңлатҡан, тип 1734 йылдан профессор Або Альгот Скарина (1684-1771) үҙенең «De gentis priscæ Varegorum originibus» диссертацияһында яҙа[1]. Рәсми документтарҙа был этноним XIX быуат аҙағына тиклем Рәсәй империяһында ҡулланылып тора, тик был һүҙҙе ҡулланыуҙа илдә бер төрлөлөк булмаған була, «чудь» һүҙе менән төрлө төркөмдәрҙе билдәләргә лә мөмкин булған: "чудь" һәм "финн" һүҙҙәренең синоним булыуы ла мөмкин булған, ә ҡайһы саҡта «карел» һүҙен дә аңлатҡан, был осраҡта беренсе төркөм «чудь/чухарь тығыҙ мәғәнәлә» һәм икенсе төркөмө водь/эсте — «чухна» һүҙен аңлатҡан[2].
Халыҡ версияһы буйынса «чудь» һүҙенең килеп сығышы «чудный», йәғни непонятный(аңлайышһыҙ, ғәжәп) һүҙенән килеп сыҡҡан тип аңлатыла, шулай уҡ Чудь күленең атамаһы ла шул урыҫтарҙың Чудь күле янында ғүмер иткән эст һәм фин-угор халыҡтарының телен аңламағанлыҡтан, уларҙы "чудь (ғәжәп, аңлайышһыҙ)" тип атаған һүҙенән килеп сыҡҡан, тип аңлатыла[3], шулай уҡ «чужой (сит, ят)» сифаты менән дә аңлатыла. Әммә ҡайһы бер фин-уғыр телдәрендә был һүҙ мифологик персонажды ла аңлатҡан (түбәнерәк һүрәттә ҡарағыҙ). Махсус этимологик эштәрҙә был һүҙ менән башта көнсығыш германдарҙы бәлки, готтарҙы атағандар, тип тә ғалимдар тарафынан фараз ҡылына[4]. Моғайын, бының сығанағы — готтарҙың þiudа («народ») һүҙенән алынған, ул праиндоевропа килеп сығышлы һүҙҙер, моғайын, тип гипотеза ҡоролған.
Рәсәй Федерацияһында Чудь этнонимынан барлыҡҡа килгән тораҡ пункттар атамалары, шул иҫәптән Чудово ҡалаһы, шулай уҡ бер нисә гидроним, мәҫәлән, Чудь күле һәм, бәлки, Чуть йылғаһы ла бар.