Чунци́н (ҡыт. ғәҙәти 重慶, ябайл. 重庆, пиньин: Chóngqìng) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының үҙәк өлөшөндә үҙәк әһәмиәтендәге ҡала. Был категориялағы дүрт административ берәмектән иң ҙуры. 2009 йылда ҡала биләмәләрендә 32,75 миллион кеше теркәлгән; шул уҡ ваҡытта уның төп өлөшө урбанлаштырылған зонанан ситтәрәк йәшәй.
Чунцин тулы һыулы Янцзы йылғаһына Цзялинцзян ҡойған урында нигеҙләнгән. 2006 йылда Санься быуаһы төҙөлөшө тамамланғандан һуң, барлыҡҡа килгән һыуһаҡлағыс Чунцинға тиклем барып еткән, был эре караптарға ҡала портына килергә мөмкинлек биргән. Уңдырышлы Ҡыҙыл Бассейндың көнсығыш ситендә урынлашыуы ҡаланың үҫеүен тиҙләткән. Ҡала өс тау һырттары менән уратылған: төньяҡта Дабашань, көнсығышта Ушань һәм көньяҡта Далушань. Убалы ландшафт арҡаһында Чунцинды «таулы ҡала» (Шаньчэн) тип атайҙар. Ул диңгеҙ кимәленән 243 метр бейеклектә урынлашҡан.
Чунцин көнсығышта Хубэй һәм Хунань, көньяҡта Гуйчжоу, көнбайышта Сычуань һәм төньяҡта Шэньси провинциялары менән сиктәш. Ҡала, ҡала яны һәм өлкә районы аша 80 йылға аға, уларҙың араһында иң ҙурҙары Янцзы, Цзялинцзян, Уцзян, Фуцзян, Чицзян һәм Даниньхэ.
Үҙәк буйһоноуындағы ҡаланың сиктәре көнсығыштан көнбайышҡа табан 470 километрға һәм төньяҡтан көньяҡҡа табан 450 километрға һуҙылған. Уның дөйөм 82 403 км², шуларҙың 1473 км² (1,79 %) урбанлаштырылған зона биләй, ә 80 930 км² (98,21 %) ҡала яны һәм ауыл райондары тура килә. Шул уҡ ваҡытта илдә ҡабул ителгән территориаль бүленештең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк: Ҡытайҙа «тораҡ пункт» тигән рәсми төшөнсә юҡ, ә «үҙәк буйһоноуындағы ҡала» — шул уҡ «провинция» кеүек административ берәмек булып тора. Чунцин үҙәк буйһоноуындағы ҡалаға 31 район, 8 өйәҙ һәм 4 автономлы өйәҙ ҡарай. Шул уҡ ваҡытта Чунцин үҙәк буйһоноуындағы ҡала тотошлай йорттар һәм юлдарҙан тормай.
Чунциндың Статистика департаменты мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда урбанлаштырылған халҡының иҫәбе 19 706 800 кеше, ә ауыл халҡыныҡы — 11 044 800 кеше[13].
Ҡыҫҡа һәм сағыштырмаса йомшаҡ ҡыш һәм эҫе, һауаның юғары дымлыҡлы йәй. Октябрҙән апрелгә ҡәҙәр һауаның юғары дымлылығы арҡаһында йыш ҡына ҡуйы томандар күҙәтелә. Шунлыҡтан ҡалаға «Томандарҙың баш ҡалаһы» (ҡыт. ябайл. 雾都, палл.: Уду) тигән ҡушамат биргәндәр.
Чунцин субтропик зонала урынлашҡан. Йыллыҡ уртаса температура 18,2 °C тәшкил итә. Ҡышын 6-8 °C тиклем төшә, ә йәйен 27 һәм 38 °C араһында тирбәлә. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 1000—1100 мм тәшкил итә.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 9,5 | 11,6 | 16,8 | 22,2 | 25,9 | 28,1 | 32,2 | 32,8 | 26,5 | 21,3 | 15,7 | 10,9 | 21,1 |
Уртаса температура, °C | 7,6 | 9,3 | 13,9 | 18,7 | 22,5 | 24,8 | 28,4 | 28,7 | 23,5 | 18,8 | 13,6 | 9,1 | 18,2 |
Уртаса минимум, °C | 5,6 | 6,9 | 10,9 | 15,1 | 19 | 21,5 | 24,5 | 24,5 | 20,4 | 16,2 | 11,5 | 7,2 | 15,3 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 20 | 21 | 37 | 102 | 159 | 166 | 171 | 138 | 149 | 96 | 53 | 26 | 1138 |
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория |
3 мең йыл элек барлыҡҡа килгән. Борон Ба батшалығының баш ҡалаһы булған һәм Цзянчжоу атамаһын йөрөткән. «Чунцин» («икеләтә тантана») атамаһы 1189 йылда барлыҡҡа килгән, был ваҡытта Сун империяһы императоры Сяо-цзундың өсөнсө улы Гунчжоу өлкәһенең начальнигы булып китә һәм «Гун кенәзе» (恭王) титулын ала, һәм шул уҡ йылда атаһы властан киткәс Гуан-цзун исеме аҫтында император булып китә. Ваҡиға хөрмәтенә Гунчжоу өлкә(чжоу) статусынан идаралыҡ (фу) статусына тиклем күтәрелгән; ә был йылда Гуан-цзунға ике тапҡыр статусының күтәрелеүен билдәләргә тура килгәс, ул Гунчжоуҙы Чунцинфу («Ике тантаналы идаралыҡ») тип үҙгәртергә бойорған.
1891 йылда унцин асыҡ порт булып китә, бында таможня булдырыла, караптар йөрөшөндә, сауҙала, финанс эштәрҙә һәм эшкәртеү сәнәғәтендә сәскә атыу күҙәтелә. Әкренләп ул Көньяҡ-Көнбайыш Ҡытайҙы һәм Янцзының үрге ағымын тышҡы донъя менән бәйләүсе ролен уйнай башлаған.
1929 йылда Чунцинға рәсми рәүештә ҡала статусы бирелгән. Япония ғәскәрҙәре баҫып алмағанға тиклем, 1937 йылда Нанкиндан бында Ҡытай Республикаһы хөкүмәте күскән. 1937—1945 йылдарҙағы япон-ҡытай һуғышы осоронда Чунцин дәүләттең баш ҡалаһы ролен үтәгән. 1946 йылдан һәм 1949 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы иғлан ителгәндән һуң Чунцин үҙәк буйһоноуындағы ҡала булған. 1954 йылда Чунцин провинция (Сычуань) буйһоноуындағы ҡала булып китә.
1997 йылдан Чунцин үҙәк буйһоноуындағы ҡала булып китә. Хакимиәт органдары төбәктең урбанлаштырыуы буйынса әүҙем саралар күргән, дәүләт аҡсаларына магистралдәр төҙөлә, муниципаль берәмектең бөтә территорияһында ҡала инфраструктураһы булдырыла.
Чунцин административ рәүештә 26 район, 8 өйәҙ һәм 4 автономлы өйәҙгә бүленгән.
|
№ | Атамаһы | Иероглифтар | Пиньинь |
---|---|---|---|
20 | Юян-Туцзя-Мяо автономлы өйәҙе | 酉阳土家族苗族自治县 | YǒuYáng Tǔjiāzú Miáozú zìzhìxiàn |
23 | Сюшань-Туцзя-Мяо автономлы өйәҙе | 秀山土家族苗族自治县 | XiùShān Tǔjiāzú Miáozú zìzhìxiàn |
37 | Шичжу-Туцзя автономлы өйәҙе | 石柱土家族自治县 | Shízhù Tǔjiāzú zìzhìxiàn |
38 | Пэншуй-Мяо-Туцзя автономлы өйәҙе | 彭水苗族土家族自治县 | Péngshuǐ Miáozú Tǔjiāzú zìzhìxiàn |