Шәтт әл-Ғәрәп

Шәтт-әл-Ғәрәп
ғәр. شط العرب, фарсы اروندرود
Шәтт-әл-Ғәрәп Бәсра янында
Шәтт-әл-Ғәрәп Бәсра янында
Характеристика
Оҙонлоғо 195 км
Һыу сығымы 1500 м³/с
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Тигр менән Евфрат
 · Урынлашыуы Эль-Курна ҡалаһы яны
 · Координаталар 31°00′15″ с. ш. 47°26′32″ в. д.HGЯO
Тамағы Фарсы ҡултығы
 · Урынлашыуы Эль-Кишла янында
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 29°56′13″ с. ш. 48°36′28″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Фарсы ҡултығы

Илдәр Ираҡ Ираҡ, Иран Иран
Шәтт әл-Ғәрәп (Ираҡ)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Шәтт-әл-Ғәрәп Викимилектә

Шәтт-әл-Ғәрәп[1] (ғәр. شط العرب‎; рус. Шатт-эль-Ара́б — һүҙмә-һүҙ «Ғәрәп яры»; фарсыса اروندرود‎ — Эрвендруд) — Ираҡтағы һәм Ирандағы йылға, Ираҡтың Эль-Курн ҡалаһы эргәһендә Тигр менән Евфрат ҡушылған урында барлыҡҡа килгән. Оҙонлоғо — 195 км. Бассейн майҙаны 1 млн км² ашыу (Тигр һәм Евфрат бассейндарын үҙ эсенә ала)[2].

Уртаса һыу сығымы-1500 м³/с[2] . Көньяҡ-көнсығышҡа табан, тәүҙә Ираҡ территорияһы буйлап, артабан Әбү әл-Хәсиб ҡалаһынан һуң — Ираҡ менән Иран араһындағы сик буйлап аға. Ираҡ ҡалаһы Фао янында Фарсы ҡултығына ҡоя.

Шәтт-әл-Ғәрәп Бәсра янында

Йылға инде тарихи осорҙа Фарсы ҡултығы кимәленең әкренләп түбәнәйеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Ул барлыҡҡа килгәнгә тиклем Тигр һәм Евфрат ҡултыҡҡа бойондороҡһоҙ рәүештә ҡойған[3].

Тигр һәм Евфрат бассейндары һыуҙарын ауыл хужалығы биләмәләрен һуғарыуға, электр энергияһы етештереүгә интенсив рәүештә тотоноу һәм һыуҙы таҙартып торған һаҙлыҡтарҙы киптереү урындағы экосистемаларҙы емерә, һыу тоҙлолоғоноң артыуына килтерә (2010 йылдарға ул 2 промилленән аша, ауыл хужалығы культураларынан бындай һыу тоҙға иң сыҙамлы финик пальмаһы сорттары өсөн генә яраҡлы)[4][5].

  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 433.
  2. 2,0 2,1 Ҡалып:Книга:БЭС
  3. Государства в Двуречье // Всемирная история в 10 томах / Е. М. Жуков. — М.: «Госполитиздат», 1955. — Т. 1. — 746 с.
  4. А.В. Беликович. Аллювиальные марши Месопотамской низменности. Наша Ботаничка (2012). Дата обращения: 29 апрель 2022.
  5. Shatt al Arab, Karkheh and Karun Rivers | Inventory of Shared Water Resources in Western Asia (ингл.). WaterInventory.org. Дата обращения: 28 апрель 2022.


Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ