Электротехника | |
Название с огласовками | הַנְדָּסַת חַשְׁמַל |
---|---|
CIP коды | 14.1001 |
Электротехника Викимилектә |
Электроте́хника — техниканың электр энергияһын эшләп сығарыу, таратыу, үҙгәртеү һәм ҡулланыу менән бәйле өлкәһе. Уға шулай уҡ — электрон компоненттар, электрон схемалар һәм ҡоролмаларҙы, техник системаларҙы уйлап сығарыу, эксплуатациялау һәм оптимизациялау ҙа инә [1].
Электротехника тип ғәмәлдә ҡулланыу өсөн электр һәм магнит күренештәрен ҡулланыуҙы өйрәнеүсе техника фәнен атайҙар[3][4][5]. Электротехника XIX быуат аҙағында физиканан үҙаллы фән булараҡ айырылып сыҡҡан. Хәҙерге заманда фән булараҡ электротехника түбәндәге фән тармаҡтарынан тора: электромеханика, ТОЭ, светотехника, көс электроникаһы. Бынан тыш электротехникаға энергетиканы ла индерәләр[3], законға ярашлы классификация[6] энергетиканы айырым техника фәне тип ҡарай. Электротехниканың көсһөҙ токлы электрониканан иң ҙур айырмаһы шунда - электротехника көслө ҙур габаритлы электрон компоненттар менән бәйле мәсьәләләрҙе өйрәнә( электр тапшырыу линиялары, электр приводтары); ә электрониканың төп компоненттары булып компьютерҙар һәм башҡа интеграль схемалар нигеҙендәге ҡоролмалар, шулай уҡ интеграль схемалар үҙҙәре тора[7]. Икенсе мәғәнәлә электротехникала төп мәсьәлә — электр энергияһын тапшырыу булһа, аҙ көслө электроникала — информацияны тапшырыу тора.
Яңы тарихта магнетизм һәм электричество күренештәрен тәү башлап өйрәнеүсе— инглиз ғалимы Уильям Гильберт (1544–1603)[8]. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, Михаил Васильевич Ломосносов электричество менән бәйле тәжрибәләр үткәрә башлай[9].
Электротехниканы үҫтереү нигеҙҙәре киң эксперименталь тикшеренеүҙәргә, электричество һәм магнетизм теорияһын булдырыуға бәйле. Электричество XIX быуатта вольт бағаналары уйлап сығарылғас, киң ҡулланыла башлай, был бығаса асылған закондарҙы ғәмәлдә ҡулланырға һәм уларҙы тәрәнерәк тикшерергә мөмкинлек бирә. Был осорҙа электротехника даими токта эшләй.
XIX быуат аҙағында алмаш ток ҡулланыла башлау һәм өс фазалы электр двигателен эшләп сығарыу электр энергияһын алыҫ араға тапшырыу мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирә, электричество төрлө ерҙә сәнәғәткә индерелә, ә электротехника бер нисә бүлектән торған хәҙерге рәүешен ала, башҡа яҡын фәндәр һәм техника өлкәләренә тәьҫир итә башлай [5].
Фото и Видео Викимилектә | |
Фото и Видео Викияңылыҡтарҙа |